Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылым тип өҙгөләнә йөрәк...
Ауылым тип өҙгөләнә йөрәк...Ғәзиз тыуған еренә ҡайтырға атлығып йәшәмәгән әҙәм балаһы бармы икән ул?! Булһа ла, бик һирәктер. Бик йыраҡтан, ҡайтырға теләһәләр ҙә, ҡайта алмаған өлкән кешеләрҙең барлығын да беләм. 1997 йылда Эстонияла ҙур тантанала ошондай яҙмышлы яҡташтар менән осрашырға тура килгәйне. Уларҙың йөҙөндәге моңһоулыҡ, һағышлы ҡараш, мөлдөрәмә күҙ йәштәре әле булһа күҙ алдынан китмәй. Тыуған яҡты һағынып һарғайыуҙары шулдыр инде, күрәһең...
Ярай әле беҙҙең яҙмыш ундай түгел. Шуға ихлас һөйөнәбеҙ. Ҡалала йәшәгәндә лә бик йыраҡта командировкала булғанда ла, сит илдә ял иткәндә лә, тыуған ауылымды һәр саҡ һағынып ҡайттым. Заманында атайым “алтын” ҡулдары менән үҙе биҙәкләп эшләгән йортондағы ҡунаҡ һыйын, күпереп бешкән икмәк еҫен, ҡаҙ өмәләрен, һуғым мәлдәрен, туғандар менән гөрләшеп ултырған мәжлестәрҙе нисек онотаһың инде. Атай-әсәйҙәрҙең (улар мәрхүм инде) йылы ҡарашы, ярҙамы иҫтән сыҡмай, әлбиттә. Ҡайтҡан һайын ҙур-ҙур сумкаларҙы тултырып, ит-һөт ризыҡтары, йомортҡа, ҡайнатма, хатта бәлешенә, бәрәңгеһенә тиклем алып китә инек. Ҡулдан килгәнсә йорт эштәрендә ярҙам иткеләнек. Баш эйеп, оло рәхмәт әйтәм уларға бөгөн дә.
Беҙ быларҙы ғүмер йомғағын һүтә-һүтә, башта ҡалала, һуңынан үҙебеҙ ҙә ауылда йәшәй-йәшәй аңланыҡ. Халыҡта “Ауылды маҡта ла ҡалала тор”, “Тыуған ауыл — туйған ауыл” тигән һүҙҙәр йөрөһә лә, уларға ҡолаҡ һалғы килмәй. Кемгә нисектер, мине тыуған ер бер ҡасан да биҙҙермәй. Матур йылға буйында яҙын-йәйен ҡоштарҙың һайрауына уянып китеүең, барлыҡ уңайлыҡтары булған иркен, кендек ҡаның тамған йортта йәшәп ижад итеүҙе үҙе бер бәхет тип һанайым. Ә бит ҡалала подъездан сығып, транспортҡа ултырыу менән кәмендә 10 — 20-ләгән һум аҡса (ҡайҙа нисек) кәрәк. Ә эшһеҙ ҡалһаң, нишләрһең? Ауылда иһә һис юғында икмәк, бәрәңге менән туҡланып торорға була. Бөтөнләй итһеҙ торған кеше лә юҡтыр, моғайын. Сәй ҡайнатып эсер өсөн хуш еҫле мәтрүшкәһе, еләге һәм башҡаһы бар. Ауыл — ауыл инде ул. Саф һауаһы, мунсаһы, шифалы шишмәләре, хозур тәбиғәте генә ни тора!.. Шул уҡ ваҡытта ауылдың ҡалала көн күреүселәрҙе икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүен дә оноторға ярамай. Бөгөнгө ауылда кем йәшәй? Бик тә уңған, тырыш һәм үжәт кеше, тиер инем. Башҡалар иһә тыуған төйәгенән ҡасыу яғын ҡарай, сөнки ҡайһы ауыл кешеһенең ял һәм байрам көнөн күргәне бар? Ул иртәнге сәғәт биштән-алтынан аяҡ өҫтөндә, ҡасан йоҡларға ятырын үҙе генә белә. Кисен ҡатын-ҡыҙҙың, бигерәк тә ҡош-ҡорт менән мәж килгәндәренең, аяҡ табандары ут кеүек яна. Ауылда, физик күнегеүҙәр яһамаһаң да, еңел атлетика буйынса спортсы булып бөтәһең. Әгәр шулай йүгермәһәң, тормош алға бармай. Ат тотоп, мал аҫрап көн күрә ауыл халҡы. “Аты барҙың хуты бар” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ат элек-электән ауыл кешеһенең беренсе ярҙамсыһы булған. Эйе, уға бензин кәрәкмәй, ек тә теләгәнеңде эшлә: бәрәңге ултырт, күмдер, бесәнгә, һаламға, тирмәнгә, утынға бар, тиреҫ түк, бәрәңге ташы...
Бер уйлаһаң, аттың да тамағы бар. Ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмаһаң, белмәйем, һин кем?! Хужалыҡта эшләп мал аҙығы (бесән, һалам, фураж) алһаң бер хәл, әгәр һин пенсионер йәки башҡа өлкәлә эшләйһең икән, юғарыла һанап үтелгәндәрҙең бөтәһен дә һатып алаһың. Бөгөнгө хаҡтар бик “тешле”. Фураждың тоннаһы урыны менән 3 500 – 4 000 һум, машинаға уртаса ғына тейәлгән бесән йөгөнөң хаҡы ла шул сама. Ә малдың бесән менән генә туҡланмағанын һәр кем белә.
Бөгөнгө ауыл хужалығында етештерелгән ит, һөт ризыҡтарының үҙҡиммәте күпме тора? Быны һанап ҡараған кеше бармы икән? Тик был осраҡта сығымдарҙы ғына түгел, ә етештереүсенең көсөн, ваҡытын, ҡаҡшаған нервыларын да ҡушырға кәрәк...
— Ауылда бөтөнөһө бушҡа инде ул, — тигән ҡайһы бер ҡала кешеһенә күңел дә кителеп ҡуя. Улай булғас, ниңә төтөн-газға тулған ҡаланан арынып, саф һауалы ауылға ҡайтып йәшәмәйһегеҙ?! Бында ат кеүек егелеп эшләргә кәрәк шул. Йәшәүебеҙҙе тәьмин иткән, иң мөһим ризығыбыҙ — ҡәҙерле икмәктең өҫтәлгә нисек килеп ятыуын ауылда бил бөгөп, тир түккән кеше үҙе генә белә.
Ҡаланан аҡ күлдәк, бейек үксәле туфли кейеп ҡайтҡан туған-тыумасалар, таныш-белештәр: “Бик һәйбәт, бөтәһе лә үҙегеҙҙеке, донъяғыҙ ҙа матур, ожмахта йәшәйһегеҙ”, — тип тә ебәрә. Әйтерһең, улар ожмахта булған.
Уйлап ҡараһаң, баҡсалағы тиҫтәләгән төр сәскәне лә, виноградты ла, “йоҙроҡ ҡәҙәрле, йомро кәүҙәле, бигерәк тәмле”, тип йырҙарҙа йырланған бәрәңгене лә ваҡытында ҡарамаһаң, уңыш бирмәй, күңелгә матурлыҡ та өҫтәмәй, әлбиттә. Миҫал өсөн “икенсе икмәк” тип һаналған шул бәрәңгене генә алайыҡ. Уны үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалына. Еренә һалым түлә, ашламаһын йәиһә тиреҫен сығар, уны һөрҙөр, ике тапҡыр тырмат. Ике-өс мәртәбә утамайынса һәм күмдермәйенсә яҡшы уңыш алам тимә. Ҡоро килгән йылдарҙа һыу һибергә лә тура килә. 20 сутый майҙандағы бәрәңге ерен эшкәртеү өсөн 3–3,5 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Әйткәндәй, хәҙер крәҫтиән дә иҫәп төймәһен тарта белә, һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарарға ынтыла. Башҡаса мөмкин дә түгел. Бынан тыш, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәшеү ҙә күпмелер сығым талап итә, сәләмәтлеккә зыян килтерә. Препараттарҙың төрлөһө бар. Уларҙың һәммәһе лә ҡоротҡостарҙы юҡ итмәй. Тағы ла магазин, баҙар юлын тапарға тура килә. Былтыр ҡоролоҡ булғас, быйыл ҡайһы берәүҙәр бәрәңгене ерҙә дым бар саҡта тип иртәрәк сәсте. Ямғыры ла, йылыһы ла булыуға ҡарамаҫтан, бәрәңге һәр төбәктә ишелеп уңманы. Хәйер, уның ниндәйҙер сорттары саманан тыш эре булды. Тик тәме генә икенсерәк ине. Уныһы малға, ҡош-ҡортҡа ярап ҡала ул.
Ә бына былтыр, ҡоролоҡ булыу сәбәпле, ҡышын ҡалала бәрәңгенең килоһын 34–35 һум менән һаттылар. Ҙурыраҡ ҡалаларҙа яҡшы сортлы бәрәңгенең хаҡы 40–45-кә лә барып етте. Быйыл йәйен иһә иртә өлгөргән бәрәңгенең килоһы уртаса 14–17 һум тәшкил итте, йәрминкәләрҙә сентябрь айында сығарылған бәрәңгенең хаҡы 7–8 һумға төштө. Һатҡан кешегә был хаҡ бик арзан, әлбиттә. Ә мәшәҡәте, сығымдары күпме? “Ашаған белмәй, тураған белә” тигән әйтемгә өҫтәп, “һатып алған белмәй, ҡараған, иккән белә” тип әйтергә генә ҡала.
Эйе, ауылда йәшәгән кешегә тауыҡһыҙ, ҡаҙһыҙ ҙа булмай. Тауығы йомортҡа һалһа, ҡаҙы экологик яҡтан таҙа, диетик ризыҡ бирә. 130–150 һумға алған ҡаҙ бәпкәләрен алты-ете ай ҡарауы ла еңелдән түгел. Йылға буйында йәшәгән кешенең дә ҡаҙҙары клуб яғына “гастролгә” китһә, уларҙы сәғәттәр буйы эҙләп йөрөһәң, әлбиттә, аяҡ табандары ҡыҙа инде. Әгәр машина йөрөгән юлға сығып, тапалһа, хужабикәнең күҙенән йәш атылып сыҡҡанын көт тә тор. Сөнки ул ҡаҙының һәммәһен Яңы йыл алдынан баҙарҙа “осороп”, ғаилә бюджетын әҙме-күпме тулыландырыу маҡсаты менән янып йәшәй. Нимә эшләйһең, ауылда эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде.
Бындағы эшһеҙлек кемдәрҙең генә бәғер итен ашаманы икән?! Колхоздар бөтөрөлөп, шаулап-гөрләп торған машина-трактор парктарының, ҡасандыр миллионер булған хужалыҡтың ҡеүәтле һөтсөлөк комплекстары, сусҡа фермалары күҙ асып йомғансы юҡҡа сығыуы ошо эшһеҙлеккә килтерҙе түгелме ни?! Был хаҡта республикабыҙҙа данлыҡлы яҡташтарымдың өҙгөләнеп, әсенеп һөйләгәндәрен үҙ ҡолағым менән ишеттем, сөнки улар колхозыбыҙ алдынғы, киләсәгебеҙ матур булһын өсөн төн йоҡоларын да йәлләмәгән. Сараһыҙлыҡтан бисара йәштәрҙең, ғаиләһенән айырылып, вахта ысулы менән, Себер яҡтарында сәләмәтлеген, хатта шәхси тормошон ҡаҡшатыуы, ғүмер буйы колхозға бил бөккән ирҙәрҙең, хәҙер килеп, йорттан йортҡа йөрөп эшләүе бөгөн кем өсөн шатлыҡ-ҡыуаныс икән?! Әлеге күренештәргә шаһит булып йәшәгән данлыҡлы ер уңғандарының шуға ла бөгөн йөрәктәре өҙгөләнә, бәғерҙәре телгеләнә...
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20