Бөгөн – Һыу аҫты моряктары көнө
Кольский ярымутрауының иң төньяғында, 69 параллелдән саҡ ҡына өҫтәрәк, ҡаялар ҡуйынына һыйынып ҡына бер ҡаласыҡ ята. Поляр түңәрәк аръяғындағы был урын Гаджиево тип атала. Стратегик тәғәйенләнешле атом һыу аҫты кәмәләренең Өсөнсө флотилияһы бында урынлашҡанға ла инде ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әлбиттә, СССР тарҡалғандан һуң ҡалала телгә алырлыҡ нәмә ҡалмаған-ҡалыуын. Шулай ҙа һыу аҫты кәмәһе диңгеҙселәре үҙҙәрен хаҡлы рәүештә һаман да флоттың элитаһы тип һанай, тыныс тормошҡа күсеүҙәренә байтаҡ йылдар үтһә лә, хеҙмәт иткән яҡтарындағы яңылыҡтар менән даими танышып бара.
«Иван Вашингтон» Запастағы баш старшина «БЧ-5» машинисы Инсаф Сибәғәтулла улы Ҡолһариндың да үҙенең туған «К-411» атом һыу аҫты кәмәһенең, утилләштереүгә сират көтөп, Северодвинск ҡалаһында тороуына һис кенә лә ышанғыһы килмәй. Ә бит ниндәй замандар бар ине! 667А проекты буйынса эшләнгән «Навага» һыу аҫты кәмәһе (һуңынан уны «Ырымбур» тип атай башлайҙар) донъя океаны буйлап меңәрләгән миль үтә. НАТО классификацияһы буйынса уны «Янки» тип йөрөтәләр, сөнки тышҡы ҡиәфәте буйынса ул Америка һыу аҫты карабы «Джордж Вашингтон»ға ҡойоп ҡуйған кеүек оҡшаған. Ә беҙҙең диңгеҙселәр ябай ғына итеп «Иван Вашингтон» ти ҙә ҡуя.
Сергей Соболевский тураһында Инсаф Сибәғәтулла улы үҙе хеҙмәт иткән субмаринаның тәүге командиры С.Е. Соболевский хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплаған. Тап ошо командир Советтар Союзы тарихында тәүге тапҡыр атом һыу аҫты кәмәһен Төньяҡ ҡотопҡа алып сыға, ошонда уҡ «Параван» элемтә системаһы уңышлы һынау үтә. Нимәһе менән әһәмиәтле һуң был система? Баҡтиһәң, һыу аҫты кәмәһенән айырылған капсулаға, башҡаларынан айырмалы, элемтә менән тәьмин итеү өсөн перископ кимәлендәге тәрәнлеккә йөҙөп сығыу кәрәкмәй ҙә икән. Төньяҡ ҡотопта уңышлы һынау үткәргәне өсөн С.Е. Соболевскийҙы Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр. Тик... Атом һыу аҫты кәмәһе менән бәйләнешкә сыҡҡан «ТУ-95 РЦ» самолеты Североморск ҡалаһына төшкәндә һәләкәткә осрай, ун алты кешенең ғүмере өҙөлә. Кәмә командирының ғәйебе юҡ та бит, шулай ҙа уны юғары исемгә лайыҡлы тип тапмайҙар.
Владимир Крылов һәмбашҡалар хаҡында Инсаф Ҡолһарин был данлыҡлы субмаринаға килгәндә, уға беренсе ранг капитаны В.А. Крылов етәкселек иткән була. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: өс йыл эсендә экипаж Саргасс диңгеҙендә хәрби дежурлыҡта тороу өсөн Атлантик океан аша ике тапҡыр йөҙөп үтә. Тәғәйенләнгән урынға барып етер өсөн генә ун биш тәүлек китә, икешәр ай хәрби дежурҙа тораһың, ҡайтыуға тағы ла ун биш тәүлек үтә. Өс ай буйы сыҙап ҡара әле! Ә яуаплылыҡ ниндәй?!
– Бөйөк Британия һәм Исландия биләмәһе һыуҙарына яҡын урынлашҡан НАТО һыу аҫты рубежын өс тәүлек буйына үтеү айырыуса иҫтә ҡалған, – тип хәтерләй Инсаф Сибәғәтулла улы. – Атлантика – нейтраль һыу биләмәһе, тиһәләр ҙә, ошо рубежды үтеүеңде белдермәҫкә тейешһең. Тауыш сыҡмаһын өсөн бөтә артыҡ компрессорҙар, елләткестәр һәм башҡа ҡорамалдар һүндерелә. Ни тиклем эҫе булғанын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. НАТО-ның һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы ҡулланылыусы ракеталарынан йәшеренеү өсөн Совет һыу аҫты кәмәләре нимә генә уйлап сығармай ине: йөк йәки пассажирҙар ташыусы ғәҙәти караптарҙың аҫтына йәшенеп барһындармы, махсус рәүештә винт тауышын хәтерләтеүсе ҡоролманы, дошмандың иғтибарын алыҫҡараҡ йүнәлтеү өсөн үҙҙәренән байтаҡҡа арыраҡ эшләтеп ебәрһендәрме... Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, бындай шарттарҙа ябай кешенең күбеһе сыҙай алмаҫ ине. Шуның өсөн дә атом һыу аҫты кәмәһенә һаулығы ныҡлы, белем кимәле юғары булғандарҙы ғына һайлап алалар. Хәрби әҙерлеккә лә иғтибар ныҡ бүленә. Экипаж ағзаларын торпедо аппараты аша үткәреп һынау, йәшәү өсөн көрәш күнекмәләре уҙғарыу күптән инде ғәҙәти һәм даими күренешкә әүерелә. Дөм-ҡараңғы аппарат эсендә яңғыҙың ултыраһың, бер ниндәй тауыш юҡ... Күпмегә сыҙай алаһың – үҙеңдән тора. Түҙемлегең бөтә башлаһа, тыштағыларға махсус шаҡыу тауышы ебәрәһең.
Ошоға бәйле бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә ҡалған. Үзбәкстандан Шакиров исемле матросты торпедо аппараты эсенә урынлаштыралар, көтәләр-көтәләр, һаман шартлы туҡылдау ишетелмәй. Егет харап булғандыр инде тип аппаратты асып ебәрһәләр, теге һин дә мин ултыра, ти. Шаҡырға онотҡан...
Кино һәм ысынбарлыҡ Әйткәндәй, Инсаф Ҡолһаринға ошо темаға арналған нәфис фильмдар әллә ни оҡшамай – уларҙа бик күп фактик хаталар осрай. Мәҫәлән, «72 метр» фильмында һыуға батҡан кәмәнең торпедо аппаратынан авариянан һуң ни өсөндөр ғәҙәти гражданды (был ролде Сергей Маковецкий башҡара) эвакуациялайҙар. Ә Америка режиссеры Кэтрин Бигелоу төшөргән «К-19» фильмында кәмәләге ярыҡты ябыу йәки янғынды һүндереү күнекмәләрен карап командиры үҙе үткәрә. Ғәмәлдә иһә һәр бер отсекта был эш өсөн яуаплы айырым кеше була, командир дөйөм етәкселек менән генә шөғөлләнә. Фильмда «К-19» кәмәһендә командирҙың сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары ойошторған бола күтәреү – бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Субмаринала командир – батша ла, Алла ла, уға ҡаршы өндәшеп ҡара! Унан һуң, командир күрмәгәндә бола ҡуптарыусыларҙың барыһын да бер урынға туплап булмай, һәр отсек үҙаллы, айырым урынлашҡан. Инсаф Сибәғәтулла улы киләсәктә Совет һәм Рәсәй һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр хаҡында дөрөҫ факттарға таянған нәфис фильм донъя күрәсәгенә ныҡлы ышана. Ана, немецтар үҙҙәренекеләр хаҡында «Dаs Boot» тигән ниндәй шәп фильм төшөргән!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә һыу аҫты караптарының экипаждары ла даланлы булмаған шул, уларҙы ниңәлер уңышһыҙлыҡ һағалап торған. Инсаф Ҡолһарин киң билдәле «К-19» карабы һәм уның экипаж ағзалары менән дә яҡындан таныш була. Советтар Союзының Хәрби-Диңгеҙ Флотында иң уңышһыҙ тигән яманаты таралған һыу аҫты кәмәһен юҡҡа ғына «Хиросима» тип атамайҙар. 1972 йылдың 24 февралендә, тәүге авариянан һуң ун бер йыл үткәс, Бискайя ҡултығында саҡта 28 диңгеҙсенең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос янғын сыға. Караптың ҡойроҡ өлөшөндә ҡалған 12 һыу аҫты кәмәсеһе, күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла, йәшәү өсөн бер айға яҡын көрәшә. Кәмәне буксирға алғандан һуң да диңгеҙселәр ун тәүлек буйы унан сыға алмай, сөнки бер кем дә уларҙы иҫән ҡалғандыр тип уйламай. Иң аяныслыһы алда була әле... Базаға килеп еткәс, йәшәү ишараты белдергән кешеләргә юлды автоген менән бөтөнләй ябып ҡуялар. Асыҡланыуынса, бөтәһе лә ярға сыҡҡас, бер матрос кинәт отсекка кире инә: магнитофонын онотоп ҡалдырған икән. Бөтөнләй яҡтыһыҙ, йылыһыҙ, сөсө һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ үткәргән шунсама көн һәм төндән һуң бит әле! Юҡҡа ғына һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙе ышаныс үлемдарҙары (смертники веры) тип атамайҙар шул, сөнки ҡотолоуға өмөт тә улар менән бергә генә үлә...
Инсаф Ҡолһарин һәм уның хеҙмәттәштәре үҙҙәренең «К-411» кәмәһе менән дә, ул саҡта донъяла иң көслө тип һаналған Совет һыу аҫты флоты менән дә юҡҡа ғына ғорурланмай. Ысынлап та, хәтәр көскә эйә була ғәскәр. «К-411»-ҙең бортында ғына алыҫ арауыҡҡа (2400 километрға тиклем) тәғәйенләнгән 16 ракета, бынан тыш 22 торпедо, уларҙың икәүһендә – ядро боеголовкаһы. Әңгәмәсебеҙ әйтеүенсә, ХХ быуатта Рәсәй (айырыуса – СССР) 1027 һыу аҫты кәмәһе төҙөгән. Уларҙың 115-е һуғышта һәләк булған, 13-ө – Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге тыныс арауыҡта, тағы ла 13-ө – һуғыштан һуңғы йылдарҙа. Субмарина отсектары аша тиҫтәләрсә мең хәрби диңгеҙсе үткән, йөҙләгәне унда мәңгегә тороп ҡалған.
«Курск» кәмәһе – ошо фажиғәләр теҙмәһендә иң һуңғыһы. «Өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай...» Һәләк булған субмарина капитан-лейтенанты Колесниковтың үлер алдынан яҙған һуңғы хатынан өҙөктө Инсаф Сибәғәтулла улы һоҡланыу ҡатыш ҡабатлай. Уның фекеренсә, «Курск» атом кәмәһе, моғайын да, Америка һыу аҫты кәмәһенә бәрелеүҙән йәмшәйгән, һөҙөмтәлә һынау өсөн тәғәйенләнгән торпедо шартлы сәпкә түгел, ә үҙҙәренең кәмәһенең эсенә атылған.
Ҡыйын булһа ла, үҙенең хеҙмәт иткән осорон иң бәхетле мәлдәрҙең береһе тип һанай Инсаф Ҡолһарин.
– Командирымдан да, экипаждан да уңдым, – ти ул. Тыуған яҡтарына ике тапҡыр оҙайлы ялға ҡайтып килергә насип була уға. Хеҙмәт ҡаты тәртипкә өйрәтә егетте. Походтар араһындағы арауыҡта экипаж ғәҙәти казармала көн күрә, кәмәлә дежур хәрбиҙәр генә ҡала. Әлбиттә, кәмәне һәр саҡ тәртиптә тоторға кәрәк, даими рәүештә техник хеҙмәтләндереү ҙә улар өҫтөндә. Ҡайһы саҡта көндәлек кейемде радиоһаҡлағыс төргә хатта дүртәр тапҡыр алмаштырып кейергә тура килә. Үҙаллы йөҙөүгә сығыр алдынан иң мәшәҡәтле көндәр башлана. Күбеһенсә кәмәгә йөк тейәү менән мәшғүлдәр. Нимәһе ҡыҙыҡ, төрлө әйберҙәр араһында башҡорт балы, Ҡарлымандан килтерелгән ҡуйыртылған кофе һәм какао, Мәләүездең киптерелгән һөтө лә килеп сыға. Их, һағындыра шул саҡта, тыуған яҡтарға ҡайтып урағандай булаһың! Бынан тыш, һәр диңгеҙсегә поход ваҡытында тәүлегенә йөҙәр грамм ҡоро ҡыҙыл шарап ҡаралған.
Һәр дәүерҙең – үҙ заңы Совет флотын баҫҡынсылыҡта ғәйепләргә маташһалар ҙа, һәр дәүерҙең үҙ хәрби логикаһы бар, тигән фекерҙә Инсаф Сибәғәтулла улы. «Һалҡын һуғыш» йылдарында донъяның бөтә илдәре араһында тик Советтар Союзында ғына шундай ҡеүәтле һыу аҫты флоты булыуы өсөн сикһеҙ ғорурлығын йәшермәй әңгәмәсебеҙ. Беҙҙең кәмәләргә тиҙлек буйынса ла, сумыу тәрәнлеге буйынса ла, экипаж ағзаларының сыҙамлығы буйынса ла тиңдәр булмай. Мәҫәлән, Инсаф Ҡолһариндар 320 метр тәрәнлеккә сума, күнекмәләр ваҡытында 450 метрға тиклем төшкәндәре лә була. Кәмәнең һыу менән ҡыҫылған ныҡлы корпусы был саҡта ҡурҡыныс итеп шатырлай башлай. Ә оҙайлы походтарҙа күпме көсөргәнеш, шөбһәләнеү, бер үк ваҡытта – аңлатып бирә алмаҫлыҡ кинәнес! Инсаф Сибәғәтулла улы, уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарындағы һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәргә бөгөнгө осор малайҙары бер аҙ көнләшәлер ҙә, тигән фекерҙә. Һыу аҫты флотын ныҡлы ҡыҫҡартыу арҡаһында диңгеҙ тәрәнлеген, уның киңлеген татып ҡарау бәхете күптәргә йылмаймаясаҡ бит. Һәр дәүерҙең – үҙ заңы.
Ә бөгөн беҙ бөтә һыу аҫты диңгеҙселәрен байрам менән ҡотлайбыҙ. Улар һаман да сафта!