Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ҙә “Ҡарлуғас” ояһынан сыҡтыҡ
Бөгөнгө “маҡтаулы” капитализм, балаларҙы уҡытырға аҡса еткерә алмау һылтауы менән, мәктәптәрҙе ябыу юлына килеп баҫты. Быны бигерәк тә балалы ғаиләләр яҡшы белә. Ә дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер ауылда ла мәктәп ябылманы. Беҙҙең Үргендә Башҡорт автономияһының ун йыллығына ҡарата төҙөлгән мәктәптә сит ауылдарҙан да күп балалар белем алды. Һуғыштың икенсе йылында районда етемдәр күбәйә башлағас, ошо мәктәп базаһында балалар йорто асылды. VII класты тамамлағас, улар Стәрлетамаҡтағы балалар йортона ебәрелә ине.

Мәктәп директоры Фәтих Абдуллин 1944 йылда VIII класты астырыуға өлгәшә. Унда тәүҙә 64 уҡыусы алынған. Шул уҡ йылдың көҙөндә ауылдың 17 йәшлек өс егетен мәктәптән тура фронтҡа оҙаталар.
Әйткәндәй, Фәтих олатай ғәжәп ойоштороусы ине. Уҡытыусылар менән ауыл халҡы алдында сығыш яһау һәм район смотрында ҡатнашыу өсөн Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһын әҙерләп ҡуйҙырғайны. Төп ролдәрҙә мәктәп завучы Зәйтүнә апай Абдуллина (Ҡарлуғас) менән колхоздың келәт мөдире Нәфисә апай Ҡолтаева (Шатморат) уйнаны. Фәтих Нәжметдин улы үҙе — Ҡормой ҡартты, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Әбделхәй Теләүбирҙин Ҡарлуғастың атаһы Ырыҫҡол ролен башҡарҙы. Башҡа “артистар” башлыса VIII класс уҡыусылары ине. Ваһап ҡасҡынды буласаҡ драматург Азат Абдуллин уйнаны. Смотрҙа был сығыш комиссия тарафынан ҙур баһа алды — уға беренсе урын бирелде. Партия райкомының I секретары Миңлеғужин иптәш Зәйтүнә апайға дебет шәл ябындырҙы, ә Фәтих олатай менән Әбделхәй ағайҙы костюмлыҡ туҡыма менән бүләкләне. Азат Абдуллинға иһә Почет грамотаһы бирҙеләр. Иҫәнғол тамашасылары Үрген артистарын “ҡарлуғастар” тип йөрөтә башланы.
Зәйтүнә апайҙың “сәхнә тормошо” Абҙан урта мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана. Уны сәхнәгә сығарыусы уҡытыусылар – Менәүәр Нияҙғолов менән Һаҙый Ғүмәров. Уларҙың береһе – яҡын ғына еҙнәһе (атаһы яғынан), икенсеһе — ағаһы (әсәһе яғынан). “Зәңгәр шәл”дә Зәйтүнә апай — Мәйсәрәне, Менәүәр Хәсән улы — Булатты, Һаҙый Вәли улы мулланы уйнай. Ә сәхнәгә һөйөү уға әсә һөтө менән ингән тиергә лә мөмкин, сөнки әсәһе Хәмдиә инәй аҙаҡ Башҡортостандың сәхнә йондоҙо булып киткән Бәҙәр Йосопова менән бергә Стәрлетамаҡта Беренсе башҡорт театрының тәүге артисткаһы була. Иҫке Ейәнсурала хәрби комиссар булып эшләгән Мөхәмәт олатай Абдуллин, ошо 17 йәшлек һылыу ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булып, 1920 йылда уға өйләнә. Ә 1921 йылда Зәйтүнә апай донъяға килә. Шул уҡыу йылында был коллектив тағы ла ҙур сәхнә әҫәре менән мәктәп залында сығыш яһаны. Был юлы татар яҙыусыһы Тажи Ғиззәттең “Ташҡындар” драмаһын әҙерләнеләр. Фәтих олатай күп балалы ғаилә башлығы Биктимер ҡарт ролен башҡарҙы. Зәйтүнә апай уның һалдаттағы уртансы улы Мирхәйҙәрҙең ҡатыны Зәмзәмбаныуҙы бик оҫта уйнаны. Биктимер ҡарттың кесе улы аҡ офицер Нурғәле ролендә VIII класс уҡыусыһы Ғәйнулла Ильясов иҫтә ҡалған.
Тажи Ғиззәттең “Сатҡылар” драмаһын юғары класта уҡығанда беҙ, уҡыусылар, ҡуйғайныҡ. VIII класты тамамлаусыларҙың күбеһе артабан уҡый алманы — белемле уҡытыусылар булмау сәбәпле, IХ класс асылманы. Бер нисә егет кенә, шул иҫәптән Азат Абдуллин, уҡыуҙарын Абҙан мәктәбендә дауам итте. Беҙ ҙә VII класты тамамлағас, күмәкләшеп Мораҡ педагогия училищеһына барҙыҡ. Әммә бер ай уҡығас, Фәтих олатайҙың 1 октябрҙән Үрген мәктәбендә VIII класс асҡанын белгәс, һеперелеп кире ҡайттыҡ.
Миңә “Сатҡылар”ға тиклем үк уҡытыусылар ҡуйған спектаклдә уйнарға тура килгәйне. Ул — Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҡ ҡалфаҡ” әҫәре. Мин тархандың һарыҡтарын көтөүсе малай ролендәмен. Ә Шәрифйән Аҙнабаев – тархан. Һарыҡты бүренән ашатҡан өсөн ул, мине тубыҡтары араһына ҡыҫып, “арт һанымды уҡытты”. Уның ҡыҙы Хәмдиәне – Зәйтүнә апай, уға йәшерен ғашиҡ булып, “Хәмдиә” йырын сығарған ялсы егет Баҡыйҙы – Юлбарыҫ Абдуллин, Хәмдиәне алырға өмөтләнеп йөрөгән, Баҡыйҙы үлтергән бай улы Шаһиҙы – Байыҡ Абдуллин, тархандың ҡатынын Асия апай Мәжитова уйнаны. Дүртәүһе лә – яҡын туғандарым. Зәйтүнә менән Асия апайҙар әле лә иҫән-һау, 92 һәм 89 йәштәләр. Был уҡытыусылар тағы ла бер нисә пьеса ҡуйҙы (“Ялан ҡыҙы”, “Һаҡмар”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Шәмсиҡәмәр”, “Зәңгәр шәл”, “Алма” һәм башҡалар).
Ә 1951 йылда яҙғы ташҡын ваҡытында уҡытыусылар коллективынан Миңһылыу Сәйфуллина менән мин, Х кластан Айһылыу Абдуллина һәм Сәрүәр Йомағужин, йәйәүләп, Үрге Бикбирҙегә бер шаршаулыҡ пьеса, шулай уҡ концерт ҡуйырға барҙыҡ. Сығышыбыҙ тураһында ялға ҡайтҡан уҡыусыларҙан әйтеп ебәргәйнек, беҙҙе кәмә менән ҡаршыланылар. Кесе Һүрәм айырыуса көслө ташҡан, бик түбәнгә барып сыҡтыҡ. Таң алдынан ауылға кире ҡайттыҡ.
Институттан һуң үҙебеҙҙең мәктәптә эшләй башлағас, беҙ, йәш уҡытыусылар, элекке йолаларҙы дауам итергә ихлас тотондоҡ. Дөрөҫ, быға тиклем IV курста саҡта каникулға ҡайтҡанда, уҡытыусылар коллективы олимпиада өсөн әҙерләгән спектаклдә миңә төп ролде уйнарға тура килгәйне. Был “Беҙ айырылышмабыҙ” пьесаһындағы архитектор Нур ине. Уны директор Камил Вахитов уйнарға тейеш булған, ләкин сығышҡа бер нисә көн ҡалғас, уны Мәскәүгә бер айлыҡ курсҡа ебәрәләр.
Беҙҙән бер йыл алда институт тамамлап килгән ике уҡытыусының береһенең артислыҡ һәләте көслө була, уға дауахананың баш табибы роле бирелә. Автор уны эскесе итеп бирә, кабинетында йыш эсә тип күрһәтә. Ә беҙҙең “артист” графинға алдан бер шешә араҡы ҡойоп ҡуйған да һыу урынына шуны эскән дә эскән. Ул ысынлап иҫерә тигән уй беҙҙең башыбыҙға ла килмәне. Аҙаҡтан был хатаны төҙәтеп булманы. Комиссияла райондың мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре мөдирҙәре Иван Тучков менән Әблелхан Байғужин сәхнә артына үтеп, был “артисыбыҙҙың” ни хәлдә икәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе... Ул алдағы уҡыу йылында беҙҙә ҡалманы, үҙ районына ҡайтып китте.
Студенттар тормошона арналған “Яҙғы йыр” (авторы Назар Нәжми) пьесаһында башлыса йәш уҡытыусылар уйнаны: Айһылыу Абдуллина, Гөлкәй Вәлитова, Сажиҙә Ильясова, Маркс Мырҙаҡаев һәм башҡалар. Миңә төп роль Айҙарҙы бирҙеләр һәм беренсе тапҡыр сәхнәлә “Тауҙар йыры”н башҡарҙым:
Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ,
Күкһел тауҙар һөйә йырҙарҙы.
Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә,
Ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы...
1956 йылда Октябрь революцияһы байрамында Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһын әҙерләй башланыҡ, ләкин Марс Абдуллин менән мине армияға алдылар. Әммә ун көндән кире ҡайттым һәм шул көндә ҡуйылған тамашалағы бер эпизодта ҡатнаштым. Айһылыу Абдуллина (Сәрүәр), Фәтих Зарипов (Ғәлимйән), Әйүп Ейәнбирҙин (Кәрим бай), Фазулла Насиров (сыщик), ирле-ҡатынлы Шәһит Сәйетҡолов һәм Ләлә Бикҡолова (Вафа менән Ғилми), Әхмәт Иҫәнғолов һәм Маркс Мырҙаҡаев (Сәлим менән Хәйрүш) үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы, ә завуч Биби Хәбированы (Йыһан әбей) айырым билдәләге килә.
“Беренсе театр” комедияһын ҡуйғанда бик ҡыҙыҡлы хәл килеп сыҡты. Уйнаусылар араһында ролдәрҙе яттан белмәүселәр ҙә осраштырғылай ине. Бер мәл тамашасыларҙың ныҡ көлөүе арҡаһында мәктәп бухгалтеры Сабирйән Янбаев суфлерҙың һүҙҙәрен ишетмәй аптырана. Шунан тамаша залына әйләнде лә: “Шауламағыҙ әле, һүҙҙәрҙе аңлап булмай бит!” — тип ҡысҡырҙы. Был мәрәкәне арттырҙы ғына.
Нәжиб Асанбаевтың “Рәйсә” пьесаһы менән беҙҙең коллектив өс көнгә һуҙылған гастролдә йөрөнө. Был ҡышҡы каникул ваҡытында булды. Мәктәп атында — “штатный” суфлерыбыҙ Сәрүәр Сәғәҙәтова һәм кейем-һалым, реквизит... Ҡалғандарыбыҙ, хатта директор К. Вахитов менән завуч Биби Хәбирова ла йәйәүләп Бикбау, Кинйәбулат ауылдарын үттек, Күгәрсенгә еттек. Алдан хәбәр итергә башҡа килмәнеме икән, әллә киномеханик Блудневтың үҙ законы көслө булдымы, ике сериялы һинд киноһына афиша ҡуйылған. Төнгө 12-ләр тирәһе булһа ла, залда халыҡ шығырым тулы. Шулай булмай ни: берҙән, уҡытыусылар ҡуя, икенсенән — бушлай. Иртәгәһенә — Байдәүләткә. Ауылда электр уты юҡ. Утыҙлы ике лампа яҡтыһында уйнайбыҙ.
Заман — башҡа, заң — башҡа, тиҙәр бит. Хәҙер беҙҙең заман тураһында ошолай хәтирәләргә бирелеп һөйләргә генә ҡалды. Профессиональ артистар килгеләй беҙгә. Уларҙы ҡарарға күп йылдар клуб мөдире булып эшләгән Азат Ейәнбирҙин менән йөрөйбөҙ, тик халыҡ әҙ барғанға күңелһеҙләнеп ҡайтабыҙ. Ә элек залда энә төртөрлөк тә урын булмай торғайны. Көн һайын тиерлек ҡуйылған киноларға ла халыҡ күп йөрөнө. Һуғыш ваҡытында, унан һуңғы йылдарҙа ла аслы-туҡлы йәшәгән йәштәр колхоз эштәрендә башлыса ауылдан ситтә ятып эшләй. Уларҙың дәртенә, энергияһына аптырарлыҡ та, һоҡланырлыҡ та: төндәрен күрше Түбәнге Бикбирҙе, Үрге Бикбирҙе ауылдарына уйынға йөрөйҙәр, таңдан яланға сығалар һәм тырышып эшләйҙәр.
Хәҙерге йәштәрҙең яратҡан шөғөлө, клуб хеҙмәткәрҙәренең әйтеүе буйынса, дискотека, һыра эсеү һәм һуғышыу, ә китап, мәҙәниәт, сәйәсәт уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Шуға ла улар менән бәйләнешкә инеүе ҡыйын. Фашизмды еңгән, илде аяҡҡа баҫтырған, бөйөк төҙөлөштәр башҡарған йәштәрҙән ныҡ айырыла бөгөнгөләр. Уларҙың шулай булыуы ҡыҙғаныс.
Хөрмәт ФӘХРЕТДИНОВ,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873