Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Балҡып йәшәргә" хоҡуғыбыҙ бар!
"Балҡып йәшәргә" хоҡуғыбыҙ бар! Тышта — яҙҙың тәүге һулышы, тупраҡ еҫе һиҙелгән, Ер-Әсәнеңҡөҙрәтенә тағы бер ҡат инандырған илаһи мәл. Тәбиғәттең ошо миҙгелендәҡатын-ҡыҙҙың күңел бөйөклөгө сағыла. Гүзәл зат та бит, ер кеүек, тереклектең, уңыштың, изгелектең нигеҙе. 8 Март байрамының тап ошо мәлгә тура килеүе һис тә юҡтан түгелдер.
Өйөндә яҡшы хужабикә генә түгел, эшендә уңған хеҙмәткәр ҙә беҙҙеңҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Уларҙың араһында һәр төрлөһөнәр эйәһе бар. Мәҫәлән, педагогтар — йәш быуынға юл күрһәткән, уларҙың күңеленә яҡтылыҡҡа ынтылыш һалған изге йөрәкле остаздар — байтаҡ. Шуларҙың береһе — баш ҡалабыҙҙың 112-се мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Ҡаһирова. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында әлеге М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны уңышлы тамамлап, 17 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған замандашыбыҙ күптән түгел ҙур ҡаҙанышы менән һөйөндөрҙө: Өфө педагогтары араһында ойошторолған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында төп бүләккә лайыҡ булды!
— Еңеүемә ифрат шатмын, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәл Ғариф ҡыҙы. — Был конкурста элек тә көсөмдөһынап ҡарағаным булды, шуға күрә уға әҙерләнеүҙур ауырлыҡ тыуҙырманы. Туған мәктәбемдең коллективына, етәксебеҙ Наталья Перфиловаға, директор урынбаҫарҙарына рәхмәт — үҙ көсөмә ышандырҙылар, дәртләндерҙеләр, төрлө яҡлап ярҙам иттеләр. Ғөмүмән, беҙҙә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибар көслө, бында ата-әсәнең дә тос өлөшө бар.
Гүзәл Ғариф ҡыҙының фекеренсә, заман педагогы балаларға рухи һәләт һалған тәрбиәсе, тел, мәктәп мәсьәләләрен күтәргән ялҡынлы оратор, һәр саҡ яңылыҡ эҙләгән тикшеренеүсе, шәхси тәжрибәһен башҡаларға күрһәтә белгән оҫта хеҙмәткәр, ойоштороусы булырға тейеш. Үҙе, тап ошо һыҙаттары менән алдырып, мәктәп коллективында, ҡаланың педагогик йәмғиәтендәҙур абруй ҡаҙанған.
— Уҡытыусы булырға йүнәлеште әсәйем бирҙе, — ти Гүзәл Ғариф ҡыҙы. — Әлеге еңеүемде Ейәнсура районында йәшәгән ҡәҙерле кешемә бағышлайым, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Ғөмүмән, һәр ҡатын-ҡыҙҙыңғаиләһенең, йортоноң именлегенә, балаларының уңышына ҡыуанып, эшенән кинәнес алып, балҡып йәшәргә хоҡуғы бар — барлыҡ гүзәл затҡа ошондай бәхет насип булһын!


Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә