Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Килешеү төҙөү ябайлашты
Килешеү төҙөү ябайлашты
Һәр кешенең тормошонда бер генә тапҡыр булһа ла фатир йәки башҡа мөлкәт һатыуҙа ҡатнашҡаны, мираҫ ҡабул иткәне барҙыр. Милеккә хоҡуҡты теркәү мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Һуңғы йылдарҙа ошоноң менән шөғөлләнгән ведомствоның эшендә байтаҡ ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. “Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Игорь ШЕЛЯКОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Игорь Михайлович, һүҙҙе сираттан башлайыҡ. Уларҙан ҡотолоу сараһын таптығыҙмы?
— Хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса документтар тапшырыуға сират мәсьәләһе 2010 йылда уҡ күтәрелгәйне. Сиратты бөтөрөү өсөн өр-яңы мәғлүмәт технологияларын, “Электрон сират”ты ғәмәлгә индерҙек. Хәҙер ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе, мәҫәлән, күсемһеҙ милеккә теркәлгән хоҡуҡтар базаһынан һәм күсемһеҙ милек кадастрынан мәғлүмәтте электрон төрҙә алырға мөмкин. Граждандар электрон сират буйынса ҡабул ителә. “Росреестр”ҙың Интернеттағы порталы, күп каналлы түләүһеҙ 8-800-100-34-34 телефоны аша алдан яҙылырға мөмкин. Документтарҙы, офисҡа килеп тормайынса, почта аша ебәрергә була. Ошондай уҡ хеҙмәттәр күп йүнәлешле үҙәктәрҙә лә күрһәтелә.
Ведомство-ара эш итеү системаһын ғәмәлгә индереү ҙә байтаҡ уңайлыҡ тыуҙырҙы. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүгә йәлеп ителгән ведомстволар бер-береһенән документтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе туранан-тура ала. Был системаны беҙ күптән файҙаланабыҙ һәм башҡа дәүләт ойошмаларын да ошо эшкә ҡушылырға саҡырабыҙ.
— Республикала күп йүнәлешле үҙәктәр байтаҡ. Уларҙа күсемһеҙ милеккә бәйле килешеү төҙөргә мөмкинме?
— Бындай үҙәктәрҙә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документ тапшырырға, Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт алырға, күсемһеҙ милек объектын кадастр иҫәбенә ҡуйырға була. Бөгөн мөрәжәғәт итеүселәргә “Росреестр” хеҙмәттәренең 80 проценты күп йүнәлешле үҙәктәр аша күрһәтелә.
— Былтыр күсемһеҙ милекте теркәүҙә ниндәй мөһим үҙгәрештәр булды?
— Хәҙер милек хужаһы, мөлкәткә бәйле килешеүҙең үҙе ҡатнашлығында ғына төҙөлөүен һорап, “Росреестр”ға ғариза бирә ала. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер намыҫһыҙ аралашсыларҙың законһыҙ ғәмәлдәренә кәртә ҡуйыласаҡ.
Тағы ла бер үҙгәреш бәхәсле килешеүҙәрҙе кәметеүгә булышлыҡ итә. Бынан ары милектең элекке хужаһы үҙенең мөлкәтенә теркәлгән хоҡуҡты инҡар итеп ғариза бирә ала. Шулай уҡ һәр кеше теге йәки был күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡтың күсеүе тураһындағы мәғлүмәтте юллау, милеккә бәйле килешеүҙәр тарихын күҙәтеү мөмкинлегенә эйә.
— Белеүебеҙсә, өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлауға бәйле үҙгәрештәр ҙә бар...
— Быйыл 1 ғинуарҙан күп фатирлы йорттар һалыуҙа өлөшләтә ҡатнашыу өсөн халыҡтың аҡсаһын йәлеп иткән төҙөүселәрҙең гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау тәртибен билдәләгән нормалар көсөнә инде. Шуға күрә төҙөүсе “Росреестр”ға төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу договорын теркәү өсөн гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау килешеүен йәки поручителлек килешеүен тәҡдим итергә тейеш. Ошо документтар юҡ икән, договор теркәлмәй. Әйтергә кәрәк, был шарт өлөшсөләргә генә ҡағыла.
— Нотариаль раҫланған килешеүҙәр буйынса фатирға милек хоҡуғын алыу тәртибе үҙгәрҙеме?
— Үҙгәреш нотариус хеҙмәттәренән файҙаланыусыларға ғына ҡағыла. Был осраҡта килешеүҙең законлылығын беҙ түгел, ә нотариус тикшерә. Һөҙөмтәлә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә ваҡыт аҙыраҡ сарыфлана. Күптән түгел генә “Росреестр”ға был эшкә 18 календарь көн бирелә ине (әлбиттә, беҙ эске бойороҡтар менән был срокты ла кәметергә тырышабыҙ), 1 февралдән, әгәр килешеү нотариаль раҫланған икән, милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡты биш эш көнө үтеүгә килеп алырға була. Тик был юлы “Росреестр” килешеүҙең законлылығы өсөн яуап бирмәй. Мин документты раҫлау өсөн нотариусҡа мотлаҡ барырға кәрәк, тип әйтергә теләмәйем. Быны һәр кеше үҙе хәл итергә тейеш. Тик килешеүҙең нотариаль раҫланыуы “Росреестр”ҙа милек хоҡуғын тиҙерәк теркәүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, нотариус яҡтарҙың ихтыярын яҡшыраҡ баһалау мөмкинлегенә эйә.
— Ведомствола эш йомғаҡтары яҡшымы? Төбәктә күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр һаны артамы?
— Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә әүҙемлек күҙәтелә. Былтыр теркәлгән хоҡуҡтар, йөкләмәләр һаны элгәрге йылға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Торлаҡҡа хоҡуҡтарҙы теркәү осраҡтары — 15, ипотека — 16, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу договорҙары 22 процентҡа артты. Идаралыҡ белгестәре тарафынан күсмә ҡабул итеү саралары ойоштороу ҙа күрһәткестәрҙең яҡшырыуына килтерә. Былтыр ер ҡануниәтенең үтәлеше буйынса 20,5 меңдән ашыу тикшереү үткәрелде, шуларҙың яртыһында тиерлек закон боҙоу асыҡланды. 4,5 мең кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 5,8 миллион һумлыҡ штраф һалынды. Был йәһәттән муниципаль ер контроле органдары ла һөҙөмтәле эшләй.
Тағы ла бер мөһим бурысыбыҙ — ул арбитраж идарасылар менән баһалаусыларҙың үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалары эшмәкәрлеген күҙәтеү. Былтыр идаралығыбыҙ кредиторҙар йыйылышында йыш ҡатнашты. Уларҙа беҙ төҙөлөшкә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп иткән, эш хаҡы буйынса бурысын түләй алмай бөлгөнлөккә төшкән ойошмаларға айырым иғтибар бирҙек. Идаралыҡтың юлламаһына ярашлы, намыҫһыҙ арбитраж идарасыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында — 129, телдән иҫкәрмә яһау хаҡында – 38, квалификациянан мәхрүм итеү буйынса туғыҙ суд ҡарары сығарылды.
— Әле Башҡортостанда “Росреестр”ҙың ниндәй хеҙмәттәре электрон төрҙә күрһәтелә?
— Әле, өйҙән сыҡмайынса, “Росреестр”ҙың интернеттағы порталы аша байтаҡ хеҙмәттәргә эйә булырға, мәҫәлән, ҡабул итеүгә алдан яҙылырға, Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан, Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастрынан мәғлүмәт алырға мөмкин. Белешмә лә бирелә. Быйыл ведомство документтарҙы электрон ҡабул итеү алымын ғәмәлгә индерергә ниәтләй. Минеңсә, был хеҙмәтебеҙҙең үҫеш тарихында әһәмиәтле дәүер буласаҡ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә