Тәүге тамсылар тыпылданы. Ер кешеһе өсөн йәнә тынғыһыҙ көндәр башланды. Хәйер, крәҫтиәндең эшһеҙ торған көнө бармы икән? Йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн дә бушамай ул. Тышта әсе буран ҡоторһа ла, ул уйҙары менән ялан-ҡырҙарҙы айҡай – орлоғон хәстәрләй, техникаһын ремонтлай. Был йәһәттән Ейәнсурала хәлдәр нисек? Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ришат Мәҡсүтов менән ошо хаҡта һөйләштек.
– Ришат Фәрит улы, ер ҡарҙан әрселер, икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар трактор тауышына күмелер мәлгә күп ҡалманы. Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек нисек бара? – Һәйбәт тип әйтер инем. Орлоҡ етерлек күләмдә, хатта артығы менән тупланды. Әле кукуруз орлоғо алыу хаҡында һөйләшеп килешәбеҙ, сөнки һауын һыйырҙары өсөн бик файҙалы үҫемлек ул.
Тырмалар, культиваторҙар, сәскестәр бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер.
– Яғыулыҡ етерлекме? – Был юҫыҡта ла хәстәрлек күрелә. Бөгөн “Аҡбуҙат”, “Ҡыуандыҡ”, “Орсен” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, кредит алып, иҫәпләшеп ҡуйҙы. Ҡалғандары ла тик ятмай. Шуға ла яғыулыҡ материалдарына ҡытлыҡ булмаҫ тип торабыҙ.
– Нимә генә тимә, механизаторҙар – хужалыҡтарҙа төп көс. Ҡайһы бер төбәктәрҙә бына тигән техника тора, ә уны “йүгәнләргә” теләүсе табылмай. – Улай тип зарлана алмайбыҙ, кәрәк икән, алдан хәстәрен күрәбеҙ. 1 февралдән ҡеүәтле тракторҙарҙа эшләргә теләүселәрҙе уҡыта башланыҡ. Йәнә беҙ “Ергән” МТС-ы менән бергә эшләгәс, улар ҙа ярҙамға килә.
– Һуңғы йылдарҙағы ҡырыҫ тәбиғәт шарттары байтаҡ ҡына ужым культураларының ҡышын һәләк булыуына килтерҙе, быйыл күңелһеҙ хәл ҡабатланманымы? – Былтыр 8 мең гектар майҙанда ужым культураһы сәстек. Шуныһы ҡыуаныслы: әле шуның 5 мең гектарын тикшерҙек. Аллаға шөкөр, зарар килмәгән. Ҡалғанын ошо көндәрҙә ҡарарбыҙ тип торабыҙ. Моғайын, улары ла имен сыҡҡандыр, тип уйлайым, ҡыш быйыл ҡарлы булды бит.
Әммә бөтөнләй ҡыуанырға иртә әле – яҙҙың нисек килерен белеп булмай. Көндәр ҡапыл йылытып, кинәт туңдырған ваҡытта, ужымдың бер көндә һәләк булыуы бар.
– Белгестәр етәме? – Әлбиттә, был юҫыҡта хәл итәһе мәсьәләләр бар. Агрономдар, зоотехниктар етешмәй. Килгәндәре бер сама тәжрибә туплағас, китеү яғын ҡарай. Шулай ҙа был йүнәлештә эшләйбеҙ. Йәштәр юҡ, тип зар илап ултырмайбыҙ. Күптән түгел Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ауылда эшләүселәр өсөн “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа район ауылдарын тотороҡло үҫтереү” программаһы эшләнде. Был документ ҡабул ителһә, агросәнәғәт комплексындағы йәштәргә торлаҡ һатып алыуға, төҙөлөшкә аҡса бүленәсәк, уларҙы тыуған төбәккә ҡайтарыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыласаҡ.
– Һеҙҙе тағы ниндәй проблемалар борсой? – Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел. Кәйефте ҡырған мәсьәләләр ҙә етерлек. Һүҙ юҡ: ауыл халҡы тырыша, мал аҫрай. Ләкин шул көс-тир түгеп үҫтергән аҙыҡ-түлектең хаҡы үтә түбән булыуы аптырата. Хатта һатыуы ла бер бәләгә әүерелде. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ваҡыт юҡ. Әмәлен табырға тырышабыҙ. Юҡҡа ғына “Ҡулыңды эшләт, Хоҙай ризығын бирер” тимәгәндәр бит.