Өс йәшкә тиклемге сабыйҙар дарыуҙы бушлай алырға тейеш
– Ҡыҙыңа дарыуҙарҙы бушлай алырға тейешлегеңде беләһеңме? – тип һорайым ҡаршыла ултырған хеҙмәттәшемдән.
– Беләм дә ул. Тик бирмәйҙәр бит, юллап йөрөргә әмәлем дә, ваҡытым да юҡ, – тип ҡул ғына һелтәне йәш әсә.
Ысынлап та, хәл шулай уҡ мөшкөлмө? Бәлки, ныҡыш булмауыбыҙ, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡшы белмәүебеҙҙән яуаплы чиновниктар файҙалана торғандыр.
Күршебеҙҙә лә ике балалы йәш ғаилә йәшәй. Сабыйҙары бер-бер артлы сирләп ала. «Әллә, беҙгә льготалы рецепт тураһында бер кемдең дә әйткәне юҡ. Гел һатып алабыҙ. Препараттарҙың хаҡы ҡиммәт, әлбиттә. Бушлай бирелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине», – тине әсә ышанысһыҙ ғына.
Ғәмәлдә өс йәшкә тиклемге сабыйҙар, ә ишле ғаиләләрҙә алты йәшкә саҡлы, махсус рецептар буйынса дарыуҙы бушлай алырға хоҡуҡлы.
Ни өсөн педиатрҙар ата-әсәгә льгота хаҡында хәбәр итергә ашыҡмай? Сәбәбе күп инде: кемдер битараф, ә кемдер ялҡаулана, өҫтәүенә ауырыу сабый янына саҡырылған табип үҙе менән льготалы рецепты алып йөрөтә алмай.
Әммә төп сәбәп – пациент өсөн бушлай дарыуҙарҙың төбәк бюджетынан түләнеүендә. Бөтә төбәктәр ҙә сығымдарға аҡсаны тейешенсә бүлмәй. Поликлиникаларҙа йыш ҡына яҙылмаған закон хөкөм һөрә: әгәр ҙә ата-әсә ныҡышып, буш дарыуҙар талап итә икән – закон үтәлә. Хоҡуғыңды белеп тә, өндәшмәй генә баш ҡағаһың икән, үҙеңә үпкәлә – һиңә льготалы рецепт бирмәйәсәктәр.
Ҡабатлап әйтәбеҙ: рецепт буйынса бушлай дарыу алыуға өс йәшкә тиклемге бөтә сабыйҙар, ә күп балалы ғаиләләрҙә алты йәшкә тиклемге балалар хоҡуҡлы. Был хоҡуҡ Рәсәй Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендәге 890-сы ҡарарында яҙылған (аҙаҡҡы редакцияһы — 2002 йылдың 14 февралендә).
Ата-әсә иғтибарына * Төп дарыуҙар өс йәшкә тиклемге бөтә сабыйҙар өсөн дә түләүһеҙ (инвалидлыҡтың булыу-булмауы, ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алынмай).
* Льготалы дарыуҙар махсус рецептура бланкында яҙыла.
* Табип рецепты яҙғандан һуң шәхси мисәте менән раҫлай, шулай уҡ дауалау учреждениеһының мисәте лә ҡуйыла.
* Түләүһеҙ дарыуҙы льготаға эйә булғандарҙы тәьмин итеүсе теләгән бер дарыуханала алырға мөмкин.
Ниндәй дарыуҙар түләүһеҙ бирелә? 890-сы ҡарарҙың ҡушымтаһында өс йәшкә тиклемге балаларға бөтә дарыуҙар ҙа бушлай бирелергә тейеш, тип билдәләнгән, әммә ғәмәлдә был норма үтәлмәй. 2012 йылда граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында федераль закон көсөнә ингәндән һуң, төбәктәр үҙ ҡаҙнаһынан тәьмин ителеүсе льготалылар өсөн дарыуҙар исемлеген үҙаллы раҫлау хоҡуғын алды. Шуға күрә бушлай препараттар исемлеге ҡыҫҡартыуға дусар булды.
Әгәр ҙә табип льгота хаҡында бер ни ҙә белмәгән кеүек ҡыланһа, йә иһә рецепт бланктары «бөткән» икән, һеҙгә мотлаҡ поликлиника етәксеһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ла «борсаҡ бешмәһә», һеҙгә страховка компанияһы һәм «Росздравнадзор» идаралығы ярҙамға киләсәк.