Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡорос ат”ты йүгәнләй Илдар менән Вилдар
“Ҡорос ат”ты йүгәнләй Илдар менән Вилдар
Илдар Сөнәғәтов менән Вилдар Яҡупов бер ауылда ғына түгел, ә бер урамда күрше булып йәшәйҙәр һәм бер ойошмала эшләйҙәр.

Улар икеһе лә тәжрибәле шофер, көн дә эшкә бергә йөрөйҙәр, бер-береһенә ярҙамсыл һәм кәңәшсе. Хеҙмәттәштәре араһында ихтирамға, хөрмәткә лайыҡтар. Береһе ғаиләһе менән ҡунаҡҡа, йә булмаһа ҡалаға юлланһа, икенсеһе уның донъяһына күҙ-ҡолаҡ булып тора. Балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, бәләкәйҙән үк татыу булып үҫә. Йорт тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсаларында йыл һайын емеш-еләк һәм йәшелсә мул уңыш бирә. Ҡатындарынан да уңдылар. Фәзилә менән Тәғзимә апайҙар бик егәрле, йорт-ҡуралағы бар эштәрҙе лә башҡаралар.
“Ҡорос ат”ты йүгәнләй Илдар менән ВилдарИлдар Зәки улы Сөнәғәтов Белорет районының Уҫманғәле ауылында донъяға килгән. Армия хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, Инйәр урман хужалығына автослесарь булып эшкә керә. Һуңынан утын ташый. Леспромхоз тарҡалғас, төрлө ерҙә эшләй. 2011 йылда “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына эшкә саҡыралар. Ул хәҙер көн һайын Инйәрҙән Рәүәт ауылына ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен автобуста йөрөтә. Уның "ҡорос ат"ы һәр саҡ таҙа, ҡараулы. Был инде Илдар ағайҙың тырыш, бөхтә булыуын һәм эшен яратып башҡарыуын иҫбатлай.
Вилдар Ғилман улы Яҡуповтың яҙмышы күршеһенекенә оҡшаш. Ул Ямашты (әлеге көндә бөткән) ауылында тыуған. Егет ҡорона ингәс, хеҙмәт юлын Исҡушты ауылында "Ашығыс ярҙам" машинаһында башлап ебәрә. 1984 йылда Инйәр леспромхозына шофер булып килә. Заманында гөрләп торған хужалыҡ ябылғас, шулай уҡ төрлө эштә йөрөй. Унан Вилдар ағайҙы яҙмыш елдәре “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына алып килә. Бында ул Ямашты участка урмансылығының дәүләт инспекторҙарын эшкә йөрөтә. Хатта ҡайһы саҡта рейдтарҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Үҙе лә йыш ҡына: "Урман үҫергә, йәшәргә һәм һаҡланырға тейеш", — ти. Бына ошондай эшһөйәр, уңған ағайҙар эшләй беҙҙә.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт
ҡурсаулығы белгесе.


Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә