Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихты онотоу — хата, ә боҙоу — енәйәт
Тарихты үҙгәртеп булмай. Ә бына уны боҙоп күрһәтеүселәр хәтһеҙ.
Йыраҡтан башламаҡсымын. Рим империяһынан. Мәңгелек Рим ҡалаһынан. Имеш, Рим империяһы һуғыштарҙа еңелгән, баш ҡалаһы емерелгән һайын, уны һәр ваҡыт күсереп һалған, быны күрһәтмәќ өсөн, яңы урынын мәңге шунда булған, тип иќбатлағандар. Был тарихсылар яңылышлығымы, яҙыусылар фантазияһымы — әйтеүе ауыр. Әммә, һис шикһеҙ, ҡайһы яҡты алһаң да, дөрөќлөккә күпмелер дәрәжәлә зыян килгән.

Рәсәй тарихын да шулай бутарға тырышалар. Барлыҡ уҡыған китаптарға күҙәтеү яһарға йыйынмайым. Миќал өсөн Вадим Макаренконың "Ключи к дешифровке истории древней Европы и Азии" тигән китабын алам. Әќәрҙә күпме хата, күпме дөрөќлөк барын әйтеүе ҡыйын. Тик яҙыусының "Ваҡыт бара, әгәр ҙә Рәсәйҙең ысын тарихы халыҡҡа барып етмәһә, 400 йыл буйы килгән ялған мәғлүмәт урыќ халҡын юҡҡа сығарасаҡ — ул инде бөтөнләй башҡа халыҡ буласаҡ", тигән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай булмай, сөнки ысын тарихты белгәндә генә алдағы тормошта хаталарҙы ҡабатламаќҡа мөмкин.
Боронғо заман тураһында һөйләүе, билдәле, ауыр. Сағыштырмаса яңы тарихты ла боҙалар әле! Мәќәлән, ХХ быуаттың аќтын-өќкә килтерәләр. Кемгә нисек оҡшай — шулай һөйләй. Улар араһында иң уќалы — Англияның бик популяр булған премьер-министры Уинстон Черчиллдең ике йыл элек донъя күргән мемуарҙары. В.И. Ленинды ла ғәҙел сәйәсәт алып барырға өйрәткән, икенсе Бөтә донъя һуғышында ла ул еңгән икән. Үҙе лә шулай яҙған, фекерҙәш-яҙыусылары ла быны иќбатлай. 20 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан СССР, уның юлбашсыларының әһәмиәте бөтөнләй юғалып ҡалған.
Советтар Союзында тыуып үќкән, хәҙер сит илдәрҙә, хатта Белоруссияла йәшәп ижад итеүсе яҙыусыларҙың әќәрҙәрендә лә һуғыш темаһы Черчилль теленән йыраҡ китмәгән.
ХIХ—ХХ быуаттарҙа йәшәгән, тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ тураһында ғәйбәт кимәлендәге китаптар осрай. Шундайҙарҙан Александр Казакевичтың "Звезды, как люди" тигән китабы беҙҙең илдә күп тираж менән баќылып сыҡты. Унда М. Горький, А. Блок, Ф. Достоевский, В. Маяковский, Д. Менделеев һәм башҡа бөйөк шәхестәр тураһында күпме бысраҡ бирелгән. Яҙыусыға ышанһаң, улар шапшаҡ, убыр кеүек ашаусы, әхлаҡ яғынан аҡһаҡ. Күп шәхестәрҙең түшәктәге тормошон да яҙып үткән. Ҡайҙан күргән дә ҡайҙан белгән? Бер кем был хаҡта яҙыусынан төпсөнмәгән, юғары сифатлы ҡағыҙҙа баќҡан да сығарғандар! Маҡтағандар авторҙы. Ғәйбәт яратыусылар табылыр, тип ышанғандар. Был күренеш билдәле шәхестәрҙе мыќҡыл итеү генә түгел, тарихыбыҙҙы түбән дәрәжәгә төшөрөү тигән һүҙ.
Үҙенең иленең тарихын ихтирам итмәгән кеше Ватанын да йәненә яҡын алмай ул. Ундай миќалдар бар. Ике йыл элек Рәсәй үҙәк телевидениеһының I каналында Советтар Союзы осоронан уҡ бик популяр булған бер композиторҙың юбилей кисәһен күрһәттеләр. Фамилияһын әйтеп тормайым, тапшырыуҙы миллиондар ҡараны — күргәндәрҙер. Мин Совет кешеһе булып тәрбиәләндем, шулай булып ҡалам да. Бөтә милләттәр бер тигеҙ тип иќәпләргә өйрәттеләр мине. Шуға күрәме әлеге кисәлә, ниңәлер, урыќ йәки татар, башҡорт фамилиялы композиторҙарҙың күренмәгәненә иғтибар иттем. Быға баќым яһарға теләмәйем, бәлки, күрмәгәнмендер... Ә бына һөйләгән һүҙҙәренә, тотош тәртибенә ныҡ аптыраным. Улар юбиляр тураһында, ғөмүмән, юбилейҙар һәм башҡа байрамдар тураһында һөйләне. Тоталитар режим осоронда ижадты, тормошто шул байрамдар менән биҙәргә тырышҡандар икән. "Юбилейҙар, ил байрамдары, шулай уҡ берәр Политбюро вәкиле вафат булһа, беҙгә ҙур шатлыҡ ине", — тиҙәр. Бөтә зал, шул һүҙҙәргә шарҡылдап көлөп, дәррәү ҡул сапты.
Ниндәй генә кеше үлһә лә, уны шатлыҡҡа һанау матур күренеш түгел. Политбюро вәкилдәре лә — әҙәм балаһы. Яҡшымы-түгелме — беҙҙең етәкселәр. Торғонлоҡ йылдары тип илде, уның тарихын нисек кенә бысратырға тырышмаһындар, һуғышта еңеп сыҡҡан, Йыһанды үҙләштергән, фәнде алға ебәргән дәүләт әле ул.
Шул уҡ кисәлә юбиляр: "СССР гимны уйнағанда бер ҡасан да аяғүрә баќманым, ботинкаларҙың бауын төҙәткән булып, аќҡа эйелә инем", — тип маҡтана. Барыһы ла уға һоҡланып, берҙәм ҡул саба. Ниндәй илдең гимнын баќып тыңлай икән композитор?..
Рәсәйҙең үҙәк гәзиттәрендә илебеҙҙең үткәнен хурлап яҙған авторҙар күбәйҙе. Ярай ҙа ул, мәќәлән, берәй фронтовик һуғыш тураһында үҙенең фекерен әйтһә, йә иһә илдең үќешен үҙ күҙе менән күргән, күп хеҙмәт һалған ветеран иҡтисадтағы етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләһә. Юҡ бит. Ул осорҙа йәшәмәгән, хатта тыумаған балалар күрмәгән, белмәгән хәлдәргә баһа бирергә, кемделер ғәйепләргә тырыша. 1958 йылда донъяға килгән йәш политолог 1953 йылда мәрхүм булған И. Сталиндың эшмәкәрлегендәге кәмселектәрҙе табып, мәҡәләләр яҙып ята.
Шундай әҙәмдәр тарихты боҙоп күрһәтә, дөрөќлөк өќтөнә сүп-сар өйә, йәш быуындың зиһенен ағыулай. Тарихты онотоуҙың — хата, ә тарихты боҙоуҙың енәйәт икәнлеген аңлайҙармы?..


Автор: Р. НУРЕТДИНОВ. Район: Дүртөйлө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә