Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете ғәмәлдең дә шаһиты
Кеше тормошонда була торған иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың һәммәһе лә ЗАГС менән бәйле. Яҙмыштарҙың шаһиты ул тип тә әйтергә мөмкин.
Салауат районының ЗАГС бүлеге мөдире Гөлшат Әҙип ҡыҙы ҒИЛӘЖЕВА менән ошо үҙенсәлекле хеҙмәттең нескәлектәре, көйөнөс һәм һөйөнөстәре хаҡында әңгәмәләштек.


— Гөлшат Әҙип ҡыҙы, һеҙҙең бүлеккә ниндәй бурыстар йөкмәтелгән?
— Никахтарҙан тыш, тыуыу, айырылышыу, уллыҡҡа бала алыу, атайлыҡты билдәләү, исемде алмаштырыу, вафат булыу факттарын теркәү эшен алып барабыҙ. Дәүләт һәм граждандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре күҙлегенән ҡарағанда, ошо ете ғәмәл тормошта бик мөһим урынды биләй. Гражданлыҡ хәлен теркәү органы тотороҡло документтар системаһын ҡулында тота. Дәүләт учреждениеһымы, Пенсия фонды, һалым инспекцияһы булһынмы, беҙ уларҙы дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итергә тейешбеҙ.
Кеше юридик статусын иң тәүҙә ЗАГС ярҙамында ала — тыуыу тураһында таныҡлыҡ уның донъяға килеүен раҫлай. Үлем осрағы ла беҙҙә теркәлә. Шулай итеп, хеҙмәтебеҙ кешене ғүмер буйына оҙатып йөрөй. Беҙгә һәр кем тормошондағы бөтә мөһим ваҡиғаларға шаһит булырға тура килә.
Шулай уҡ архив фондын булдырыу, уны һаҡлау эше менән шөғөлләнәбеҙ, сөнки документтарҙы тергеҙеү буйынса мөрәжәғәттәр күп. Әле архивты электрон вариантҡа күсереү бара. Шулай уҡ никахҡа инеү буйынса ғаризаларҙы Дөйөм дәүләт хеҙмәтләндереү порталында ҡабул итеү мөмкинлеге булдырылған. Өсөнсө эш йүнәлеше — ғаилә хоҡуғын яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу. Ошо йәһәттән бик күп саралар уҙғарабыҙ: Ғашиҡтар, Ғаилә көндәре, яңы тыуған сабыйҙарҙы бала табыу йортонан тантаналы ҡаршы алыу, исем ҡушыу, иң яҡшы атай-әсәй, опекун исеменә конкурстар һәм башҡалар. Шулай уҡ 50, 60, 75 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы тәбрикләү йолаһын дауам итәбеҙ. Быйыл ғына шундай ун ғаиләне ҡотлап, Президент бүләктәрен тапшырҙыҡ.

— Белгестәргә лә талап ҙурҙыр...
— Эйе, ЗАГС бүлегендә тик юридик белемле белгес кенә эшләй ала. Шулай уҡ яҡшы психолог булыу, кешелеклелек, аңлау талап ителә. Хис-тойғоно теҙгендә тота белеү ҙә – бик кәрәкле һыҙат. Райондың ЗАГС бүлегенә һигеҙ йылдан ашыу етәкселек итәм, уң ҡулым — әйҙәүсе белгес Элиза Вәлиәхмәтова.

— Бөгөн илебеҙҙә демографик хәл борсолоу тыуҙыра. Ә был йәһәттән Салауат районында хәл нисек?
— Үткән йылдың ун бер айында 386 сабый донъяға килгән. Законлы никахта 288 бала тыуған, яңғыҙ әсәйҙәр 60 сабыйға ғүмер биргән. Һуңғы йылдарҙа “үҙем өсөн генә” тип бала тапҡан әсәләрҙең күбәйеүе борсой. Үкенескә ҡаршы, бәлиғ булмағандар араһында ла әсәйҙәр һаны артты, былтыр ун етеһе лә тулмаған ете ҡыҙ бәпәй тапты. Уйланырға тағы бер сәбәп был. Бала тапҡан әсәйҙәрҙең күбеһе — 21–30 йәштәге гүзәл зат. 31 – 40 йәштәгеләргә — 84, 41 йәштән уҙғандарға 12 бала тура килә.
Баҡыйлыҡҡа күскәндәр һаны — 347 кеше. Суицидтар һаны былтырғыға ҡарағанда кәмерәк булһа ла, был күңелһеҙ статистика йәнде әрнетә.

— Никахҡа инеү — ҡыуаныслы күренеш. Үкенескә ҡаршы, мәңге тоғро булырға ант иткән йәштәр араһында айырылышыуҙар ҙа етерлек. Һеҙҙә бындай күңелһеҙ осраҡтар күп күҙәтеләме?
— Былтыр айырылышыуҙар һаны 94-кә етте. Алты ғаилә бер йыл да йәшәмәй тарҡалды. 33 парҙың никах оҙайлығы биш йылдан артмаһа, 21-енең ғаилә стажы алты–ун йыл тәшкил итте. 15 йыл йәшәп тә айырылышалар: уларҙың һаны — 27.

— Өйләнешеүсе парҙар күңелегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдыра?
— Һәр пар үҙенсә иҫтә ҡала. Законлы никахҡа инеүҙең яуаплы аҙым икәнлеген уларға аңлатырға тырышам, сөнки яңы ғаилә ҡоролоуы үҙе мөғжизә бит! Былтыр иң ныҡ хәтерҙә ҡалған көн 8 март булды. Идаралыҡ көтмәгәндә Рәсәй кимәлендәге ялды эш көнө тип иғлан итте. Ә никахлашасаҡ өс пар ҙа Мөрсәлим ауылынан ине. Буранлап ҡар яуғайны, юлдарҙы көрт ҡапланы — кейәүҙәр килеп етә алмай, ҡунаҡтар, ата-әсәләр мәж килә... Был көндө күптәр иҫләйҙер әле. Тәүге һынауҙы йәштәр ышаныслы үтте.

— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлшат Әҙип ҡыҙы! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Г. ХАЖИЕВА әңгәмәләште.


Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә