Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дауаханала ятҡанда төрлө яҙмышлы кешеләр менән осрашырға тура килә. Ғафурйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов менән дә ошонда таныштым.
Төнөн йоҡо алмағанға, көндөҙ уяулы-йоҡоло ятҡан мәлемдә кемдер берәү:
— Энекәш, хәлең нисек? — тип һорағанға, һиҫкәнеп китеп, тороп ултырҙым.
— Түҙерлек, — тип яуапланым. Янымда күршеләш карауатта ятҡан мөләйем йөҙлө, сал сәсле ағай баҫып тора ине.
— Яныңа бер кем дә килмәй. Яңғыҙһыңмы әллә? — тип һорап та ҡуйҙы.
— Юҡ, яңғыҙ түгелмен. Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын. Ҡатыным, балаларым, таныш-тоноштарым, дуҫтарым бар. Тик уларға килеп йөрөргә үҙем ҡушманым. Минең өсөн, ҡәҙерле ваҡыттарын әрәм итеп, килеп йөрөмәһендәр, — тип яуапланым.
Шунан һуң Ғафурйән ағай карауатына барып ултырҙы ла үҙенең хәлдәрен һөйләй башланы:
— Ә бына мин яңғыҙмын. Әле 81 йәштәмен, II группа инвалидымын. Балтас районының Көндәшле ауылында тыуғанмын. Атайым колхозда төрлө эш башҡарған. Аҙаҡ ул тире йыйыусы булды. Әнейем дә ябай колхозсы ине: урағын урған, һарыҡ йөнөн ҡырҡҡан, ауыл Советында йомошсо булып та эшләне.
Ғаиләлә алты малай инек. Әле дүртебеҙ иҫән, икебеҙ вафат булды. Бәлки, үлмәй ҡалырға ла мөмкинлек булғандыр. Кем белә инде. Заманаһы ла икенсе ине бит. Берәүһе ангинанан үлде, тын ала алманы. Ете саҡрымдағы Курачево ауылында врач та бар ине, тик ауырыуҙы алып барырға бригадир ат бирмәне. Икенсеһе менингит (мейе ҡабығының шешеүе) менән ауырыған, врач дөрөҫ дарыу яҙмаған. Имсе әбейҙәр ҙә һауыҡтыра алманы.
Белемем — ете класс. Заманына күрә ҙур уҡыу инде. Яҡшы уҡыһам да, юғары кластарҙың ишеген асырға насип булманы. Белем тураһындағы таныҡлыҡ ҡулға бирелмәне. Ситкә сығып китергә колхоз справка яҙа һалып тоттормай. Элек шулай ине бит.
1950 йылда мәжбүри рәүештә һөнәрселек училищеһына алып киттеләр. Саҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәтһәң, атабыҙ, тинеләр. Аяҡтарҙа сабата. Силәбе ҡалаһында беҙҙән көләләр, сабата кейгән кешеләрҙе тәү тапҡыр күреүҙәрелер инде.
Һөнәрселәр училищеһында фрезлаусы, йышыусы, теш ҡырҡыусы станоктарҙа эшләргә өйрәттеләр. Сталин исемендәге заводта практика үттек. Шунан һуң ике йыл уҡыныҡ, һөнәребеҙ буйынса ике йыл заводта эшләнек.
Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиҙәр. Дөрөҫ түгел был. Заман түрәләре яҙа кеше яҙмышын. Заводта эшләп йөрөгән ерҙән беҙҙе Тракторозаводской район хәрби комиссариаты (Силәбе ҡалаһы) армияға оҙатты. Һалдат кейемен кейҙек, ант ҡабул иттек. Бына шунан һуң мәхшәр башланды. Сер итеп һаҡланған хәрби участкаларға эшкә йөрөттөләр. Ябыҡ машинала алып баралар. Унда йәшниктәр, төрлө тоҡтар (барыһы ла тыштан мисәтләнгән) тейәнек машиналарға, килгән йөктө бушатабыҙ. Йөктә нимә икәнен беҙ белмәнек, әйтмәнеләр. Казармаға ла ябыҡ машинала алып ҡайталар.
Бына бер заман йөк ташыусылар, тейәүселәр ауырый башланы. Беҙҙе Свердловскиҙың хәрби госпиталенә дауаланырға ебәрҙеләр. Бында бер аҙ ятҡандан һуң хәрби серҙе (20–30 йыл буйына) асмаҫҡа тип ҡултамғаларыбыҙҙы алдылар. Госпиталдә дауаланды, тип ҡағыҙ бирҙеләр, әммә унда бер ниндәй ҙә диагноз юҡ ине. Шунан һуң, дүрт яғығыҙ ҡибла тигәндәй, ҡайҙан килһәк, шунда ҡайтырға ҡуштылар. Тағы ла Тракторозаводской хәрби комиссариаты ҡарамағына ҡайттыҡ. Ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Заводта еңел эштә эшләй башланыҡ. Һаулыҡ насар. Поликлиникаларға йөрөйбөҙ. Дарыуҙар өсөн сығымдарҙы үҙ кеҫәбеҙҙән түләнек. Беҙҙе төрлөсә тикшереп ҡараған булалар. Әммә радиация алыу тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Хәрби комиссариат беҙҙе “дәүләт фондынан мәхрүм иткәстәр, тимәк, сирегеҙ хәүефле түгел” тип ышандырырға тырышты. Тимәк, беҙҙең бәлә-ҡазаға юлығыуыбыҙ тураһында юғары комсоставҡа хәбәр итмәгән. Офицерҙар үҙҙәренең ғәйебен йәшерҙе, Хөкүмәттән ярҙам бирмәҫкә хәл итте.
Шулай итеп, үҙемдең кешелек хоҡуҡтарымдан мәхрүм ителдем. Кәмһетелдем, рухым сатнаны, кешеләр һанға алманы. Хоҡуҡһыҙ, радиацияға дусар булған кешене ниндәй өмөт йәшәтте икән? Инсульт ауырыуы эләктерҙем. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур ҡыйынлыҡтар менән күршеләш (коммуналь йортта) йәшәргә тура килә. Яңғыҙмын. Ауырыу-һыҙланыуҙы бүлмәлә дауалап булмай. Ашамлыҡ әҙерләргә лә ҡамасаулыҡ күп. Мине шундай хәлдә ҡалдырырға ниндәй ғәйебем булды икән? Колхозда төрлө эштә йөрөнөм. Совет Армияһы һалдаты булдым. Заводта, төҙөлөштә хәләл көсөмдө йәлләмәнем. Армияла ант ҡабул иткәс, ниңә мине күрәләтә радиациялы эшкә тәғәйенләнеләр икән? Ул саҡта ил сәйәсәте ете йоҙаҡта ине. Күбеһен белмәнек: әллә атом бомбалары, әллә атом сәнәғәтенең ҡалдыҡтарын бер урындан икенсе урынға ташыттылар? Был хәлде халыҡ күҙенән йәшереп ҡалдырһалар ҙа, беҙҙе ҡазаға юлыҡтырғаны өсөн дәүләттән ярҙам булырға тейештер бит? Шул уҡ илдә йәшәйем дә.
Инсульт алғандан һуң тормош иптәшем минән баш тартты. Ул саҡта үҙебеҙҙең айырым фатирыбыҙ бар ине. Шуны ҡатыным һатып китте. Мин урамда тороп ҡалдым. Совет районындағы йорттар идаралығының береһенә слесарь-сантехник булып урынлаштым. Ваҡытлыса йәшәп торорға (служебный) бер бүлмә бирҙеләр. Биш йылдан һуң уны коммуналь бүлмәгә әйләндерҙем. Әле айырым фатир алыр өсөн льготалы сиратта торам. Ул фатир ҡасан булыр? Барып белешеп йөрөрлөк хәлдә түгелмен. Мин — хеҙмәт ветераны. Һуғышта ҡатнашҡан ветерандар менән бер тиң хоҡуҡтамын. Был хаҡта документтарым бар.
Барлыҡ зарым шул: ашарға әҙерләргә көсөм-хәлем юҡ. Магазинға барыу ҙа ҡырҡ бәләгә әйләнде. Өҫ-башты ла таҙа тоторға хәлдән килмәй, һаулығым ныҡ ҡаҡшаны. Пенсиям иҫәбенә райондың социаль тәьминәт бүлеге мине ҡараусы таба алмаҫмы икән? Икенсе группа инвалидтың шундай ҡараусыһы булырға тейеш, тип ишеткәйнем.
Минең был зарым республика етәкселегенә лә, бәлки, ишетелер. Ҡартайған көнөмдә айырым торлаҡ алып булмаҫмы икән? Тормош шарттары — үҙе үк тормош. Ә ул миңә бигүк йылмайып бармай. Шулай ҙа аҙ ғына булһа ла уңайлы мөхиттә йәшәге килә. Эйе, йәшәге килә...
Ағайҙың һөйләгәндәрен яҙып алдым да “Башҡортостан” гәзите редакцияһына ебәрҙем. Ғафурйән Ғәлимйән улының ғазаплы тауышын бар республика халҡы ишетһен.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре
докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21