Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ереклегә ереккәндәр
Ереклегә ереккәндәр
— Медпункт бикле...
Ҡаршыға осраған апайға һораулы ҡарашымды ташлап та өлгөрмәнем, мейе һырҙары буйлап "яуабы" ла үрмәләне: төпкөл ауылда шул булыр инде, тине эске тойғо.
— Бер-ике сәғәткә генә ябыҡ. Флүзә роддомға Йәрмөхәмәтовтарҙың бәпесен алырға китте, — теге апайҙың тауышы арттан оҙаҡ оҙатып барманы, шып туҡтатты.
— Ни-нисек?
— Шулай. Азамат менән Әлиәнең бәпесе бар, уны алырға китте...
— Бынағайыш. Мин — дүр-рәк... — тип үҙемде эстән генә һүктем, ниңә һуң гелән иң тәүҙә насар яҡты уйлайбыҙ икән тип ғәфү үтенеп, ары атланым. — Үәт, әй, ауылға бәпес ҡайта!
Килгән саҡта ла бит, иң төпкөлө Ерекле тигәс, йырып сыҡҡыһыҙ ҡар эсенә сумған бәләкәй ауыл күҙ алдына баҫҡайны. Нимә генә тимә, уныһын Хоҙай быйыл һоҫоп бирҙе. Шулай яратылғандыр инде әҙәм балаһы, ҡар яумаһа ла зарланабыҙ — "ах, эле-ек" тип һуҙып, ҡасандыр өй ҡыйыҡтарынан күмеп киткән ҡыштарҙы хәтерләйбеҙ, әлеге һымаҡ һырып китһә — яҙҙы һағынабыҙ, бысраҡ аяҡҡа йәбешһә — асфальт кәрәк, уның эҫелеге тынды ҡурһа — йылға буйы...
Ҡарҙан таҙартылған юл ситтәре стена булып офоҡто ҡыҫа. Көрәш майҙанылай, күпләп яуғандан һуң башҡарылған эш һөҙөмтәләре ул. Иң мөһиме — машина, йәйәүлеләр үтер өсөн тотҡарлыҡтар булмаған. Быны район юлсылары ла, урындағы хужалыҡ етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары ла яҡшы аңлай. Оло юл ғына түгел, Ерекле, башҡа ауыл урамдары ла таҙартылған.


Ереклегә ереккәндәр Мәҙәни усаҡ

Ерекле — 40 йорттан ғына торған ауыл. Үҙҙәре әйтмешләй, шунан кәмемәй ҙә, артмай ҙа. Уның ҡарауы, бында тынғыһыҙ фельдшер Флүзә Рафиҡова етәкселегендәге медпункт та, шулай уҡ магазин, башланғыс мәктәп тә эшләй, клуб гөрләп тора. Юҡ, әйткәндәр һүҙ уйнатыу түгел, ысыны шулай. Мәҫәлән, былтыр мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелгән.
— Яңы йылдан һуң башлағайнылар, Еңеү байрамына астылар, — ти мәҙәниәт усағы етәксеһе Рәзилә Ҡолдәүләтова. — Ышаныуы ла ҡыйын, ҡала клубтарына алыштырғыһыҙ...
Мөдирҙең дә, ауыл халҡының да кисерештәрен, шатлығын аңлап була. Бөтәһе 80 урынға тәғәйенләнгән мәҙәниәт йорто, һәр мөйөшө балҡып, әллә ҡайҙан саҡырып тора: залда — яңы ултырғыстар, һәүәҫкәр артистар өсөн айырым бүлмә бар, күркәм сәхнәһе үҙенә тарта. Газ яғыулығындағы айырым ҡаҙанлыҡ менән йылытылыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
— Беҙҙә халыҡ дәррәү, ниндәй сара булһа ла, әүҙем ҡатнаша. Мәҡсүт үҙәк мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Рафиҡова ла ярҙамсыл. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген әйтеп тораһы ла түгел, үҙҙәре лә килә, беҙ ниндәй йомош менән барһаҡ та, ярҙам итеп торалар, — ти мөдир.
Мәҙәни сараларҙан тыш, клубта көрәш буйынса секция эшләй. Уны Ришат Вәлитов алып бара.
— Малайҙар теләп йөрөй. Бәләкәй булһалар ҙа, төрлө сарала ҡатнашабыҙ. Былтыр Вадим Рафиҡов Иҫәнғолда үткән "Үҫәргән батыры" ярышында призлы урын алды. Әле Стәрлелә уҡып йөрөгән Артур Мәжитовтың да уңыштары байтаҡ, — ти Ришат.
Вәлитов үҙе тураһында артыҡ һөйләргә яратмай. "Булды инде", "көрәшкән бар" менән сикләнде. Баҡһаң, район ярыштарында, күрше-тирә хужалыҡта үткәрелгәндәрендә, хатта Ейәнсуралағы һабантуйҙарҙа көрәшеп, һарығын да, призлы урындарҙы ла алған икән.

Ереклегә ереккәндәр "Балалар — беҙҙең киләсәк"

Совет осоронан ҡалған лозунг түгел был. Йәшәүҙең асылы ла, мәғәнәһе лә шунда. Йәш быуын тураһында уйламаның икән, алда ни көтөрөнә күрәҙәсе булырға кәрәкмәй. Аҡыллыға ишара тигәндәй, тәрбиә, уҡыу-уҡытыу тураһында һүҙем.
Мәҡсүт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Рөстәм Баянов әйтеүенсә, бөгөн Ерекленән 20-нән ашыу уҡыусыны автобус йөрөтә. Ә урындағы башланғыс кластарҙа һигеҙ бала уҡый. Алдағы йылдарҙа ла беренсе класҡа килеүселәр бар.
— Бала башланғыс белемде үҙ ауылында, ата-әсәһе янында, өйҙәренән алыҫ булмаған ерҙә алырға тейеш. Сабый ныҡлап ошо ваҡытта тормошҡа, белемгә тәүге аҙымдарын атлай бит, тәбиғәте, холҡо ла шул мәлдә формалаша, — ти уҡытыусы Марсель Рафиҡов.
Бәләкәйерәк булһа ла, мәктәп эсе йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Кәштәләрҙә — уҡыу әсбаптары, күргәҙмә материалдар. Стеналар сабый күңелен арбар һүрәттәр менән биҙәлгән, үҙҙәре сығарған гәзит мәктәп тормошо, балаларҙың күңел донъяһы тураһында һөйләй.
"Һәр ваҡыт булһын ҡояш, һәр ваҡыт булһын әсәй, һәр ваҡыт булайым мин!" Ап-аҡ ҡағыҙға төшкән эреле-ваҡлы, тигеҙ, сатай-ботай хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәр. Күҙҙәрҙе йомаһың да, әйтерһең, уларҙы беҙҙең класташтар сыймаҡлаған. Ә асһаң... тиҫтә-тиҫтә йылдарҙы хисап төймәһе артҡа иҫәпләгән дә алдыңа ейән-ейәнсәрҙәреңде, уларҙың тиңдәштәрен ултыртып ҡуйған: осҡон уйнатҡан ҡараштар, көләс йөҙҙәр... Һәр ваҡыт булығыҙ һеҙ, тип күңел остоғон ошонда ҡалдырып, ишекте ябам. Ә бала саҡ иленән китке килмәй. Арттан, әллә сит ағай сыҡҡанға иркен һулап, әллә бер аҙға ғына булһа ла дәрестәренән айырылып торғанға ҡыуанып, шат ауаздар ишетелә.

Ереклегә ереккәндәр Йәшәйеш, шөғөл

Кемгә нисектер, миңә төпкөлдә йәшәүсе халыҡ оҡшай. Үҙәктәгеләрҙән айырмалы, улар "теге юҡ, был юҡ" тип зарланып ятмай — үҙҙәренең көсөнә ышанып өйрәнгән, булғанына шөкөр итә беләләр. Иң мөһиме — бер-береһенә ярҙам итә, ихлас улар. Йәшерен-батырыны юҡ, күп ерҙә бит хәҙер йорт-ҡаралты бейек ҡойма менән уратыла, ҡапҡалар эстән бикләнә — кеше-маҙар кереп йөрөмәһен, йәнәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелдәр ҙә "йоҙаҡ"ҡа ябыла. Осрашҡанда дежур һүҙҙәр, яһалма йөҙҙәр генә ҡала...
— Әйҙүк, — тип ҡаршыланы беҙҙе йорт хужаһы, – маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ. Бындараҡ үтегеҙ, унда быҙау бәйләнгән...
Аҡ ҡарҙа сағылған ҡояш нуры "күҙҙе тышта ҡалдырған". "Мө-ө... Мө..." Бәй, мөйөштә яңы ғына тыуып, әсәһе ялап ҡына өлгөргән йән эйәһе — быҙау.
— Бәй, "Башҡортостан" мал ҡото алып килгән икән, — тибеҙ. — Артабан да ишле булһын.
— Аллаға шөкөр, ишле, — ти Илгиз. — Барыһы ла бар. Елкәһе булған кешегә ауылда йәшәп була...
Әлфиә менән Илгиздең донъяһына ҡарап, шәхси хужалыҡ алып барып, етеш йәшәп булғанлығына тағы бер тапҡыр инанаһың. Әлбиттә, тәү мәлдә ауыр, бер тинде ике, бер башты ҡуш итәһең, ти Насировтар. Төрлө ойошмала, эре хужалыҡта эшләп алынғанға йорт-ҡураһының табышын өҫтәгәндәр. Яйлап бал ҡорто ғаиләһе йөҙгә еткән, һыйыр малын арттырып, һөт кәзәләре аҫрауға күскәндәр, ҡымыҙ етештерәләр, теплица тоталар. Дүрт балаһын — Ильяс, Илүзә, Гөлсөм, Гөлйөҙөмдө — үҫтерәһе, уҡытаһы, үҙҙәре әйтмешләй, кеше итәһе бар. Бөгөн Илгиз ауыл халҡына ла ярҙамлаша: йөк машинаһында булһынмы, тракторын ҡабыҙһынмы — йомошо төшкәндәр уға килә.
Ереклелә уңғандар күп. Мәҫәлән, Юлиә менән Денис Рыҫҡоловтар яңы йылда өй туйлаһа, Әлфинә менән Илмир Собханғоловтар быйыл сығасаҡ.
Ауыл халҡының борондан килгән шөғөлө — шәл бәйләү. Бөгөн дә Ереклелә дебет кәзәләре тотмаған кеше һирәк.
— Шәл менән йәшәнек инде. Аҡсаһы кәрәк-яраҡҡа етеп тора, тауарға ла алышаһың. Күҙгә көс ныҡ төшһә лә, бөгөн дә бәйләүҙән туҡтаған юҡ. Улым Йәүҙәт, киленем Зинира менән йәшәйем. Утыҙлаған кәзәбеҙ бар, — ти 63 йәшлек Светлана апай Мөлөкова. — Күршелә генә торған Фәйез улым менән Рәзинә килен дә утыҙлаған баш аҫрай. Ауылда инде өй беренсә кәзәһе, һарығы, эре малы күп. Беҙҙә халыҡ тырыш бит ул, ярҙамсыл.
"Ырымбур"ҙыҡы булараҡ даны таралған дебет шәл ошонда — хәҙерге Күгәрсен, Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарында, Ырымбур өлкәһенә ҡараған башҡорт ауылдарында — борондан бәйләнгән. Заманында был яҡтарҙан сауҙагәрҙәр уларҙы йыйып, Урта Азия, Европа тарафтарына алып киткән, данын таратҡан. Яйлап Ырымбур шәле тип исемләнгән башҡорт дебет шәлдәре, заманса әйтһәк, тәүҙә өлкә, һуңынан Рәсәй брендына әйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала был шөғөлдө уңған хужабикәләр генә йәшәтә. Ә күрше өлкәлә тотош етештереү тармағына әйләндерелгән, кәзә малын күпләп аҫрауҙан алып мамығынан бәйләнгән тауарҙы һатыуға тиклем системаға һалынған — селтәр булдырылған. Шулай ҙа ысын шәлде баһалаусылар ауылдарға йөрөп, ҡулдан бәйләнгәнен эҙләй. Бәлки, был йәһәттән бәләкәй, төпкөл ауылдарҙы йәшәтеү сығанағының береһе лә шулдыр.
Эйе, ҡеүәтле хужалыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, Ерекле һауынсылары Зөлфирә Нафиҡова, Венера Мортазина, Зинира менән Рәзилә Мөлөковаларҙы күрше Мәҡсүт ауылына автобус йөрөтә. Уңған механизаторҙар, төрлө эш башҡарыусылар ҙа күп. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың шәхси хужалығын нығытыуы ҡыуандыра.
Яҙғандарҙы уҡығас, бәй, төпкөлдә бер генә проблема ла юҡмы ни, тиер бәғзе берәү. Бар. Бөтә ил сумған барлыҡ мәсьәлә бында ла ҡабырғаһы менән тора. Мәҫәлән, ирҙәрҙең ситтә йөрөп эшләүе һуңғы йылдарҙа ғәҙәтигә әйләнде. Башҡа нәмәләр ҙә етерлек. Ләкин шуныһы мөһим: районда уларҙы күрә, хәл итеү юлдарын эҙләй, таба беләләр. Быны Ерекле миҫалында ла күреп була: медпункт, клуб, башланғыс мәктәп эшләй, тинек, халыҡ үҙ көсө менән мәсеткә нигеҙ һалған. Ергә ереккән, сәмләнеп донъя көткән, ауыл усағын һүндермәгән кешеләр менән матур был яҡ.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ
Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 167

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 516

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 256

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 056

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 737

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 402

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 720

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 472

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 545

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 377

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 551