Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ? Тора-бара Юлыҡ ауылы Ырымбур губернаһында иң ҙур сауҙа үҙәгенә әүерелгән. "...Юлыҡ йәрминкәһе шаулап-гөрләп торған, йылына ике тапҡыр (яҙлы-көҙлө) аҙна буйы дауам иткән. Бында Ырымбурҙан, Троицкиҙан, Орскиҙан, Ҡаҙағстандан, Урта Азиянан, хатта Ҡытайҙан ят тауарҙар, төрлө ғәжәп әйберҙәр килтереп сауҙа иткәндәр. Йәрминкәгә сит ерҙәрҙән кейем-һалым, ебәк туҡымалар, тире, сәй-шәкәр, емеш-еләк алып килһәләр, аќаба башҡорттар сауҙаға йылҡы малы, бал, һунар ҡоштары, затлы йәнлек тиреләре, ит, май кеүек тауар сығарған. Ҡаҙаҡтар (Турғай, Аҡмулла, Урал өлкәләре) дөйәләр, көтөү-көтөү ҡуй һарыҡтары менән әүҙем сауҙа ойошторған. Һөрәнләшеп, һатыулашып алғандар. Ошондай алыш-биреш, бәхәстәр менән Юлыҡ ауылы аҙна буйы гөрләп торған. Йәрминкә көндәрендә ауыл старостаһы, ун йорт, йөҙ йорт хужалары түштәренә кем икәнен аңғартҡан ҡалай билдәләр тағып, ҡулдарына таяҡ тотоп, ә урядник, стражниктар ҡылыс, наган менән ҡоралланып, һатыусы-һатып алыусылар араһында үҙҙәренең "важный" кешеләр икәнен күрһәтеп, ҡуҡырайып йөрөр ине". (Хафиз Сафиулла улы Иќәповтың яҙмаларынан).
Шундай оло сауҙа үҙәге булған ауыл йылдан-йыл ҙурайған. Ике быуаттан ашыу йәшәү дәүерендә Юлыҡ тирә-яҡ ауылдар араһында иң мәҙәниәтле, мәғрифәтле кешеләр йәнтөйәгенә әүерелгән. Уның тарихын төќмөрләгәндә был ерҙән илебеҙгә йөҙәрләгән уҡытыусы, табип, сәнәғәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм ауыл хужалығы эшмәкәре, тиќтәләгән ғалим, журналист, рәссам, музыка белгесе, дәүләт һәм партия етәксеһе, башҡа күп төрлө һөнәр эйәләре үќеп сыҡҡанын беләбеҙ. Араларында маҡтаулы исемдәргә, арҙаҡлы дәрәжәләргә, дәүләтебеҙҙең юғары наградаларына лайыҡлылар бихисап. Улар барыһы ла — Мағаш, Төгән йылғаларының көмөштәй саф һыуын эсеп, шунда ҡойоноп, Юлыҡ урманының шифалы һауаһын һулап үќкән, ауыл мәҙрәсәһе мәктәбендә аң-белем алып, киң тормош юлына аяҡ баќҡан күренекле шәхестәр.
Юлыҡ ХIХ быуат аҙағында — ХХ быуат башында сит-яттарҙан күсеп килгән күренекле шәхестәрҙең төйәге булған. Был ерҙе донъяға билдәле Рәмиевтәр нәќеле үҙ иткән, бында күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең данлы эҙен ҡалдырған, Пенза губернаһы дворяндары нәќеленән булған Чанышевтар — Ҡаһарман, уның улы Миҙхәт, ейәндәре Садиҡ, Әҙеһәм төбәк мәғарифын, республика сәнәғәтен үќтереүҙә үҙ өлөштәрен индергән, революция йылдарында күренекле башҡорт шағиры, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең идеологы Шәйехзада Бабич, Юлыҡта булып, ауыл халҡын башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға өндәгән һәм, әлбиттә, дәртле мөрәжәғәт эҙһеҙ ҡалмаған. Юлыҡтан Камалетдин Әҙеһәмовтың ике улы — Абдулла менән Мөхәмәтдин, Закир Рәмиевтең улы Йәғәфәр һәм башҡа күп кенә ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәр, үҙҙәренең ғәзиз ғүмерен ҡурҡыныс аќтына ҡуйып, Зәки Вәлиди етәкселегендә башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушылған. Һөҙөмтәлә Абдулла менән Мөхәмәтдин 30-сы йылдарҙағы золом ҡорбаны булһа, Йәғәфәр, комбриг Муса Мортазиндың корпусында хәрби штаб начальнигы булараҡ һуғыштарҙа ҡатнашып, Польша фронтында һыңар ҡулын юғалтҡан.
Йәғәфәр Рәмиев тураһында М. Мортазин: "...Айырым башҡорт кавалерия бригадаһының штаб начальнигы Йәғәфәр Закир улы Рәмиев тураһында шуны белдерәм: ул, алтын промышленнигы улы булыуға ҡарамаќтан, үҙ теләге менән мин командалыҡ иткән кавалерия бригадаһына килде. Шул ваҡыттан алып Рәмиев иптәш бригаданы туплау өсөн ныҡлап ярҙам итте, иң хәүефле ваҡыттарҙа минең эргәлә булып, яуаплы бурыстарҙы үтәп, бригаданың хәрби эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашты. Ул батырлыҡтары өсөн алтын сәғәт, байтаҡ награда менән бүләкләнде, Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Ике тапҡыр яраланды. Аҙаҡтан, 1920 йылдың авгусында, Польша фронтында һөжүмгә барғанда дошмандың пулемет утына эләгеп, ҡаты яраланды, ғүмерлеккә ҡулһыҙ тороп ҡалды..." (М. Муртазин. "Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну". Москва, 1927 год).
Әйткәндәй, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә аяҡ салған либераль татар буржуаз милләтселәре Ғаяз Исхаҡи, Саҙрый Мәҡсүди һәм башҡаларҙан айырмалы рәүештә, күп кенә зыялы Ҡазан татарҙары аңлы рәүештә Зәки Вәлиди төҙөгән армияла тәүге көндәрҙән үк хеҙмәттәшлек иткән, уның фекерҙәштәре булған, хәрби алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән, армияла һалдаттарҙы хәрби тәртипкә, оќталыҡҡа өйрәткән. Улар — генерал Ишбулатов, офицерҙар Ғәбдрәшит Бикбауов, Әминев, Усман һәм Ғәле Тереғоловтар, Ильяс Алкин, Абдулла Сәлихов, Йыһангир Әмиров, Сәлимйәнов, Баязит Еникеев, Каспранский һ.б. Күптәренең был изге көрәштә ғүмерҙәре өҙөлгән. (М.А. Юлдашбаев. "Известный" неизвестный Заки Валиди". Уфа, 2008 г.)
Юлыҡ ауылы... Ырымбурҙа миллионер Рәмиевтәр капиталына нәшер ителгән "Шура" журналының мөхәррире, башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдинов ике улы — Абдрахман һәм Ғәбделәхәт менән йыш ҡына Юлыҡ ауылына килеп йөрөгәндә был төбәктәге билдәле мәғариф, мәҙәниәт һәм дин әһелдәре менән аралашҡан. Өсөһө лә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Абдрахман Фәхретдинов "Башҡорт тарихы" китабының авторы булараҡ танылыу алған. Үкенескә, 1937 йылда ҡустыһы Ғәбделәхәт менән нахаҡ яла яғылып ғәйепләнгән, һәм икеһе лә үлем язаһына хөкөм ителгән.

* * *
Юлыҡ ауылы халҡы ике быуаттан ашыу үҙенең телен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, тирә-яҡтан башҡорт ауылдары менән уратып алынған “утрауҙа” йәшәһә лә, үҙҙәренең теле итеп татар телен иќәпләй. Башҡорттарға ҡыҙ биреп йә килен алып, башҡорт менән татар быуаттар буйы ҡан-ҡәрҙәшлеккә шатланып, ҡоҙа-ҡоҙағый булып, үҙ-ара татыу, дуќ йәшәйҙәр. Ауыл халҡының хәҙерге быуындары ла, ата-бабаларының васыятына тоғро ҡалып, олоғайған ата-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бала-сағаһына дөрөќ тәрбиә биреп, милләт айырмай, дәғүәләшмәй, үҙ бурыстарын намыќ менән үтәп донъя көтә.
Башҡорт менән татар халҡы борон-борондан үҙ-ара аралашып йәшәй, уларҙың ҡайғы-ҡазалары ла, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла һәр саҡ уртаҡ. Әлбиттә, һәр дәүерҙәге кеүек, хәҙерге йәшәйештә лә ике халыҡтың да асыҡлай торған һорауҙары, хәл итәһе мәсьәләләре, үтәлмәгән бурыстары, проблемалары бихисап. “Ере барҙың — еме бар, еме барҙың — иле бар, иле барҙың — халҡы бар, халҡы барҙың — теле бар” — ошо төп һорау башҡортто ла, татарҙы ла берҙәй борсой. Хәл итәһе мәсьәләләрҙең күп, ҡатмарлы булыуына ҡарамай, милли асылын һаҡлап, рухи донъяһын ҡурсалап, бөгөнгөһөн ҡәҙерләп, бер-береһен хөрмәтләп йәшәү — туғандаш башҡорт һәм татар халҡының төп бурысы!
Аќаба башҡорт ерҙәрендә төпләнеүселәр үҙҙәренә йән тыныслығы, йәшәү именлеге, нәќелдәрен һаҡлау мөмкинлеге алған, тарихи тамырҙарын, ата-бабаларының был тарафтарға мохтажлыҡтан килеп һыйынғанын бөгөн дә онотмайҙар һәм атай-олатайҙарының татыу йәшәргә өндәгән васыяттарына тоғролар, сөнки “хәтерһеҙ халыҡ — хәтәр халыҡ” тип бушҡа әйтелмәгәнен яҡшы аңлайҙар. Ысынлап та, Юлыҡ ауылының данлы тарихлы халҡы киләсәктә лә оло юлдан яҙмаќ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21