Илдар Сөнәғәтов менән Вилдар Яҡупов бер ауылда ғына түгел, ә бер урамда күрше булып йәшәйҙәр һәм бер ойошмала эшләйҙәр.
Улар икеһе лә тәжрибәле шофер, көн дә эшкә бергә йөрөйҙәр, бер-береһенә ярҙамсыл һәм кәңәшсе. Хеҙмәттәштәре араһында ихтирамға, хөрмәткә лайыҡтар. Береһе ғаиләһе менән ҡунаҡҡа, йә булмаһа ҡалаға юлланһа, икенсеһе уның донъяһына күҙ-ҡолаҡ булып тора. Балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, бәләкәйҙән үк татыу булып үҫә. Йорт тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсаларында йыл һайын емеш-еләк һәм йәшелсә мул уңыш бирә. Ҡатындарынан да уңдылар. Фәзилә менән Тәғзимә апайҙар бик егәрле, йорт-ҡуралағы бар эштәрҙе лә башҡаралар.
Илдар Зәки улы Сөнәғәтов Белорет районының Уҫманғәле ауылында донъяға килгән. Армия хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, Инйәр урман хужалығына автослесарь булып эшкә керә. Һуңынан утын ташый. Леспромхоз тарҡалғас, төрлө ерҙә эшләй. 2011 йылда “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына эшкә саҡыралар. Ул хәҙер көн һайын Инйәрҙән Рәүәт ауылына ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен автобуста йөрөтә. Уның "ҡорос ат"ы һәр саҡ таҙа, ҡараулы. Был инде Илдар ағайҙың тырыш, бөхтә булыуын һәм эшен яратып башҡарыуын иҫбатлай.
Вилдар Ғилман улы Яҡуповтың яҙмышы күршеһенекенә оҡшаш. Ул Ямашты (әлеге көндә бөткән) ауылында тыуған. Егет ҡорона ингәс, хеҙмәт юлын Исҡушты ауылында "Ашығыс ярҙам" машинаһында башлап ебәрә. 1984 йылда Инйәр леспромхозына шофер булып килә. Заманында гөрләп торған хужалыҡ ябылғас, шулай уҡ төрлө эштә йөрөй. Унан Вилдар ағайҙы яҙмыш елдәре “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына алып килә. Бында ул Ямашты участка урмансылығының дәүләт инспекторҙарын эшкә йөрөтә. Хатта ҡайһы саҡта рейдтарҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Үҙе лә йыш ҡына: "Урман үҫергә, йәшәргә һәм һаҡланырға тейеш", — ти. Бына ошондай эшһөйәр, уңған ағайҙар эшләй беҙҙә.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт
ҡурсаулығы белгесе.