Тышта — яҙҙың тәүге һулышы, тупраҡ еҫе һиҙелгән, Ер-Әсәнеңҡөҙрәтенә тағы бер ҡат инандырған илаһи мәл. Тәбиғәттең ошо миҙгелендәҡатын-ҡыҙҙың күңел бөйөклөгө сағыла. Гүзәл зат та бит, ер кеүек, тереклектең, уңыштың, изгелектең нигеҙе. 8 Март байрамының тап ошо мәлгә тура килеүе һис тә юҡтан түгелдер. Өйөндә яҡшы хужабикә генә түгел, эшендә уңған хеҙмәткәр ҙә беҙҙеңҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Уларҙың араһында һәр төрлөһөнәр эйәһе бар. Мәҫәлән, педагогтар — йәш быуынға юл күрһәткән, уларҙың күңеленә яҡтылыҡҡа ынтылыш һалған изге йөрәкле остаздар — байтаҡ. Шуларҙың береһе — баш ҡалабыҙҙың 112-се мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Ҡаһирова. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында әлеге М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны уңышлы тамамлап, 17 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған замандашыбыҙ күптән түгел ҙур ҡаҙанышы менән һөйөндөрҙө: Өфө педагогтары араһында ойошторолған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында төп бүләккә лайыҡ булды!
— Еңеүемә ифрат шатмын, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәл Ғариф ҡыҙы. — Был конкурста элек тә көсөмдөһынап ҡарағаным булды, шуға күрә уға әҙерләнеүҙур ауырлыҡ тыуҙырманы. Туған мәктәбемдең коллективына, етәксебеҙ Наталья Перфиловаға, директор урынбаҫарҙарына рәхмәт — үҙ көсөмә ышандырҙылар, дәртләндерҙеләр, төрлө яҡлап ярҙам иттеләр. Ғөмүмән, беҙҙә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибар көслө, бында ата-әсәнең дә тос өлөшө бар.
Гүзәл Ғариф ҡыҙының фекеренсә, заман педагогы балаларға рухи һәләт һалған тәрбиәсе, тел, мәктәп мәсьәләләрен күтәргән ялҡынлы оратор, һәр саҡ яңылыҡ эҙләгән тикшеренеүсе, шәхси тәжрибәһен башҡаларға күрһәтә белгән оҫта хеҙмәткәр, ойоштороусы булырға тейеш. Үҙе, тап ошо һыҙаттары менән алдырып, мәктәп коллективында, ҡаланың педагогик йәмғиәтендәҙур абруй ҡаҙанған.
— Уҡытыусы булырға йүнәлеште әсәйем бирҙе, — ти Гүзәл Ғариф ҡыҙы. — Әлеге еңеүемде Ейәнсура районында йәшәгән ҡәҙерле кешемә бағышлайым, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Ғөмүмән, һәр ҡатын-ҡыҙҙыңғаиләһенең, йортоноң именлегенә, балаларының уңышына ҡыуанып, эшенән кинәнес алып, балҡып йәшәргә хоҡуғы бар — барлыҡ гүзәл затҡа ошондай бәхет насип булһын!