Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талап итергә өйрәнегеҙ
Талап итергә өйрәнегеҙӨс йәшкә тиклемге сабыйҙар дарыуҙы бушлай алырға тейеш

– Ҡыҙыңа дарыуҙарҙы бушлай алырға тейешлегеңде беләһеңме? – тип һорайым ҡаршыла ултырған хеҙмәттәшемдән.
– Беләм дә ул. Тик бирмәйҙәр бит, юллап йөрөргә әмәлем дә, ваҡытым да юҡ, – тип ҡул ғына һелтәне йәш әсә.
Ысынлап та, хәл шулай уҡ мөшкөлмө? Бәлки, ныҡыш булмауыбыҙ, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡшы белмәүебеҙҙән яуаплы чиновниктар файҙалана торғандыр.
Күршебеҙҙә лә ике балалы йәш ғаилә йәшәй. Сабыйҙары бер-бер артлы сирләп ала. «Әллә, беҙгә льготалы рецепт тураһында бер кемдең дә әйткәне юҡ. Гел һатып алабыҙ. Препараттарҙың хаҡы ҡиммәт, әлбиттә. Бушлай бирелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине», – тине әсә ышанысһыҙ ғына.
Ғәмәлдә өс йәшкә тиклемге сабыйҙар, ә ишле ғаиләләрҙә алты йәшкә саҡлы, махсус рецептар буйынса дарыуҙы бушлай алырға хоҡуҡлы.
Ни өсөн педиатрҙар ата-әсәгә льгота хаҡында хәбәр итергә ашыҡмай? Сәбәбе күп инде: кемдер битараф, ә кемдер ялҡаулана, өҫтәүенә ауырыу сабый янына саҡырылған табип үҙе менән льготалы рецепты алып йөрөтә алмай.
Әммә төп сәбәп – пациент өсөн бушлай дарыуҙарҙың төбәк бюджетынан түләнеүендә. Бөтә төбәктәр ҙә сығымдарға аҡсаны тейешенсә бүлмәй. Поликлиникаларҙа йыш ҡына яҙылмаған закон хөкөм һөрә: әгәр ҙә ата-әсә ныҡышып, буш дарыуҙар талап итә икән – закон үтәлә. Хоҡуғыңды белеп тә, өндәшмәй генә баш ҡағаһың икән, үҙеңә үпкәлә – һиңә льготалы рецепт бирмәйәсәктәр.
Ҡабатлап әйтәбеҙ: рецепт буйынса бушлай дарыу алыуға өс йәшкә тиклемге бөтә сабыйҙар, ә күп балалы ғаиләләрҙә алты йәшкә тиклемге балалар хоҡуҡлы. Был хоҡуҡ Рәсәй Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендәге 890-сы ҡарарында яҙылған (аҙаҡҡы редакцияһы — 2002 йылдың 14 февралендә).

Ата-әсә иғтибарына
* Төп дарыуҙар өс йәшкә тиклемге бөтә сабыйҙар өсөн дә түләүһеҙ (инвалидлыҡтың булыу-булмауы, ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алынмай).
* Льготалы дарыуҙар махсус рецептура бланкында яҙыла.
* Табип рецепты яҙғандан һуң шәхси мисәте менән раҫлай, шулай уҡ дауалау учреждениеһының мисәте лә ҡуйыла.
* Түләүһеҙ дарыуҙы льготаға эйә булғандарҙы тәьмин итеүсе теләгән бер дарыуханала алырға мөмкин.

Ниндәй дарыуҙар түләүһеҙ бирелә?
890-сы ҡарарҙың ҡушымтаһында өс йәшкә тиклемге балаларға бөтә дарыуҙар ҙа бушлай бирелергә тейеш, тип билдәләнгән, әммә ғәмәлдә был норма үтәлмәй. 2012 йылда граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында федераль закон көсөнә ингәндән һуң, төбәктәр үҙ ҡаҙнаһынан тәьмин ителеүсе льготалылар өсөн дарыуҙар исемлеген үҙаллы раҫлау хоҡуғын алды. Шуға күрә бушлай препараттар исемлеге ҡыҫҡартыуға дусар булды.
Әгәр ҙә табип льгота хаҡында бер ни ҙә белмәгән кеүек ҡыланһа, йә иһә рецепт бланктары «бөткән» икән, һеҙгә мотлаҡ поликлиника етәксеһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ла «борсаҡ бешмәһә», һеҙгә страховка компанияһы һәм «Росздравнадзор» идаралығы ярҙамға киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә