Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гүзәллеге – йырлы Йылайырҙан
Гүзәллеге – йырлы Йылайырҙан Ошо көндәрҙә "Башҡорт һылыуҡайы-2014" республика телевизион конкурсы уҙғарылды. Уның йомғаҡтары хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, сараны ойоштороусыларҙың береһе Дилара ЗАРИПОВА һөйләй:
– Гүзәллек бәйгеһендәҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл күбәйеүе һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта географияның киңәйеүен дә билдәләргә кәрәк. Сара халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, тиергә лә мөмкин. Әлеге "Һылыуҡай"ҙа Мәскәүҙән Камила Бикҡолованың, Санкт-Петербургтан Алина Байҙаҡованыңһәм Магнитогорскиҙан Гөлнара Шәмсетдинованыңҡатнашыуы шуны асыҡ дәлилләй.
Гала-концертҡа тиклем конкурсанттарҙың эске донъяһын әҙме-күпме асып бирер өсөн "зәңгәр экран"дан "Һылыуҡай көндәлеге" реалити-шоуын күрһәттек. Әйткәндәй, беҙҡыҙҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙҡабул итеп алабыҙҙа улар менән эшләй башлайбыҙ. Сәхнәләүҙеңде ҡайһылайыраҡ тоторға, башҡортса таҙа һөйләшергә, ҡапыл килеп тыуған хәлдән нисек сығырға өйрәтергә лә тура килгеләй. Уйлап ҡараһаң, бүтән проекттарға ҡатнашыусылар етди әҙерлек менән килә.
"Һылыуҡай" үткән көндөҠала мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела һәр бәйгесе өсөн айырым күргәҙмә ойоштороп, яңылыҡ индерҙек. Ул нимәгә кәрәк һуң? Мәҫәлән, ҡайһы ҡыҙҙың ниндәй районда тыуып үҫкәнен тамашасылар белһен өсөн. Күргәҙмәлә төрлө төбәктеңғөрөф-ғәҙәте, йолалар һәм тарихы сағылыш тапҡан, һылыуҡайҙарҙың яҡташтары баш ҡалаға килеп, күркәм байрам әҙерләгән. Ҡеүәтләүсе төркөмдәрҙең эшен юғары баһаларға кәрәк, әлбиттә.
Айырыуса бейеүҙәрҙе оҡшатты тамашасыбыҙ. Һылыуҡайҙар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле егеттәре менән сәхнәне бер итте.
Гран-при алған Раушания Юлдыбаева (һүрәттә) бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала, киләсәктә сәнғәт юлынан китмәксе, башҡорт балалары өсөн театр асырға уйлай. Тыуған төйәге – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.


Автор: А. ИЛДАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә