Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бар ҡитғаны шаулатҡан Йәрмәкәй һылыуы
Бар ҡитғаны шаулатҡан Йәрмәкәй һылыуы Нурзиә Баһманова — Рәсәйҙең 100 саҡрымға йүгереүҙә донъя чемпионы исемен яулаған беренсе спортсыһы

Журналист "ҡамытын кейгәс", миңәҡулдары һөйәлләнеп, биттәре эҫе ҡояшта янып-бешеп бөткән ябай игенселәрҙән алып обком секретарҙарына, премьер-министрҙарға, данлыҡлы космонавтарға тиклем күптәр тураһында яҙырға тура килде.
Йылдар үтеү менән бәрәкәтле, данлыҡлы Йәрмәкәй ере мине бихисап шәхес менән осраштырҙы. Ә инде төрлө сәбәп арҡаһында күреп һөйләшеү мөмкинлеге булмағанда, теге йәки был шәхестең туғандары, дуҫтары менән аралашаһың, төрлө документаль сығанаҡтарға мөрәжәғәт итәһең. Йәрмәкәй районында донъяға тәүге ауазын һалып, аҙаҡ бөтә республиканы данға күмгән, спорт күгендә мәңге һүнмәҫ, яҡтынан-яҡты йондоҙобоҙ Нурзиә Баһманова хаҡында ла оло ғорурлыҡ тойғолары менән яҙам.


Ҡыйыуҙар Мәскәүгә юллана


Фотоһүрәттән йылмайып, көләс йөҙөнән шатлыҡ нурҙары һирпелеп, күҙҙәре осҡонланып, күптәрҙе үҙенә йәлеп итеп торған данлыҡлы яҡташыбыҙға нисек һоҡланмайһың да, нисек ғорурланмайһың?! Их, үҙен күрергә ине, тип ҡуйыусылар ҙа табылыр, әлбиттә. Донъя күләмендәҙур еңеүҙәр яулап, шатлыҡлы ла, бәхетле лә миҙгелдәрҙе күп кисерҙе беҙҙең Нурзиәбеҙ. Әлбиттә, уның баш әйләндергес уңыштары тураһында заманында Рәсәй, сит ил гәзиттәре күп яҙҙы, телевидение һәм радио аша тапшырыуҙар ойошторолдо.
Нурзиә бәләкәйҙән үк тәбиғәткәғашиҡ була. Шуғалыр ҙа һүрәт төшөрөү, шиғырҙар ижад итеү менән дә мауыға. Уларҙың күбеһе Рәтамаҡ мәктәбенең стена гәзиттәрендә баҫылып сыға. Ә шулай ҙа ул физкультура һәм спортты яҡын итә. Был хаҡта бөгөн яңғыҙы ғына Рәтамаҡ ауылында ғүмер иткән әсәһе — 80 йәшенә аяҡ баҫҡан Наилә Миңләхмәт ҡыҙы һөйләне. Заманында ул данлыҡлы сөгөлдөр үҫтереүсе, звено башлығы булған, Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә лә барған. Ә тормош иптәше Яхъя иһә ябай мал ҡараусы булып эшләгән. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Әнисә менән Рәмзилә шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаған. Уларҙың береһе — Татарстанда, икенсеһе күршеләге Ҡулбай ауылында йәшәй.
— Нурзиә бәләкәйҙән үк теремек, осорҙай булып йөрөнө, — тип һөйләй Наилә инәй. — Мәктәптән ҡайтыу менән йүгереп урман яғына китә ине. Көн һайын Бәҙи шишмәһенә барҙы, тауға йүгереп кенә менә торған булды. Биш-алты саҡрым йүгереү уның көндәлек графигына ингәйне.
Һуңыраҡ заманында мәктәптә немец теленән уҡытҡан Гүзәл Сөләймәнова ла һүҙгәҡушылды: "Нурзиә бик тырыш, сәмсел уҡыусы булды. Бәләкәйҙән үк үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып йәшәне".
Урта мәктәпте "бишле" билдәләренә генә тамамлай Нурзиә. Ни өсөндөр уға алтын йә иһә көмөш миҙал тапшырылмай. Ни хәл итәһең? Бәлки, ябай колхозсы балаһы булғанға һанға һуҡмағандарҙыр...
Нурзиә Баһманова районда үткәрелгән еңел атлетика, саңғы ярыштарында һәр саҡ призлы урындар яулаған. Спорт буйынса район ярыштарында мәктәп данын яҡлаған бит әле. Ә шулай ҙа үҙ алдына матур маҡсат ҡуйған Нурзиә ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек, һынау алдында һынып ҡалмай. Ул Өфөгә институтҡа юллана. Унда ла бәхет йылмаймай, конкурстан үтә алмай. Бисара ауыл балаһы... Ниҙәр генә күрмәй уның башы!..
Эйе, изге маҡсат ҡуйған, ныҡышмал кеше барыбер теләгенәөлгәшә. Нурзиә туп-тура Мәскәүгә юллана. Төпкөл генә ауылдан килгән, тәүҡарашҡа баҫалҡы, оялсан ғына ҡыҙ Ленин орденлы Үҙәк физик культура институтының ишеген ҡағырға ҡыйыулыҡ таба, уҡырға инә. Бына һиңә, мә! Быға Рәтамаҡ ауылы ғына түгел, бөтә Йәрмәкәй районы халҡы шаҡҡата. Тәүге уңышы менән Нурзиә күптәрҙең танауына сиртте, әммә башы әйләнмәне.

Нурзиә бит ул!


Йылдам студент бөтәһенә ләөлгәшә: уҡыу йортоноң данын яҡлап төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. 1981—1986 йылдарҙа Мәскәү вуздары араһында философия буйынса үткәрелгән фәнни конференцияларҙа еңеүсе була. Ленин стипендияһын алып уҡыған Нурзиә Баһманова данлыҡлы институттың тренерҙар факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Аспирантурала белем алырға, ғилми хеҙмәттәр баҫтырырға ла форсат таба. 1989 йылда Мәскәүҙә еңел атлетика буйынса халыҡ-ара марафонда ҡатнашып, ул беренсе урынды яулай һәм марафон буйынса илдең йыйылма командаһына индерелә, унда 1998 йылға тиклем була.
Нурзиә Баһманованың яратҡан дистанцияһы — марафондан тыш 100 километрлыҡ ара. Был алыҫлыҡҡа донъя күләмендә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып йүгереүсе лә ул. 1990 йылда Италияла үткәрелгән донъя чемпионатында көмөш миҙал яулай.
Нурзиәнең тормошонда иң бәхетле, уңыштарға бай осор — 1992 йыл. Мадридта 100 саҡрымға йүгереүҙәҡатнашып, Испания чемпионаты еңеүсеһе була, шул уҡ алыҫлыҡҡа үткәрелгән бәйгелә донъя чемпионы исемен дә ала. Шулай ул Олимпия алды турнирында, Бельгия чемпионатында ла еңә. Донъя беренселегендәҡатнашҡан африкандар ҙа, бик етеҙҡытайҙар ҙа, япондар ҙа данлыҡлы яҡташыбыҙ алдында көсһөҙ булып сыға. Һөҙөмтәлә Нурзиә Яхъя ҡыҙы планетаның иң сыҙамлы ҡатын-ҡыҙы тип таныла.
Төпкөлдән сыҡҡан ябай ауыл ҡыҙы 1992 йылда "Халыҡ-ара класлы спорт мастеры" тип таныла — был да оло мәртәбә бит әле.
Бәхет бер йылмайһа, йылмая бит ул. 1993 йылда ул Прага марафонында ҙур еңеү яулай. Был минуттарҙа Нурзиәнән дә бәхетле кеше булмағандыр, моғайын. Кемдәр генәҡотламаны уны, ҡайһы төбәктән генә телеграммалар килмәне! Эшкә саҡырыуҙар ҙа булманы түгел, булды. Тик ул илебеҙ баш ҡалаһын ташламаны. Әһуңыраҡ, дөрөҫөрәге, 1995 йылда Подольск ҡалаһында үткәрелгән ярышта 100 саҡрым араны беренсе булып үтәһәм Европа рекордын ҡуя. Шулай, еңеү артынан еңеү яулай беҙҙең ныҡышмалы, сәмсел яҡташыбыҙ.
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, көслө рухлы шәхес Нурзиә Яхъя ҡыҙы Баһманованың донъяһы түңәрәк. Ире, тренер Вячеслав Шведов менән ике бала үҫтерҙеләр. Улдары Павел аспирантурала белем ала, ҡыҙҙары Ярослава — профессиональ тенниссы, 2008 йылдан бирле Ҡаҙағстан өсөн сығыш яһай. Төрлө яҡтан уңған, ярҙамсыл, ябай спортсының йөҙөндәһәр саҡ нурҙар балҡый. Ҡаҙаныштарына һөйөнмәҫлекме, ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Уныңғаилә коллекцияһында 40-тан ашыу кубок һаҡлана. Миҙалдарының дөйөм ауырлығы ғына ла 6 килограмдан артып китә.
Эйе, тоҙло тир түгеп яуланған ҡәҙерле миҙалдар ауыр булалыр шул.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
журналист, Фәтих Кәрим, Динис Бүләков
исемендәге премиялар лауреаты,
Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә