Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәҡәләләре — халыҡсан, үҙе — ябай
Мәҡәләләре — халыҡсан, үҙе — ябайУл, ғәҙәттәгесә, таң менән уянды ла яҙыу өҫтәленә ултырҙы. Төн уртаһында ғына ҡайтһа ла, күңеле күтәренке: улдары, йорт эштәрен теүәлләп, малды ҡараған, кисә төпкөл ауылдағы сара ла бына тигән үтте, теләге — ошо хаҡта мәҡәлә яҙыу. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, оҙаҡ йылдар колхозды етәкләгән рәйесте кисәлә хөрмәтләнеләр. Ул да үҙ теләктәрен еткерҙе.
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәүсе, “Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшиндең һәр иртәһе тигәндәй тап шулай башланды. Сөнки улдарын бер үҙе тәрбиәләгән, эшләп тә йөрөгән, кәртә тултырып мал аҫраған ауыл кешеһенә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға тура килә. Ыңғай күренештәрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрөү, матбуғатта баҫтырыу, халыҡты борсоған проблемалар хаҡында яҙып тейешле урынға еткереү, әгәр саралар күрелмәһә, гәзит аша мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә — уның иңендә. Оҫталар, ауыл уңғандары, дан ғаиләләр тураһында айырыуса ихлас яҙа хәбәрсе. Иң мөһиме — һәр саҡ дөрөҫлөктө яҙа, сөнки матбуғаттың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, уға халыҡтың ышанып ҡарауын яҡшы аңлай. Ә бит ғәҙеллек өсөн көрәшеү һис тә еңел түгел, тәнҡит мәҡәләләре бәғзе бер етәкселәргә оҡшамай. Шул саҡта таяҡтың йыуан осо Салауат ағайға ла тейгән мәлдәр күп булды. Тик кешелекле сифаттарға, рухи көскә эйә булған, һүҙенең дөрөҫлөгөн һәр саҡ иҫбатлай алған, халыҡ ышанысын яулаған ауыл хәбәрсеһе бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн көрәшә, ауылының ғына түгел, тотош райондың күп кенә хәл ителмәгән мәсьәләләрен ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә үҙ өлөшөн индерә. Шуға күрә уны районда олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә, үҙебеҙҙең журналист бит ул, тип кенә йөрөтә.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып йөрөгәндә Салауат Мөхәмәтшин “Совет Башҡортостаны” гәзитенә сәсеү барышы тураһында тәнҡит мәҡәләһе килтерә, һәм ул тиҙ генә баҫылып та сыға. Сессияны тамамлап, колхозға эшкә сығыуына, колхоз рәйесе әлеге мәҡәлә өсөн уны эшенән бушатҡан... Хәлдең асылына төшөнгән хәбәрсе (ул саҡта Салауат ағай колхозда бухгалтер була) гәзиттең баш мөхәрриренә шылтырата. Иртәгәһенә уны кире эшкә саҡырып алалар. Ошоға оҡшаш хәлдәр күп була уның тормошонда, тик ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, ҡәләменә тоғро ҡала, уны бер ваҡытта ла ситкә ташламай. Дөрөҫ, Салауат Хәбибрахман улының журналистикаға башкөллө сумып эшләргә хыялы ҙурҙан була, ул төрлө редакцияларҙан саҡырыуҙар ала, әммә әсәһенең аманатына хыянат итмәй, ата нигеҙен ташлап китмәй, бурысын теүәл үтәй. Әсәһен 85 йәшенә тиклем ҡарай, уны ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙата. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн уның ғүмерлек хыялын улы тормошҡа ашырған. Өлкән улы Азамат Мөхәмәтшин атаһының ижади эшмәкәрлеген дауам итә, әле ул — райондың “Һаҡмар” гәзитендә иң тәжрибәле һәм абруйлы журналистарҙың береһе, ауыл хужалығы бүлеге мөдире, районда журналистар ойошмаһына етәкселек итә.
Журналистиканың юғары баҫҡыстарын яулауына ҡарамаҫтан, Азамат Салауат улы әле булһа атаһының кәңәштәренә ҡолаҡ һала, фекерҙәрен тыңлай, иҫкәрмәләрен ҡабул итеп, уны тәнҡитсем һәм кәңәшсем тип атай.
Әсәләре вафат булғанда, кесе улы Илшатҡа алты йәш тә тулмағайны. Азамат, әрме сафынан ҡайтып, туған мәктәбендә әсәһенең урынында эш башлай. Мәүлетйән менән Айҙар — Ҡолсора мәктәбе уҡыусылары. Дүрт улын ҡарау, уларҙы тәрбиәләү атай кешегә еңел бирелмәй, әммә улдары тыңлаусан, үҙ-ара татыу һәм дуҫ булып үҫте. Әсәй наҙынан бик иртә мәхрүм ҡалһалар ҙа, барыһы ла йомшаҡ күңелле, тормошто яратып, белемгә ынтылып тора. Кеше араһында үҙҙәрен мәхрүм тоймаһындар, кәм-хур йөрөмәһендәр тип, Салауат Хәбибрахман улы малайҙарынан бер нәмәне лә йәлләмәй. Йорттарына ун бишләп дана гәзит-журнал алдыра. Шахмат-шашка тиһеңме, спорт түңәрәктәреме, әллә йыр-бейеүме, ҡураймы — барыһына ла әүҙем йөрөй уландары. Иң мөһиме — һәммәһе лә юғары белемле, дүрт улы ла өйләнеп, матур итеп донъя көтөп, балалар үҫтерә. Етмеш йәшен тултырған олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларҙы бағып ултыра алыуы үҙе оло бәхет түгелме ни?! Хатта ейәндәрен дәртләндереү маҡсатында иң яҡшы уҡығаны өсөн үҙ кеҫәһенән йыл һайын премия булдырған.
Салауат Мөхәмәтшинде белгәндәр уны ярҙамсыл, кешелекле һәм кеселекле булыуы өсөн хөрмәт итә, көслө рухлылығына һоҡлана. Ҡырҡ йылдан ашыу күрше булып йәшәгән Мәрйәм Дәүләтшина уның хаҡында бына нимә ти: “Салауат тик улдары өсөн йәшәне, уларҙы кеше итергә тырышты. Күп ирҙәр кеүек, ҡатыным вафат булды, ҡайғымды баҫам, тип стаканға үрелмәне. Киреһенсә, сәмләнеп донъя көттө, күптәргә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәргә тырышты, малайҙарына үрнәк булды. Улдары араһында атай абруйы булдырыу — күптәргә тәтемәгән бәхет, бөгөн уны һәр береһе хөрмәт итә. Үҙенең күңел кисерештәрен, борсолоуҙарын ҡәләме аша баҫты, ҡәләме — уға, ул ҡәләменә бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Күрше булараҡ татыу йәшәйбеҙ, улдары килһә, “Мәрйәм инәй” тип өҙөлөп тора”.
Ысынлап та, Салауат Мөхәмәтшин — Баймаҡ районының арҙаҡлы шәхестәренең береһе, матбуғаттың тоғро дуҫы. Шуға күрә хөрмәтле ил уҙаманын “Баймаҡ төбәге” тип аталған энциклопедик баҫма “Райондың билдәле кешеләре” исемлегенә индергән. Күптән түгел гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһенә “Башҡортостан”дың Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырылды. Ошо көндәрҙә Ҡолсора мәҙәниәт йортонда юбилярға арналған ижад кисәһе үтте.
Тынғыһыҙ хәбәрсе, Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты әле Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың тарихы һәм күренекле шәхестәре хаҡында китап яҙа. Бөгөн дә ул таң менән уянып, ғәҙәттәгесә, яҙыу өҫтәле артына ултыра. Оҙаҡ йылдар ҡулығыҙҙан ҡәләмегеҙҙе төшөрмәгеҙ, яңынан-яңы мәҡәләләр ижад итергә насип булһын һеҙгә, замандашыбыҙ!
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә