Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулыңды эшләт, Хоҙай ризығын бирер
Ҡулыңды эшләт, Хоҙай ризығын бирер
Тәүге тамсылар тыпылданы. Ер кешеһе өсөн йәнә тынғыһыҙ көндәр башланды. Хәйер, крәҫтиәндең эшһеҙ торған көнө бармы икән? Йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн дә бушамай ул. Тышта әсе буран ҡоторһа ла, ул уйҙары менән ялан-ҡырҙарҙы айҡай – орлоғон хәстәрләй, техникаһын ремонтлай. Был йәһәттән Ейәнсурала хәлдәр нисек? Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ришат Мәҡсүтов менән ошо хаҡта һөйләштек.

– Ришат Фәрит улы, ер ҡарҙан әрселер, икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар трактор тауышына күмелер мәлгә күп ҡалманы. Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек нисек бара?
– Һәйбәт тип әйтер инем. Орлоҡ етерлек күләмдә, хатта артығы менән тупланды. Әле кукуруз орлоғо алыу хаҡында һөйләшеп килешәбеҙ, сөнки һауын һыйырҙары өсөн бик файҙалы үҫемлек ул.
Тырмалар, культиваторҙар, сәскестәр бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер.
– Яғыулыҡ етерлекме?
– Был юҫыҡта ла хәстәрлек күрелә. Бөгөн “Аҡбуҙат”, “Ҡыуандыҡ”, “Орсен” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, кредит алып, иҫәпләшеп ҡуйҙы. Ҡалғандары ла тик ятмай. Шуға ла яғыулыҡ материалдарына ҡытлыҡ булмаҫ тип торабыҙ.
– Нимә генә тимә, механизаторҙар – хужалыҡтарҙа төп көс. Ҡайһы бер төбәктәрҙә бына тигән техника тора, ә уны “йүгәнләргә” теләүсе табылмай.
– Улай тип зарлана алмайбыҙ, кәрәк икән, алдан хәстәрен күрәбеҙ. 1 февралдән ҡеүәтле тракторҙарҙа эшләргә теләүселәрҙе уҡыта башланыҡ. Йәнә беҙ “Ергән” МТС-ы менән бергә эшләгәс, улар ҙа ярҙамға килә.
– Һуңғы йылдарҙағы ҡырыҫ тәбиғәт шарттары байтаҡ ҡына ужым культураларының ҡышын һәләк булыуына килтерҙе, быйыл күңелһеҙ хәл ҡабатланманымы?
– Былтыр 8 мең гектар майҙанда ужым культураһы сәстек. Шуныһы ҡыуаныслы: әле шуның 5 мең гектарын тикшерҙек. Аллаға шөкөр, зарар килмәгән. Ҡалғанын ошо көндәрҙә ҡарарбыҙ тип торабыҙ. Моғайын, улары ла имен сыҡҡандыр, тип уйлайым, ҡыш быйыл ҡарлы булды бит.
Әммә бөтөнләй ҡыуанырға иртә әле – яҙҙың нисек килерен белеп булмай. Көндәр ҡапыл йылытып, кинәт туңдырған ваҡытта, ужымдың бер көндә һәләк булыуы бар.
– Белгестәр етәме?
– Әлбиттә, был юҫыҡта хәл итәһе мәсьәләләр бар. Агрономдар, зоотехниктар етешмәй. Килгәндәре бер сама тәжрибә туплағас, китеү яғын ҡарай. Шулай ҙа был йүнәлештә эшләйбеҙ. Йәштәр юҡ, тип зар илап ултырмайбыҙ. Күптән түгел Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ауылда эшләүселәр өсөн “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа район ауылдарын тотороҡло үҫтереү” программаһы эшләнде. Был документ ҡабул ителһә, агросәнәғәт комплексындағы йәштәргә торлаҡ һатып алыуға, төҙөлөшкә аҡса бүленәсәк, уларҙы тыуған төбәккә ҡайтарыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыласаҡ.
– Һеҙҙе тағы ниндәй проблемалар борсой?
– Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел. Кәйефте ҡырған мәсьәләләр ҙә етерлек. Һүҙ юҡ: ауыл халҡы тырыша, мал аҫрай. Ләкин шул көс-тир түгеп үҫтергән аҙыҡ-түлектең хаҡы үтә түбән булыуы аптырата. Хатта һатыуы ла бер бәләгә әүерелде. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ваҡыт юҡ. Әмәлен табырға тырышабыҙ. Юҡҡа ғына “Ҡулыңды эшләт, Хоҙай ризығын бирер” тимәгәндәр бит.


Автор: И. ХАҠОВ әңгәмәләште. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә