Ошо көндәрҙә "Башҡорт һылыуҡайы-2014" республика телевизион конкурсы уҙғарылды. Уның йомғаҡтары хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, сараны ойоштороусыларҙың береһе Дилара ЗАРИПОВА һөйләй: – Гүзәллек бәйгеһендәҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл күбәйеүе һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта географияның киңәйеүен дә билдәләргә кәрәк. Сара халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, тиергә лә мөмкин. Әлеге "Һылыуҡай"ҙа Мәскәүҙән Камила Бикҡолованың, Санкт-Петербургтан Алина Байҙаҡованыңһәм Магнитогорскиҙан Гөлнара Шәмсетдинованыңҡатнашыуы шуны асыҡ дәлилләй.
Гала-концертҡа тиклем конкурсанттарҙың эске донъяһын әҙме-күпме асып бирер өсөн "зәңгәр экран"дан "Һылыуҡай көндәлеге" реалити-шоуын күрһәттек. Әйткәндәй, беҙҡыҙҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙҡабул итеп алабыҙҙа улар менән эшләй башлайбыҙ. Сәхнәләүҙеңде ҡайһылайыраҡ тоторға, башҡортса таҙа һөйләшергә, ҡапыл килеп тыуған хәлдән нисек сығырға өйрәтергә лә тура килгеләй. Уйлап ҡараһаң, бүтән проекттарға ҡатнашыусылар етди әҙерлек менән килә.
"Һылыуҡай" үткән көндөҠала мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела һәр бәйгесе өсөн айырым күргәҙмә ойоштороп, яңылыҡ индерҙек. Ул нимәгә кәрәк һуң? Мәҫәлән, ҡайһы ҡыҙҙың ниндәй районда тыуып үҫкәнен тамашасылар белһен өсөн. Күргәҙмәлә төрлө төбәктеңғөрөф-ғәҙәте, йолалар һәм тарихы сағылыш тапҡан, һылыуҡайҙарҙың яҡташтары баш ҡалаға килеп, күркәм байрам әҙерләгән. Ҡеүәтләүсе төркөмдәрҙең эшен юғары баһаларға кәрәк, әлбиттә.
Айырыуса бейеүҙәрҙе оҡшатты тамашасыбыҙ. Һылыуҡайҙар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле егеттәре менән сәхнәне бер итте.
Гран-при алған Раушания Юлдыбаева (һүрәттә) бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала, киләсәктә сәнғәт юлынан китмәксе, башҡорт балалары өсөн театр асырға уйлай. Тыуған төйәге – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.