Был тарих иҫәндәр өсөн һәм хәҡиҡәт хаҡына яҙыла
1989 йылдың февралендә Совет ғәскәрҙәре Афған еренән сығарыла. Шулай ун йылға һуҙылған һуғышҡа нөктә ҡуйыла. Һалдаттарыбыҙҙы был тауҙар иленә индереү сәйәсәтенә ниндәй генә баһа бирелһә лә, беҙҙең ир-егеттәрҙең батырлығы, ҡыйыулығы онотолмай. Улар бойороҡто үтәне.
Һуғыш барған осорҙа батырҙар хаҡында бышылдап ҡына һөйләнек, әле лә улар тураһында бик әҙ беләбеҙ.
Был иһә Афғанстандағы һуғыштың илдең барлыҡ кешеһенә лә туранан-тура ҡағылмауы, күптәр өсөн йыраҡ һәм сит, өҫтәүенә билдәһеҙ һәм ғәҙелһеҙ ҡан-ҡойош булып ҡалыуы менән аңлатыла.
Рәтамаҡ ауылынан яугир-интернационалист Рифҡәт Ноғомановтың фажиғәле үлеме, быға ҡарата дөрөҫлөк эҙләп яҙғаным булды инде.
Рифҡәт — 1980 йылдың 4 ғинуарында хәрби часть составында Афғанстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡабулға килгән беренсе яҡташыбыҙ. Ул орудие расчеты командиры була. Уларға Саланг артылышының төньяҡ өлөшөн һәм ер аҫты туннелен һаҡларға, техника хәрәкәтен өҙлөкһөҙ тәьмин итергә ҡушыла. Ошо бурысты үтәгәндә дошмандың хәрби формированиеларын утҡа тоторға тура килә.
Ауылдаштары Рифҡәттең тыйнаҡ булыуын, мәктәптә яҡшы уҡыуын, үҙен хәрби хеҙмәткә әҙерләүен (һәр көн иртәнге алтыла ауыл менән урман араһын йүгереп уҙған), тормошто яратыуын, армиянан һуң нефть институтына уҡырға инергә йыйыныуын иҫкә ала.
Әммә егеттең уй-хыялын мәғәнәһеҙ һуғыш емерә. Уның яҡты иҫтәлеге әсәһенең изге, мәңге уңалмаҫ яралы йөрәгендә, туғандарының хәтерендә, бар һүҙе ятланып бөткән хаттарҙа һаҡлана. Был юлдарҙы уҡығанда уның зирәклеген, күҙәтеүсән, тәрән хисле булыуын тояһың да йәнде аңлата алмаҫлыҡ һағыш, юҡһыныу биләп ала.
“Сәләм Афғанстандан!
Иҫәнмеһегеҙ, әткәй, әни, Рәмзиә апай, Рәшит ағай, Рәзилә! Сәләм шулай уҡ күршеләргә, туғандарға.
Минең әлегә барыһы ла яҡшы, хеҙмәт үҙ көйө менән бара. Артылыш аша уҙған машиналарҙың хәрәкәтен күҙәтәбеҙ. Бынан афған һәм совет колонналары үтә. Афғандар техниканы файҙалана белә. Бөтә машиналар ҙа дизелдә эшләй, шундай матур, асыҡ төҫтәргә буялған — ҡарап тороуы үҙе бер ғүмер.
Халҡы бик дини. Кем генә булмаһын, ваҡыты етһә, машинаны туҡтата ла намаҙ уҡый башлай, шунан һуң ғына юлын дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ пәрәнжә ябынып йөрөй. Минең менән тағы дүрт татар егете бар, барыһы ла Башҡортостандан. 7.04.1980”.
“...Әни ҡайғыра тигәнһегеҙ, ниңә ҡайғыра ул, ҡайғырмаһын. Бында тыныс. Дошмандар хәҙер юҡ инде, булғандары ла тынып ҡалды. Быйыл уңыш мул көтөлә, сөнки ғүмерҙә күрелмәгән ҡар яуҙы, йәй ҙә бик иртә, ҡыҙыу килә. Үҙегеҙ ни хәлдә? Рәзилә, һин нисек уҡып йөрөйһөң? Мөмкинлек барында тырышып уҡы. Кәрәге сыға уның, белем бер ҡасан да ҡамасауламай. 13.04.1980”.
“...Ике көн аралаш ҡарауылға йөрөйбөҙ. Иртәгә дембелдәр ҡайтып китәсәк. Кисә окопта афғанса 1359 йылды ҡаршыланыҡ. Төн буйы боевой дежурҙа ултырҙыҡ. Ҡойоп ямғыр яуҙы. Күктә көтөү-көтөү торналар оса. Тирә-яҡта ҡаялы тауҙар — тәбиғәт бик матур, ағас ҡына юҡ. Апрель, 1980”.
“...Кисә мин һеҙҙән — ике, Рәмзиә апайҙан шулай уҡ ике хат алдым. Әни, һин ныҡ уйланмаҫҡа тырыш инде, мин бында иҫән-һау, хеҙмәт үҙ яйы менән бара. Һаман артылыштабыҙ әле, регулировкала. 1 майҙа бригадаға ҡайтабыҙ, тип һөйләйҙәр. Иртәгә беҙҙекеләр Союзға китергә тейеш, хатты уларға биреп ебәрермен. Цензураны Мәскәүҙә үткәрәләр. Конверт булмағас, афғандарҙан бер ҡытай конверты алғайным. 21.04.1980”.
“Беҙ һаман да Салангта регулировкалабыҙ. Төндә артылыш ябыла. Бында хәҙер беҙҙең яҡтан Афғанстанға көндәр буйы техника килә. “Жигули”, “Волга-4”, “УАЗ”-дар, “МАЗ”-дар, “КРАЗ”-дар һәм башҡалар ағыла ғына. Афғандар рулгә ултырып алған да ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткән, елдерәләр беҙҙең “Жигули”ҙарҙа. Баш бармаҡтарын күрһәтеп үтеп китәләр. “Шурави, машина — “во!” — тиҙәр. “Шурави” — уларса “совет”. Мин хәҙер афғанса иң кәрәкле 50 һүҙ беләм. 26.04.1980”.
“...Һеҙҙән 9 Майға ҡарата ҡотлау открыткаһы менән хат алдым, ҙур рәхмәт!
Беҙҙе беренсе майҙа уҡ алмаштырырға тейештәр ине, ләкин бөгөн 11-е, һаман “алмаштыралар”. Регулировкала бер сменала өс һалдат, бер офицер. Һаҡ бул, тигәнһегеҙ. Көндөҙ барыһы ла дуҫ, йылмая-көлә, ә төндә арттан килеп бысаҡ ҡаҙайҙар. Беҙ көндөҙ генә һаҡта торабыҙ... Май, 1980”.
“...Беҙҙең бригада йәнә яңы урынға күсте, хәҙер Ҡабулдан 58 километр йыраҡлыҡта тора. Бәлки, беҙгә лә оҙаҡламай алмаш килер. Быйылғы яҙғы призыв туранан-тура бында керә башлаған. Тауҙарҙа эҫелек 30 градусҡа етә. Түбәндә нисектер, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Биттең тиреһе ҡубып, ала-ҡола булып бөттө. Һеҙ ни хәлдәһегеҙ? Мәктәп төҙөләме? Ҡаҙ бәпкәләре сыҡманымы әле? Кәзә бәрәсе нишләп үлде һуң? 6.05.1980”.
“...Бында ҡар көн һайын унар сантиметр ирей. Ҡар булһа ла, шундай ҡыҙыу. Бар донъя — йәшеллектә, сәскәлә. Бөгөн ҡояштан ҡара күҙлек тараттылар, сөнки ҡарлы тау башына ҡарағас, күҙ ҡамаша... Май, 1980”.
“...Беҙ ике тау араһында тарлауыҡта ятабыҙ. Был арала шул тауҙарҙан колонналарға ата башланылар. Беҙ уяулыҡ күрһәтәбеҙ. Төндә дүрт кеше поста тора. Ысындырмы-юҡтырмы, ике тапҡыр унлап “дошман” күргәндәр. Тау битләүе буйлап 10 метр һайын сигнал ракеталары ҡуйып сыҡтылар. Уларҙы төн буйы БТР-ҙар яҡтыртып тора. Беҙҙең ҡайтыу тураһында әлегә һүҙ юҡ. Смена килмәйенсә булмаҫ, ахыры. 26.05.1980”.
“...Иҫән-һаумын, ҡайтырға ла оҙаҡ ҡалманы инде, 101 көндән приказ буласаҡ. Беҙ һаман артылышта әле.
Рәзилә, һиңә бер мосолман ҡыҙының фотоһын һалам. Белеп тор, мин уны 20 “афған”ға һатып алдым”.
“Мин Союзда. Ике ай һәм 17 көндән өйҙә буласаҡмын. Һеҙгә яңы адресты хәбәр итәм: 704200, Үзбәк ССР-ы, Сәмәрҡәнд өлкәһе, Ҡатта-Ҡурған ҡалаһы, главпочтамт, в/ч 02855 “Р”.
Әммә һалдатҡа ошо адрес буйынса яҡындарынан хат алырға насип булмай. 16 июлдә Рифҡәт хеҙмәт иткән хәрби часты СССР биләмәһенә сығаралар, ә 20 июлдә Ҡатта-Ҡурған ҡалаһы госпиталендә егет үпкәһе ялҡынһыныуҙан һәм киҫкен йөрәк хәлһеҙлегенән вафат була. Утты-һыуҙы кискән һөлөк кеүек ғәзиз улдарының сәскәләй ғүмере шулай өҙөлөр тип башына ла килтермәгән ата-әсәне ҡайғы аяҡтан йыға. Өҫтәүенә ул саҡта Афғанстандағы операцияның хәрби характеры хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Был иһә Ноғомановтарҙың һөйөклө балаларын юғалтыу хәсрәтен тағы ла тәрәнәйтә. Улының вафатынан һуң атаһы Закуан ағайҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Рифҡәттең туғандарына, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, уның хәрби билетын бирмәйҙәр, кәүҙәһе һалынған табутты ҡайтарған хеҙмәттәштәренә яңыһын тотторалар. Тик 27 йылдан һуң ғына Афғанстанда һәм Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың берләштерелгән союзы ағзалары ярҙамында суд аша Р.З. Ноғомановтың Афғанстан Демократик Республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны таныла.
“Афғансылар”ҙың күҙ алдынан ҡаты алыштар һәм походтар, яуҙаш дуҫтары һәм иптәштәренең ҡәберҙәре мәңге китмәҫ, хәтеренән юйылмаҫ. Иҫән ҡалһалар ҙа, ауыр тән һәм күңел яралары алған ир-егеттәр тормош һәм йәшәйештең мәғәнәһен айырыуса тәрән аңлай. Афған тауҙарында мәңгегә йоҡоға талған йәп-йәш яугирҙәрҙе ата-әсәһе, тол ҡатындары, туғандары был сикһеҙ ҡайғыны йөрәк түрендә йөрөтә. Ил һағына китеп, Афған тарафтарында башын һалған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.