Үҙәккә үтерлек һыуыҡтары, ыжғыр бурандарына ҡарамай, барса халыҡ Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йөрәктәрҙең иң яратҡан, иң көтөп алған байрамдарының береһе ул. Был көндә һәр кем берҙән-беренә бүләктәр бирә, яҡындарына “валентинка”лар тарата. Ғашиҡтар көнөн кем нисек ҡаршылай һәм үткәрә икән, әйҙәгеҙ, бер нисә ғашиҡ йәндең, мөхәббәтле кешеләрҙең һүҙҙәрен тыңлап алайыҡ.
Гөлнара Яҡупова, 47 йәштә: – Беҙҙең йәш саҡта бындай байрам булмай торғайны, шуға күрә Ғашиҡтар көнө — минең өсөн ғәҙәти көн. Балаларыма килгәндә, улар көтөп ала, яҡындарына бүләк бирә, беҙгә “валентинкалар” йыл һайын эләгеп тора. Һәр кем һөйөлөп һәм һөйөп йәшәргә тейеш, шуға күрә байрам кәрәк тип иҫәпләйем.
Алмас Талипов, эшҡыуар: – Яратҡан кешебеҙгә былай ҙа ихтирам аҙ бүленә, шуға күрә Ғашиҡтар көнө бик кәрәк. Йылына бер тапҡыр булһа ла йәшлекте, мөхәббәтле миҙгелде иҫкә төшөрөп, һөйгәндәребеҙгә йәнә бер тапҡыр йөрәк серебеҙҙе сисеп, бүләк тапшырабыҙ икән, былар барыһы ла тормошҡа, йәшәйешебеҙгә ҡот һәм йәм өҫтәй.
Нәркәс Сәлихова, студент: – Ғашиҡтар көнөн йылдан-йыл үҙенсәлеклерәк үткәрергә тырышам: яҡындарыма төрлө бүләк әҙерләйем, ә һөйгәнемде һәр саҡ сюрприз көтә.
Гөлдәриә Италмасова, уҡыусы:
– Мәктәбебеҙҙә йыл һайын Ғашиҡтар көнө уңайынан төрлө саралар үтә. Бындай кисәләрҙә бер-беребеҙгә теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ҡотлайбыҙ һәм “валентинка”лар таратабыҙ. Иң күп йыйған открытка хужаһына иҫтәлекле бүләк тапшырыла.