Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Намыҫһыҙға закон юҡтыр...
Намыҫһыҙға закон юҡтыр...
Былтыр алимент түләмәгән алты кеше иркенән мәхрүм ителеп, Шакшалағы колония-биләмәгә ебәрелгән. Ошо көндәрҙә үткәрелгән "тура бәйләнеш"тә республиканың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, улар араһында бер ҡатын да бар.
Ике сәғәт дауам иткән аралашыу барышында 20-нән ашыу кеше телефондан шылтыратты, сайтҡа килгән мөрәжәғәттәр ҙә байтаҡ булды. Үтенестәрҙең туғыҙы буйынса тикшереү бара, яуап әҙерләнә, һигеҙ мөрәжәғәткә ҡағылышлы консультация бирелде, ҡалғандары суд приставтары хеҙмәте вәкәләттәре даирәһенә инмәһә лә, хәл итеү юлдары билдәләнде. Шылтыратыусыларҙың барыһы ла тиерлек ҡатын-ҡыҙ ине. Уларҙы бер мәсьәлә — әүәлге хәләл ефетенән алимент түләтеү — борсой.

— Зариф Закир улы, алимент түләмәгән атайҙарға ҡарата былтыр нисә енәйәт эше асылды?
— Ике мең самаһы. Суд тарафынан хөкөм сараһы сығарылды. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр әлегә тиклем алимент түләргә уйламай. Минеңсә, ҡануниәттә бындай тәртип боҙоусыларға ҡәтғи талап ҡуйылырға тейеш.
Әйткәндәй, бурыслылар араһында балаһын ҡарарға теләмәгән ҡатындар ҙа бар.
Йыл башында республикала алимент буйынса бурыслы 28 241 кеше теркәлде, шуларҙың 3 328-ен, йәғни 12 процентын, ҡатындар тәшкил итә. Бындай осраҡтарҙа баланы ҡарау бурысын атайҙар, туғандар йәки ойошмалар үтәй. Балалар учреждениеларының юллауы буйынса ике меңдән ашыу алиментсыны эҙләйҙәр. Ҡағиҙә булараҡ, ундайҙарҙың күбеһе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
— Бурыслылар ниндәй холоҡ төҙәтеү эшенә ебәрелә?
— Төрлөһөнә. Алименттан тыш, эш хаҡының 20 проценты дәүләт файҙаһына тотоп ҡалына. Холоҡ төҙәтеү сараларының ике айҙан ике йылға тиклем дауам итеүе ихтимал.
— Алимент буйынса бурысты ҡаплау иҫәбенә мөлкәттең тартып алыныуы мөмкинме?
— Бурыслыларҙы мөлкәтенән мәхрүм итмәүгә күптәр зарлана. Эш шунда: законға ярашлы, берҙән-бер торлаҡҡа арест һалырға ярамай. Миңә ҡалһа, бурыслының йорто ҙур икән, ниңә уны һатмаҫҡа? Тейешле өлөштө балаға бирергә лә, үҙенә бәләкәйерәк торлаҡ алырға мөмкин бит. Минеңсә, был ғәҙел буласаҡ.
— Суд приставтары банктағы иҫәпте ҡулға алырға хоҡуҡлымы?
— Эйе, беҙ иң элек ошоно күҙ уңында тотабыҙ. Банкта иҫәп бар икән, бурыстың күләмен шунда уҡ тотоп ҡалабыҙ. Мөлкәтте асыҡлап, уны һатыуға ҡарағанда, был алым күпкә ябайыраҡ.
— Водитель танытмаһын тартып алыу осраҡтары булдымы?
— Был — Федераль суд приставтары хеҙмәтенең тәҡдиме. Башта суд ҡарарҙарын үтәмәгән бөтә бурыслыларға ҡарата ошондай сара күрелә ине. Кешенең автомобиле бар икән, тимәк, аҡсаһы бар. Ләкин машинаны тартып алыу еңел эш түгел, сөнки бурысын түләүҙән баш тартыусылар, ҡағиҙә булараҡ, автомобилен туғандары исеменә теркәп, ышаныс ҡағыҙы буйынса йөрөй. Шуға күрә водитель танытмаһын тартып алырға ҡарар иттеләр.
Ләкин Дәүләт Думаһы депутаттары "бындай сара кеше хоҡуғын боҙа" тигән фекерҙә. Һөҙөмтәлә алимент түләмәүселәрҙең генә водитель танытмаһын тартып алырға хәл ителде. Беҙ бының менән тулыһынса килешәбеҙ, балаларға файҙа ғына булһын. Парламент закон проектын ҡарауҙы артабан да дауам итәсәк.
Танытманы, суд приставтары хеҙмәте ҡарарына ярашлы, ЮХХДИ хеҙмәткәре аласаҡ. Алиментын тулыһынса түләгәндән һуң ғына уны хужаһына кире ҡайтарасаҡтар.
— Йыш ҡына бурыслының машинаһы ғына түгел, бөтә мөлкәте туғандары исеменә теркәлә. Юридик яҡтан уның бер әйбере лә юҡ. Бындай осраҡта ниндәй сара күрәһегеҙ?
— Ярайһы уҡ ғәҙәти күренеш. Бурыслының мөлкәтен башҡа кешеләр исеменә күсереүе асыҡланһа, дәғүәсе судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Мәҫәлән, былтыр суд берәүҙең магазинын һатыуын законһыҙ тип таныны, беҙ уның мөлкәтен ҡулға алдыҡ һәм ошо рәүешле алимент буйынса бурысты түләттек.
— Алимент түләмәүсе нисә кеше сит илгә сығарылманы? Ошо арҡала күпме кеше сәйәхәт итә алмай?
— Бурыс күләме 10 мең һумдан артһа. Шул сәбәпле былтыр 3 меңгә яҡын кеше сит илгә сыға алманы. Сәфәргә тиклем бурысын түләгәндәрҙең һаны билдәһеҙ. Быйыл өҫтәмә сикләүҙәр ғәмәлгә инәсәк. Әлбиттә, иң элек бурыслының мөмкинлеген баһаларға кәрәк. Асарбаҡтарға ҡарата бындай алымды ҡулланыу файҙаһыҙ. Кеше килемен йәшерә икән, уныһы инде бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Ул сит илгә ялға ғына түгел, командировкаға ла, эш сәфәренә лә сыға алмай. Әйткәндәй, был — бик һөҙөмтәле сара, уның ярҙамында 223 кешенән 11,7 миллион һумлыҡ алимент түләтелде.
— Рәсми никахлашмайынса йәшәгәндәр айырылышһа, алиментҡа иҫәп тоторға мөмкинме? Граждан никахындағы ир үҙ балаһын танырға теләмәһә, нимә эшләргә?
— Мәсьәлә судта хәл ителә. Унда атайлыҡты ғына түгел, бергә йәшәүҙе, дөйөм хужалыҡ алып барыуҙы, бала тәрбиәләүҙе иҫбатларға тура киләсәк. Быны туғандар, күршеләр, таныштар раҫлай ала. Ахыр сиктә судьяның атайлыҡты асыҡлау өсөн экспертиза билдәләүе мөмкин. Асылда иһә бындай хәлдәр һирәк осрай. Ҡағиҙә булараҡ, никахтан тыш тыуған баланан атаһы баш тартмай.
— Зариф Закир улы, һеҙ ҡасандыр: "Кейәүгә сығырға теләгән ҡыҙҙар "Башҡарыу эштәренең мәғлүмәт банкы" тип аталған интернет-ресурсҡа мөрәжәғәт итеп, егеттәре тураһында бөтә мәғлүмәтте асыҡлай ала", — тигәйнегеҙ.
— Мәғлүмәт банкына хәҙер инде өс йыл. Унда алимент, штраф, һалым, эш хаҡы буйынса бурысты, башҡа мәсьәләләрҙе асыҡларға мөмкин. Былтыр республикала, дөйөм алғанда, бурыслы 1,5 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнгән. Һәр кем беҙҙең сайтҡа инеп, танышының, эш буйынса партнерының, эш биреүсеһенең бурысын асыҡлай ала.
Суд приставының эш тәжрибәһенән сығып шуны әйтә алам: ғаиләһен ташлаған, алимент түләмәгән, балаһын тәрбиәләргә теләмәгән елғыуар ирҙәр, ҡағиҙә булараҡ, ҡатын-ҡыҙ менән яҡшы мөғәмәләлә, уларға ярай, ышандыра белә. Мәҫәлән, былтыр егет менән ҡыҙ өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан. Кейәү Ҡаҙағстанда йәшәгән ата-әсәһе янына ҡайтып килергә булғас, уны бурысын түләмәгәнгә күрә илдән сығармағандар. Асыҡланыуынса, кейәү булаһы кеше ҡасандыр өйләнгән, айырылышҡандан һуң балаларына алимент түләмәгән, байтаҡ бурысы йыйылған. Әлбиттә, ҡыҙ кейәүгә сығыуҙан баш тартҡан. Беҙҙең хеҙмәт бик күп мәсьәлә менән шөғөлләнә, әммә иң мөһим бурысыбыҙ — республика ҡаҙнаһын тулыландырыу. Һалым инспекцияһы ирекле түләүҙәрҙең иҫәбен алып барһа, беҙ уларҙы түләргә теләмәгәндәргә ҡарата сара күрәбеҙ. Былтыр суд приставтары 7,5 миллиард һумлыҡ бурысты ҡайтартты. Шуларҙың 2 миллиарды ҡаҙнаға индерелде. Ә бит дәүләттең был аҡсаны юғалтыуы ла ихтимал ине.
— Эшен юғалтыуы, ауырыуы, инвалид булыуы, хеҙмәт хаҡының даими бирелмәүе кеүек объектив сәбәптәр арҡаһында алимент түләй алмағандарға нимә кәңәш итерһегеҙ?
— Ғәҙәттә бурыслылар тап ошоға һылтана. Имеш, түләр инем, эш таба алмайым. Беҙ мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлтмә ҡағыҙы бирәбеҙ. Бындай кешеләргә унда мотлаҡ эш тәҡдим итергә тейештәр. Былтыр ғына 5,7 мең йүнәлтмә бирелде.
Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандарға түләнгән пособиенан алимент тотола, балаларға бер аҙ аҡса килә. Әле бурысы булған 754 эшһеҙ теркәлгән.
Инвалидтарҙың мөмкинлеге сикле, шуға күрә балаға алимент инвалидлыҡ пенсияһынан тотола. Ошо уҡ шарттар бүтән пенсионерҙарға ла ҡағыла. Әгәр ул эшләй икән, алимент пенсиянан да, эш хаҡынан да түләнә ала.
— Бурыслылар араһында олоғайған ата-әсәһенә ярҙам итергә теләмәгән балалар бармы?
— Ҡарауға, дауалауға мохтажлыҡ кисергән ата-әсәңде хәстәрләүҙән баш тартҡан өсөн яза сараһы күрелә. Былтыр ошоға бәйле бер енәйәт эше ҡуҙғатылды — улы атаһын ҡарарға теләмәй. Пенсионер уны судҡа бирҙе. Суд атай файҙаһына ҡарар сығарҙы.
— Балалар нисә йәштән ата-әсәһенә алимент түләргә бурыслы? Уларҙың студент булыуы, эшләмәүе әһәмиәткә эйәме?
— Оло кеше бәлиғ йәшкә еткән һәм үҙ килеме булған балаларынан суд аша аҡса түләтеү хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, студенттар ата-әсәһен ҡарай алмай. Ғөмүмән, һәр осраҡты, шул иҫәптән алимент күләмен дә, суд айырым ҡарай. Ғариза биреүсе аҡсаның билдәле бер күләмен йәки, мәҫәлән, эш хаҡының сирек өлөшөн һорай ала. Өҫтәүенә ата-әсәнең пенсия йәшенә етеүе лә мөһим түгел.
Суд бөтә хәл-шартты иҫәпкә ала. Ата-әсә балаһын ҡараған, тәрбиәләгән икән, һуңыраҡ үҙҙәре лә уның хәстәрлегенә иҫәп тоторға хаҡлы.
Минең практикала шундай ваҡиға булды. Ҡатын элекке иренең алимент түләүен теләмәй, шул уҡ ваҡытта баланан баш тартыуын һорай. Ошо рәүешле ул киләсәктә атай кешенең баланың ярҙамына дәғүә итеү мөмкинлегенә кәртә ҡуя.
— Тимәк, булдыҡһыҙ ата-әсә яғынан ниндәй ҙә булһа дәғүә белдерелмәһен тиһәң, бөтә документтарҙы һаҡларға кәрәк?
— Мотлаҡ түгел. Атаның йәки әсәнең алимент түләмәүен, уны эҙләү иғлан ителеүен, яуаплылыҡҡа тарттырылыуын иҫбатлаған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла архивта һаҡлана.
— Благовар районында йәшәгән ҡатын, ун йыл дауамында алимент алмауға ҡарамаҫтан, әүәлге иренең һүрәтен бурыслы тип бөтә халыҡ алдына элеп ҡуйһалар, балам үҙен нисек тойор, тиҫтерҙәре унан көлөр бит, тип борсола.
— Минеңсә, башҡа сара ярҙам итмәй икән, бурыслыларҙы йәмәғәтселек ҡарамағына сығарырға кәрәк. Республикалағы суд приставтары хеҙмәте сайтында эҙләү иғлан ителгән 1,2 мең бурыслының фотоһы бар. Бынан тыш, күпселек төбәктәрҙәге кеүек беҙҙә лә урамдарға бындай кешеләрҙең фотолары баҫылған баннерҙар ҡуйырға мөмкин.
— Ғаиләлә бәхәс тыумаһын өсөн бурыслының элекке ҡатыны йәки иренән рөхсәт һорарға кәрәктер, бәлки?
— Атаһына ҡарата асылған енәйәт эше баланың биографияһына мотлаҡ йоғонто яһай, әлбиттә. Был осраҡта ҡатынға хәл итергә кәрәк: алимент алырғамы, әллә бала атаһының яҡшы исемен һаҡлап ҡалырғамы?
— Алимент буйынса һеҙҙең хеҙмәт түләткән иң ҙур бурыс күпме? Бурыслыларҙың иң юғары дәрәжәләгеһе кем ине?
— Былтыр берәү ярты миллион һумдан ашыу бурысын түләне. Вазифалар төрлө: чиновниктар, депутаттар, дәрәжәле етәкселәр, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, ҡайһы берҙәрен телевизорҙан даими күрергә тура килә. Бер ваҡыт танылған мәҙәниәт хеҙмәткәренең элекке ҡатынынан ялыу килде. Телевизорҙан был иргә почет грамотаһы менән конверт тапшырғандарын күрһәткәндәр икән. Конвертҡа аҡса һалыныуын самалап, ҡатын алимент түләтеүҙе үтенде.
Күптән түгел алимент түләмәгән эшҡыуарҙың ҡатыны мөрәжәғәт итте. Уны әңгәмәгә саҡырырға тура килде. Эшҡыуар элекке ҡатынына аҡса түләүҙән ҡәтғи баш тарта. Мин уға аҡсаны баланың иҫәбенә күсерергә тәҡдим иттем. Бәхеткә күрә, ике яҡ та быға ризалашты.
— Алимент түләмәгән кешеләрҙең енесен, йәшен, социаль статусын, йәшәгән урынын иҫәпкә алып, уларҙың уртаҡ сифаттарын һүрәтләгеҙ әле?
— Сит планета заттары кеүек түгел инде, барыһы ла ғәҙәти кешеләр. Ир-егеттәрҙең — 88, ҡатын-ҡыҙҙарҙың — 12 проценты.
— Зариф Закир улы, "тура бәйләнеш"тә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе тиерлек суд приставтары эшенә дәғүә белдерә. Ялыуҙарҙың күпмеһе раҫлана, һәм бындай осраҡтарҙа ниндәй сара күрәһегеҙ?
— Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың күбеһе нигеҙһеҙ. Ғәҙәттә, элекке ғаилә башлығы алимент түләмәй, балаларына ярҙам итергә теләмәй икән, суд приставтарын ғәйепләйҙәр. Әлбиттә, беҙ приставтың бөтә мөмкинлекте файҙаланыуын тикшерәбеҙ, һәр осраҡты айырым ҡарайбыҙ. Енәйәт эше ҡуҙғатыу һәм иректән мәхрүм итеү ҡарары ла йыш ҡына бурыслыға тәьҫир итмәй. Суд приставтары законға таянып эш итә. Элегерәк әрәмтамаҡлыҡ өсөн статья була торғайны. Бөгөн ундай закон юҡ. Бурыслыларҙы эшләргә мәжбүр итмәгән өсөн беҙҙе тәнҡитләйҙәр.
— Республикала алимент түләнмәгән балаларға финанс ярҙамы күрһәтеү фонды ойошторолормо?
— Был — Федерация Советы рәйесенең башланғысы. Ҡаҙна аҡсаһынан фонд төҙөү күҙаллана. Был аҡса ата-әсәһе алимент түләмәгән өсөн эҙләү иғлан ителгән балаларға түләнәсәк. Һуңыраҡ бурыслылар тотонолған аҡсаны фондҡа ҡайтарырға тейеш. Әлегә был мәсьәлә тикшереү стадияһында.
Совет осоронда бурыслыны эҙләгән ваҡытта уның балаларына социаль тәьминәт органдары пособие түләй торғайны. Кеше табылғас, суд унан эҙләү өсөн дә, балаға түләнгән пособие өсөн дә сығымды ҡаплата ине. Бындай алым әле лә һөҙөмтәле булыр ине тигән фекерҙәмен.
— Бәлиғ булған студент алиментҡа иҫәп тота аламы?
— Закон буйынса ата-әсә 18 йәше тулған балаға алимент түләргә тейеш түгел. Ләкин уҡыуҙы тамамлағанға тиклем түләүҙе оҙайтыу маҡсатында ғаилә килеме тураһындағы документтар менән судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Судта баланың уҡыуын, шәхси килеме булмауын, уны яңғыҙ ҡарауҙың ауыр икәнлеген иҫбатларға тура киләсәк. Был осраҡта алимент тураһында ҡарар ҡабул иткән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки архивтан мәғлүмәттәр талап ителә.
— Балаға 18 йәш тулған, ә уҙған осор өсөн алимент буйынса бурыс түләнмәгән. Был аҡса юғалмаймы?
— Бурыс тулыһынса түләнергә тейеш. Кеше ғүмер буйы ҡасып йөрөй алмай бит. Әлбиттә, ҡырағайлыҡ күренештәре, берәҙәктәр хаҡында һүҙ барыуы ла ихтимал. Был осраҡта хәл ҡатмарлыраҡ. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙға ғаилә башлығын һайлауға яуаплыраҡ ҡарарға кәңәш итер инем. Бөгөн яҡшы кеше иртәгә намыҫһыҙ, үҙ балаларына битараф затҡа әүерелә алмайҙыр.
— Бурыслыларҙы нисек эҙләйһегеҙ? Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙе файҙаланаһығыҙмы, һалым хеҙмәте менән эш итәһегеҙме?
— Алымдар бик күп. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки улар үҙ участкаларында йәшәгәндәрҙең барыһын да белә. Социаль селтәрҙәрҙе лә тикшерәбеҙ, айырыуса танышыу сайттарын. Алиментсылар йыш ҡына үҙҙәренә сираттағы "юлдаш"ты тап шунан эҙләй. Шырпы ҡабында бурыслыларға ҡаршы реклама баҫыу, телевидениела ҡыҫҡа тапшырыуҙар ойоштороу, баннер элеү, социаль акция, руханиҙар менән ихлас һөйләшеү үткәреү кеүек алымдарҙы файҙаланырға тырышабыҙ. Улар, әлбиттә, тупаҫ маргиналға йоғонто яһамаҫ, ә бына кешелек дәрәжәһен юғалтмағандарға тәьҫир итер. Руханиҙар менән осрашҡандан һуң бурыслыларҙың 10 проценты тиерлек элекке ғаиләләренә ярҙам итә башлай. Тимәк, тырышлыҡ һөҙөмтә бирә.
— Тағы ла бер һорау. Ир икенсегә өйләнгән. Элекке ҡатынына алиментты теүәл түләй, ләкин, икенсе никахта сабый тыуғас, аҡсаһы етмәй башлай. Беренсе ғаилә өсөн алимент күләмен кәметергә мөмкинме?
— Был мәсьәлә менән судҡа мөрәжәғәт итеп, хәлде аңлатырға кәрәк.
Надежда ПРОХОРОВА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873