Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡот һәм йәм өҫтәй
Ҡот һәм йәм өҫтәй
Үҙәккә үтерлек һыуыҡтары, ыжғыр бурандарына ҡарамай, барса халыҡ Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йөрәктәрҙең иң яратҡан, иң көтөп алған байрамдарының береһе ул. Был көндә һәр кем берҙән-беренә бүләктәр бирә, яҡындарына “валентинка”лар тарата. Ғашиҡтар көнөн кем нисек ҡаршылай һәм үткәрә икән, әйҙәгеҙ, бер нисә ғашиҡ йәндең, мөхәббәтле кешеләрҙең һүҙҙәрен тыңлап алайыҡ.



Гөлнара Яҡупова, 47 йәштә:
– Беҙҙең йәш саҡта бындай байрам булмай торғайны, шуға күрә Ғашиҡтар көнө — минең өсөн ғәҙәти көн. Балаларыма килгәндә, улар көтөп ала, яҡындарына бүләк бирә, беҙгә “валентинкалар” йыл һайын эләгеп тора. Һәр кем һөйөлөп һәм һөйөп йәшәргә тейеш, шуға күрә байрам кәрәк тип иҫәпләйем.

Алмас Талипов, эшҡыуар:
– Яратҡан кешебеҙгә былай ҙа ихтирам аҙ бүленә, шуға күрә Ғашиҡтар көнө бик кәрәк. Йылына бер тапҡыр булһа ла йәшлекте, мөхәббәтле миҙгелде иҫкә төшөрөп, һөйгәндәребеҙгә йәнә бер тапҡыр йөрәк серебеҙҙе сисеп, бүләк тапшырабыҙ икән, былар барыһы ла тормошҡа, йәшәйешебеҙгә ҡот һәм йәм өҫтәй.

Нәркәс Сәлихова, студент:
– Ғашиҡтар көнөн йылдан-йыл үҙенсәлеклерәк үткәрергә тырышам: яҡындарыма төрлө бүләк әҙерләйем, ә һөйгәнемде һәр саҡ сюрприз көтә.
Гөлдәриә Италмасова, уҡыусы:
– Мәктәбебеҙҙә йыл һайын Ғашиҡтар көнө уңайынан төрлө саралар үтә. Бындай кисәләрҙә бер-беребеҙгә теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ҡотлайбыҙ һәм “валентинка”лар таратабыҙ. Иң күп йыйған открытка хужаһына иҫтәлекле бүләк тапшырыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә