Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңалмаҫлыҡ йөрәк яраһы
Азалия мәктәптә уҡығанда үҙенән дүрт йәшкә өлкән Булатҡа ғашиҡ була. Баҡтиһәң, егет тә ҡыҙға күҙ һалып йөрөгән икән. Йәштәр араһында шулай дуҫлыҡ күпере һалына. Уларҙың мөнәсәбәте, беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, ата-әсәләренә барып ишетелә һәм егет менән ҡыҙҙың дүрт быуын туған булыуҙары асыҡлана.

Билдәле, өлкәндәр ҡаршы төшә: “Ярамай, йөрөмәгеҙ, бары туғанлыҡ тойғоһо ғына һеҙҙе тартҡан”, – тип көн дә тылҡый башлайҙар. Азалия менән Булат ике ут уртаһында тороп ҡала. Хатта осрашмаҫҡа һүҙ ҙә ҡуйышалар, әммә йөрәккә бойороп булмай, яңылыш ҡына тап булышһалар, күҙҙәрендә мөхәббәт осҡондары ҡабына.
Бына шулай ғишыҡ утында янған егет мәктәпте тамамлай, тик Азалияны бер нисек тә башынан сығара алмай. Мәктәптә уҡығанда, исмаһам, һөйләшмәһәләр ҙә, һөйгәнен тап иткеләй ине, хәҙер төшөнә генә инә. Һағыныуына түҙә алмай, вәғәҙәһен боҙоп, Азалияны осрашыуға саҡыра. Ҡыҙ сығыуын-сыға, әммә һәр күрешкән һайын бер үк һүҙҙе ҡабатлай: “Зинһар, килмә, йөрәгемә яра һалма! Ауыр булһа ла, онотайыҡ бер-беребеҙҙе. Шулай яҡшыраҡ булыр”, – тип инеп китә.
Азалия мәктәпте тамамлаған йылда, уларҙың ғаиләһе икенсе ауылға күсенә. “Башҡаса юлдарыбыҙ киҫешмәҫ, күрешмәбеҙ”, – тип ҡыуана ҡыҙ. Әммә яңылыш уйлаған икән. Улар араһында тағы ла көслөрәк мөхәббәт тойғоһо уяна. Булат, буран да, дауыл да тимәй, ҡыҙ янына көн дә килә. “Беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ”, – тип ныҡыша.
Ниһайәт, бер көн егет Азалия менән өйләнешәсәктәре тураһында хәбәр иткәс, ата-әсәнең сәсе үрә тора.
– Юҡ, өйләнмәйһең! Нәҫелдәренең ниндәй хәйерсе икәнен күрмәйһеңме ни?! Үҙҙәре ялҡау, атаһы юҡ, әсәһе йүнһеҙ, ҡатып бөткән бер үләкһә. Күрәләтә шуны алаһыңмы?
Булат ата-әсәнең ҡыҙҙы мыҫҡыллауын ауыр ҡабул итә.
– Мин үҙемдең берҙән-бер мөхәббәтемде һеҙҙең һүҙегеҙгә ҡарап аяҡ аҫтына һалып тапай алмайым. Бары тик Азалияны ғына аласаҡмын! – тип һүҙендә ныҡ тора. Осрашыуҙар һаман шулай дауам итә.
Бер көн Булатҡа дуҫы шылтырата. “Азалия һине яратмай, уның менән мауығып, башҡа ҡыҙҙар менән йөрөп ҡарағаның да юҡ, ана әле генә икенсе егет менән ҡайтып төштө”, – тигән хәбәр еткерә.
Булат быға башта көлөп кенә ҡарай. Ышанмай. Тик күпмелер ваҡыт үткәс, бәлки, был хәл ысындыр тигән шик тыуа, эш көнөнөң тамамланғанын да көтмәй ҡыҙ янына ашыға.
Баҡтиһәң, иптәш егете ҡыҙҙы апаларынан килтереп ҡуйған икән. Ә Булатҡа шылтыратҡан егет, әллә быларҙың мөхәббәт тойғоларына көнләшеп, төймәнән дөйә яһап, араларын бутамаҡсы булған, әллә... Ошо хәлдән һуң хистәр һыуына башлай, бер-береһенә ышаныстары кәмей. Араларына ҡырау төшкәндәй кеүек була.... Булат Азалия янына дүрт айҙан һуң килә, ғәфү итеүен һорай, үҙен кеше һүҙенә ышанғанына ҡәһәрләй. Ҡыҙ ғәфү итә.
Егет ныҡлы ҡарарға килеүен ата-әсәһенә еткерә:
– Нимә тиһәгеҙ ҙә, мин Азалияны алып ҡайтам. Әйҙәгеҙ, һоратырға барайыҡ.
– Күпме тылҡып та аңламағас, ал инде. Тик һоратырға бармайбыҙ, үҙең алып ҡайт! – тип машина асҡысын ғына тотторалар. Әммә шуға ла риза ине егет. Үҙен ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләрҙең береһе тип хис итә, күктең етенсе ҡатында оса. Машинаға йәһәт кенә ултыра ла һөйгәне янына елдерә.
Инде барыһы ла хәл ителде тигәндә генә, ҡыҙҙың әсәһе Булатҡа сат йәбешә:
– Әсәйең, баламдың данын һатып, теләһә нимә һөйләп йөрөгән. Ҡыҙымды бирмәйем, – тип ажғырып торғас, ата-әсә фатихаһын алмайынса бәхетле булмабыҙ, тип ҡыҙ ризалашмай.
Ошо көндән һуң араларына ниндәйҙер шәүлә ята, аңлайышһыҙ хистәр биләй уларҙы: һағышмы ул, асыумы, мөхәббәтме... Аңҡы-тиңке йөрөй торғас, егет балалы ҡатындың өйөнә һуҡмаҡ һала. Ҡыҙ ҙа үҙенән бер йәшкә кесерәк егет менән таныша.
Бер мәл Булат, мул ғына “уртлап” алғас, мин Гөлсәсәкте алам, тип ысҡындыра. Әсәләренә был етә ҡала, шул көндә үк ҡыҙҙы һоратырға барып, тиҙ арала никах уҡыта һалалар. Азалияға был хәбәр йәшен тиҙлегендәй килеп етә, ҡыҙ кем әйткәнен дә хәтерләмәй, иҫен юйып йығыла. Йәштәрҙең ҡайнар мөхәббәтенә һоҡланып бөтә алмаған ауыл халҡы “аһ” итә. “Ныҡ бул, түҙ, барыһы ла онотола ул, бәхетең алда әле”, – тип йыуаталар ҡыҙҙы.
Азалия ла үҙенә пар табып донъя ҡорор, Булат яһил ҡатыны менән көн күрер… Тик уларҙың йөрәгендәге яра уңалырмы?..
Алһыу Мөхәмәтҡолова,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 0

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 12

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 16

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 19