Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре күрһәткән батырлыҡтарҙа командирҙарҙың оҫталығы хәл иткес роль уйнаған. 23 февралдә билдәләнеләсәк Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һеҙҙең иғтибарға уларҙың бер нисәһе тураһында яҙма тәҡдим итәм.
Ғариф Маҡаев Ғариф Дәүләт улы 1904 йылда Ырымбур губернаһының “Һарыҡташ” тимер юл станцияһына яҡын ғына урынлашҡан Никитино ауылында өс балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөтә крәҫтиән малайҙары кеүек үк, Ғариф та бәләкәйҙән аттар ярата, күп ваҡытын улар янында үткәрә. Ун биш йәше тулыуға VII класты тамамлай.
1926 йылдың октябрендә уны Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар. Ғарифҡа Ырымбурҙа урынлашҡан 8-се кавалерия дивизияһының 43-сө кавалерия полкында хеҙмәт итергә тура килә. Өлгөлө тәртибе һәм хеҙмәте өсөн уға ҡыҫҡа ваҡытлы ял бирелә.Һуңынан егет армия сафында ҡалырға ҡарар итә. 1929 йылда Ҡазандағы Берләштерелгән татар-башҡорт юғары кавалерия мәктәбе курсанты булып китә. Шунда уҡ ВКП(б) сафына инә. 1932 йылда мәктәпте тамамлап, взвод командиры, тағы ла бер йылдан Орскиҙағы 11-се (8-се территориаль) кавалерия дивизияһының 45-се полкындағы ҡылыслылар взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Төрлө ат ярыштарында алдынғы урындарҙы яулай. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, бындай бәйгеләрҙә тәүәккәл, ҡыйыу егеткә кавалерия часында тиңдәр булмай.
1934 йылда Ғариф Миңнура исемле ҡыҙға өйләнә. Киләһе йылдың майында йәштәргә тыуған яҡтарын ҡалдырып, Белоруссия хәрби округындағы Пуховичи ҡалаһына юлланырға тура килә. Унда Ғариф эскадрон командиры, һуңыраҡ полкта йылҡысылыҡ эше буйынса техник итеп тәғәйенләнә. Ошо йылдарҙа ике улдары — Радик менән Илдар, һуғыштан һуң, 1946 йылда Урта Азияла өсөнсөһө Илгиз тыуа.
1937 йылдың февралендә Ғариф Маҡаевҡа өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә. Ошо уҡ йылда ул Новочеркасск ҡалаһына команда составын камиллаштырыу буйынса кавалерия курстарына ебәрелә. Тағы ла бер йылдан әүәлге хеҙмәт урынына капитан дәрәжәһендә ҡайта. Тик был ваҡытта дивизия 7-се танк дивизияһы һәм 6-сы механизацияланған дивизияның 4-се мотоциклет полкы итеп үҙгәртелгән була. 1940 йылдың ноябрендә Маҡаев Вильнюс янында урынлашҡан 84-се механизацияланған дивизияның 201-се мотоуҡсылар полкындағы батальон командиры итеп тәғәйенләнә. Кавалерия ғәскәрҙәрен ойоштороу, улар өсөн кадрҙар әҙерләү зарурлығы тыуғас, 1941 йылда уны Чкаловск (хәҙер Ырымбур) кавалерия училищеһына тактика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Ошо уҡ йылда Ғарифҡа майор дәрәжәһе бирелә.
1942 йылдың ғинуарында Ғариф Дәүләт улын Өфөгә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына саҡыртып алып, 313-сө кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Тербуны эргәһендәге һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Ғ. Маҡаев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Дүрт йыл эсендә ул өлкән лейтенанттан подполковник дәрәжәһенә етә.
Сталинград һуғышында ҡаты яраланғандан һуң тылға оҙатыла, бик оҙаҡ дауалана. Ошо һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғариф Маҡаев “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
1943 йылдың мартынан авгусҡа тиклем яугир, тулыһынса һауыҡҡансы, кавалерия командованиеһы ҡарамағында ҡала. Һуңыраҡ Урта Азия хәрби округында урынлашҡан 4-се запастағы кавалерия полкы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың мартында 147-се полк базаһында ойошторолған бригада гвардия кавалерия корпустары өсөн өҫтәмә көс әҙерләү менән шөғөлләнә.
1944 йылда Ғ.Д. Маҡаев ошо полктың командиры булып китә. 1946 йылдың ноябрендә уға полковник дәрәжәһе бирелә. Киләһе йылдың июнендә Ғариф Дәүләт улы Байкал аръяғы-Амур хәрби округындағы Ононск хәрби йылҡысылыҡ заводына етәксе итеп ебәрелә. Тағы ла ярты йылдан 7-се айырым кавалерия бригадаһының 16-сы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа илдә ғәскәрҙәрҙе эҙмә-эҙлекле үҙгәртеп ҡороу башлана. 1948 йылдың ноябрендә Ғариф Маҡаевты Буденный исемендәге юғары офицерҙар кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Аҙаҡ Тамбов өлкәһенең Кирсанов ҡалаһындағы 1-се Атлы армия исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы кавалерия училищеһы начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Ошо уҡыу йортонда Маҡаев 1955 йылдың мартына ҡәҙәр эшләй. 1983 йылда вафат була.
Гәрәй Нафиҡов Күп балалы, фәҡир Миңлехаят менән Әбделҡадир Нафиҡовтарҙың ғаиләһендә 1907 йылдың 25 авгусында тыуған сабыйға Аҫылгәрәй тип исем бирәләр.
Ул дүрт ир баланың иң кесеһе була. Нафиҡовтар Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендәге Сатый ауылында көн күрә. Гәрәй тыуған ауылында башланғыс мәктәп-мәҙрәсәне һәм күрше Яңы Федоровкала өс йыллыҡ урыҫ мәктәбен тамамлай. Тиктормаҫ, зирәк малай күп ваҡытын аттар янында үткәрергә ярата. Оло ағалары ауыр хужалыҡ эштәре менән мәшғүл булғанға күрә, Аҫылгәрәйгә мал ҡарау бурысы йөкмәтелә.
1919 йылда әсәһе вафат була. Граждандар һуғышы, аслыҡ башлана. Ғаилә тарҡала: ағалары Урта Азияға юллана, кескәй һеңлеләрен туғандары үҙ янына ала. Аҫылгәрәй Томскиҙағы балалар йортона эләгә. Бында ул башланғыс белем ала. 1925 йылда Гәрәй оло ағаһы Миңлеғәленең саҡырыуы буйынса Ташкентҡа юл тота. Ҡалалағы фабрикала башта тимерсе, унан һуң тире иләүсе булып эшләй. Комсомол сафына инеп, уның әүҙем ағзаһына әүерелә. 1929 йылда хәрби хеҙмәткә – Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла, 8-се айырым кавалерия бригадаһының запас полкына эләгә. Етәкселек егеттең зирәклегенә, аттар яратыуына шунда уҡ иғтибар итә. Күп тә үтмәй, Гәрәйҙе Төркмәнстандағы Мара ҡалаһына кавалерия мәктәбенә инеүгә әҙерләнеү өсөн алты айлыҡ курсҡа ебәрәләр. 1930 йылдың сентябрендә ул Ташкенттағы В.И. Ленин исемендәге Берләштерелгән Урта Азия мәктәбе курсанты булып китә.
Белем биреү менән бер рәттән, бындағы курсанттарҙы баҫмасыларға ҡаршы һуғышҡа ла йәлеп итәләр. 1931 йылдың йәйендә Ураҙгилде бандаһынан бер төркөм баҫмасыларҙы әсирлеккә алғанда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн взвод командиры ярҙамсыһы Гәрәй Нафиҡов мәктәп етәкселеге тарафынан маҡтап телгә алына. 1933 йылда ул кавалерия мәктәбен уңышлы тамамлай һәм пулеметсылар взводы командиры итеп Айырым милли ҡаҙаҡ кавалерия полкына ебәрелә.
Хеҙмәт урындары, гарнизондар үҙгәрә. 1936 йылда командованиеның махсус заданиеһын уңышлы үтәгәне өсөн 48-се тау-кавалерия полкының пулемет эскадроны командиры Г.Ә. Нафиҡов СССР Оборона буйынса халыҡ комиссарының – исемле сәғәте, ә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығында ҠССР Үҙәк Башҡарма Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, ял бирелә. Гәрәй тыуған яҡтарына ашыға. Бында Миңзиә исемле ҡыҙға өйләнеп, уны Азия далаларына үҙе менән алып китә. Спартак исемле улдары ла ошонда тыуа.
1940 йылдың ноябрендә Нафиҡов 19-сы кавалерия дивизияһындағы 159-сы тау-кавалерия полкы командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Ҡатынын сабыйы менән тыуған яғына – Сатый ауылына ҡайтара. 1941 йылдың июлендә 17-се “Мәскәү” уҡсылар дивизияһының 1316-сы уҡсылар полкындағы 4-се хәрби-ялан төҙөлөш батальоны командиры бурыстарын үҙ иңенә ала. Мәскәү янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Күп тә үтмәй Өфөгә, яңы ғына ойошторолған 112-се кавалерия дивизияһына 294-се полк командиры вазифаһына йүнәлтмә ала. Юл ыңғайында Сатыйға инеп, туғандары менән күрешә, яңы тыуған улы Кимды ҡулына ала.
Дивизияны тулыландырғанда Миәкә районының Илсеғол ауылы халҡы (“Большевик” колхозы) полк командирына “Керчь” ҡушаматлы ат бүләк итә. Хеҙмәттәштәре уны талапсанлығы, изге күңеллелеге, даими хәстәрлеге өсөн ихтирам итә, яҡын күрә. Яугирҙең данлы хеҙмәт юлы көтмәгәндә өҙөлә. 1942 йылдың 10 июлендә ул Тыуған илебеҙ өсөн һуғышта батырҙарса һәләк була.
1965 йылда БАССР Хөкүмәте ойошторған экспедиция барышында батырҙың ҡәберен тапмайҙар. Урындағы эҙәрмәндәр ярҙам итә. 1967 йылда Башҡортостан яугире Тербуны ауылындағы мәктәп янына күсереп ерләнә.
Сатый ауылындағы урта мәктәп музейында Нафиҡовҡа бюст ҡуйылған.
Михаил Борисов Михаил Дмитриевич 1900 йылдың 4 октябрендә Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙендәге Голубовка ауылында тыуған. 1910 йылда өс класлы мәхәллә училищеһын тамамлағандан һуң, Һамар реаль училищеһына уҡырға инә. Уны 1915 йылда тамамлай.
1917 йылдың апрелендә Михаил Һарытау прапорщиктар мәктәбенә инә. Унда Октябрь революцияһына тиклем белем ала, юнкер була. Яңы власть килеү менән Һамар ҡалаһы башҡарма комитетында хисапсы булып эшләй. 1918 йылдың декабрендә үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына баҫа һәм Көнсығыш фронтының Хәрби-ялан идаралығына эләгә, эштәр башҡарыусы була. 1919 йылдың көҙөндә ошо уҡ идаралыҡтағы ликвидация комиссияһының яуаплы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Һуңыраҡ, идаралыҡ бөтөрөлгәс, Борисов 2-се Төркөстан дивизияһындағы ауыр артиллерия дивизионы начальнигы адъютанты була. Граждандар һуғышында, Урта Азияла (Үзбәкстанда) Бохара, Сәмәрҡәнд тарафтарында баҫмасыларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша.
1921 йылдың июлендә Михаил Борисовты Сәмәрҡәнд ҡалаһы комендатураһына порученец, ә ноябрҙә комендант урынбаҫары, тиҙҙән Бохара ғәскәрҙәре төркөмө штабының уҡыу-административ бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән егетте Киев берләштерелгән хәрби мәктәбенә ебәрәләр. Борисов был уҡыу йортон 1926 йылда тамамлай. 1927 – 1930 йылдарҙа Төркөстан хәрби округында эскадрон командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Баҫмасыларға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, кавалерия полкы штабы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1938 йылда Михаил Борисов Мәскәүҙәге М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияға юллана. Уны 1941 йылда подполковник дәрәжәһендә тамамлағандан һуң, 31-се кавалерия дивизияһына йүнәлтмә ала. Дивизия Козельск, Тула ҡалаларын обороналауҙа, Кашира янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн һуңыраҡ 31-се дивизия 7-се гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә.
1942 йылдың февралендә Борисовты 9-сы кавалерия корпусы командиры итеп тәғәйенләйҙәр, апрелдән октябргә тиклем ул Украина Совнаркомы исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы 1-се Житомир гвардия кавалерия корпусы командиры урынбаҫары була. Шул уҡ йылдың октябрендә 8-се кавалерия корпусы Курск өлкәһенән Сталинградҡа күскән осорҙа Борисовҡа ошо корпусҡа етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә. Корпус немец-фашист илбаҫарҙарын Сталинград янында ҡамауға алыуҙа ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап ошо корпусҡа ҡарай.
1943 йылдың 10 февраленән 11-енә ҡарай төндә кавалерия корпусы гитлерсыларҙың тылы буйлап рейдҡа китә. Һөҙөмтәлә РСФСР, шулай уҡ Украина биләмәһендәге бик күп ауылдар азат ителә. Фашистар корпусты ҡыйратырға теләп, уны 21 февралдә ҡамауға ала. Ҡаты алышта кавалерия корпусы штабының бөтә офицерҙары тиерлек һәләк була, ҡаты яраланған Борисов әсирлеккә эләгә. Иртәгәһенә үк дошман самолеттарынан генерал Борисовтың әсирлеге тураһында листовкалар яуа.
Михаил Дмитриевичты Германиялағы Шпандау төрмәһенә оҙаталар. Әсирҙәрҙең күпселеген Гитлерға ҡаршы коалиция офицерҙары тәшкил итә. Француз телен белгән Борисов ихтилал күтәреү һәм төрмәнән ҡасыу өсөн подполье төркөмө ойоштора. Ләкин был туралағы хәбәр төрмә етәкселегенә барып етә. Борисовты Вюльцбург ҡәлғә-төрмәһенә ебәрәләр.
1945 йылдың 4 майында Америка ғәскәрҙәре Вайсенбург ҡалаһын да, төрмәне лә азат итә. Борисов Париждағы репатриация буйынса хәрби миссия аша Мәскәүгә оҙатыла. Декабргә тиклем Михаил Дмитриевич НКВД органдарында махсус тикшереү үтә. Һуңыраҡ бөтә хоҡуҡтары тергеҙелеп, Генераль штабтың Хәрби академияһы ҡарамағындағы Юғары курсҡа ебәрелә. 1948 йылда уны тамамлағас, Харьков дәүләт университетының хәрби кафедраһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1958 йылда, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, отставкаға сыға. Михаил Дмитриевич Борисов 1987 йылдың 29 майында Харьковта вафат була.
Хәрби хеҙмәте өсөн генерал-майор М.Д. Борисов Ҡыҙыл Йондоҙ, өс Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов, Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Уның исеме Сталинградтағы Мамай ҡурғаны ташына уйып яҙылған.