Уйламағанда, көтмәгәндә ҡулыма “Ҡыуандыҡ энциклопедияһы” (“Кувандыкская энциклопедия”) тип аталған белешмә килеп эләкте. Был китап (мәғлүмәттәргә бик тә бай) Ҡыуандыҡ ҡалаһында
С.М. Стрельников нәшриәтендә донъя күргән. Башҡортостанда берәй кешенең нәшриәте бармы? Ә бына Ҡыуандыҡта бар. Энциклопедияны нәшер итеүсе лә, баш мөхәррире лә, төҙөүсеһе лә Сергей Михайлович.
Ул булмышы менән журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, нәшриәтсе. Күпме ер-һыу атамаларының тарихы, этимологияһы буйынса хеҙмәттәр яҙған! Бармаҡтарҙы йомоп ҡына һанап сығырлыҡ түгел һәр хәлдә. Сергей Михайлович — Урыҫ географик йәмғиәте академигы. Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәренең грамматикаларын бик яҡшы белә. Шулай булмаһа, был ҙур төбәктең топонимияһын фәнни кимәлдә яҡтырта алмаҫ ине. Күпме күренекле кешеләрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан был хеҙмәттә. Шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡортостан энциклопедияларында арҙаҡлы шәхестәрҙең йәшәйеше дүрт-биш юлға ҡыҫырыҡлап индерелә. Сергей Михайлович (1953 йылда тыуған) энциклопедик стандартты ла (ҡалыпты) ныҡлап үҙләштергән. Шулай ҙа ул теге йәки был шәхестең донъяуи хәлен иренмәйенсә һүрәтләй. Хеҙмәттең ҡиммәте, бәлки, ана шундалыр ҙа. Был китап тураһындағы хис-тойғоларымды гәзит уҡыусыларға тиҙерәк еткерергә тырышһам да, уйым иркемә буйһонмай. Китапты асып ҡарау менән уҡыуға мауығам да китәм.
Ҡыуандыҡ районы — Ырымбур өлкәһендә иң ҙур райондарҙың, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Минең һәм Башҡортостанда йәшәгән бик күптәрҙең тыуған яғы ла ул — Ҡыуандыҡ. Китап менән танышҡас, тыуған төбәгемдәге ҡоштар моңон, шишмәләрҙең тәмен, гөл-баҡсалар еҫен, муйыл сәскәләренә күмелгән Һаҡмарымдың һылыулығын, тауҙар тынын, шифалы һауаһын тойғандай булдым. Күпме яҡташтарым менән таныштым, быға тиклем яҙылмаған тарих, ер-һыу теленең серҙәренә төшөндөм. Бәлки, ҡайһы бер географик атамаларҙың тарихы, этимологияһы бер ни тиклем бәхәслерәктер ҙә, әммә уларҙың китапҡа инеүе ҡиммәт. Килер быуындар уларға үҙ төҙәтмәләрен индерер. Тыуған яҡтың тәбиғи биҙәктәренә уңалмаҫ төҫтө уның алсаҡ, киң күңелле кешеләре бирәлер һымаҡ, минеңсә.
Ҡыуандыҡ районының башҡорт ауылдарынан сыҡҡан байтаҡ ҡына арҙаҡлы шәхестәр Башҡортостан тип аталған дөйөм башҡорт донъяһын тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индергән. “Ҡыуандыҡ энциклопедияһы” шуларҙың исем-шәрифтәрен, ҡыҫҡаса тормош юлын ташҡа баҫып сығарған. Ташҡа баҫҡан юйылмаҫ, тигән боронғолар. Халыҡ хәтерендә, килер быуындарҙың күңелендә, оло бер рухи байлыҡ, мираҫ булып һаҡланһындар ине лә бит. Мәктәптәрҙә әсә телен өйрәнеүҙән мәхрүм ителгән бөгөнгө бала-саға киләсәктә үҙ балаларына, балаларының балаларына шундай бай рухи мираҫты төшөндөрә алырҙармы икән?
Ҡыуандыҡ тарихында ғына түгел, бөтә башҡорт донъяһында врач, ғалим, лингвист Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы Ҡулаев абруйлы шәхестәрҙең береһе һанала. Ул Ырымбур өлкәһенең элекке Йәнсура (хәҙер Ҡыуандыҡ) районының Йәнсура ауылында 1873 йылдың 7 февралендә донъяға килә. Был боронғо башҡорт ауылына нигеҙҙе тәүгеләрҙән булып Йәнсура ҡарт ҡорған. Уның хөрмәтенә ауыл Йәнсура булып киткән. Шуны ла әйтергә кәрәк: Йәнсура, Ҡансура, Аҡсура, Сураш, Сурай бер ата балалары булһа кәрәк. Үҙенең ауылында бер нисә йыл белем алғас, ул Ырымбур гимназияһына уҡырға инә. Бындай уҡыу йорто башҡа милләттәрҙе ҡабул итмәгән. Шуның өсөн Ҡулаев үҙенең исем-шәрифен урыҫсаға алмаштыра. Шулай итеп ул, Мстислав Александрович Кулаев булып, иң тырышып уҡыусы гимназистарҙың береһенә әйләнә. 1902 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында ялан госпитале врачы булып эшләй. Башҡорт хөкүмәтенең яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған саҡта, 1920 йылдың мартында, Башҡортостан автономия республикаһын төҙөү буйынса декретҡа, В.И. Ленин менән ҡара-ҡаршы ултырып, ҡул ҡуя.
Энциклопедияларҙа “М.С. Ҡулаев ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша” тип, бер төрлө ситләштергән төҫлө яҙалар. Декретта бит В.И. Ленин менән М.С. Ҡулаевтың имзалары һаҡланған. Ана шул декретҡа ҡул ҡуйған саҡта ул, бәлки, иң беренсе үҙ ауылын, үҙ районын күҙ уңында тотҡандыр. Улар туған телдәрен өйрәнер, был донъяға тамам өлгөргән шәхес булып аяҡ баҫырҙар, кеше затына хас хоҡуҡтар менән файҙаланырҙар, тип уйлағандыр. Бөгөн ауылдаштарының туған телен өйрәнеү хоҡуғынан мәхрүм ителерен белһә, алдан юрай алһа, ул декрет тип аталған ҡағыҙ киҫәгенә ҡул ҡуйыуҙан тартыныр ине, бәлки. Бына ошо олуғ кешебеҙҙе бөтә Башҡорт донъяһында ҙурлап иҫкә алһаҡ ине, ҡулъяҙма китаптарын баҫтырып сығарһаҡ ине. Республикабыҙҙа уның исеме лә мәңгеләштерелмәгән.
“Ҡыуандыҡ энциклопедияһы”нда күренекле шәхестәребеҙҙән Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев менән дә танышабыҙ. Ул 1886 йылдың 24 февралендә Иҙелбай ауылында тыуа. Уның ғүмерен иртә өҙәләр. 1937 йылдың 27 сентябрендә Мәскәүҙә аталар. Ул — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологы, граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡортостан Хөкүмәте аппаратында ҙур вазифалы урындар биләй. Мәҫәлән, 1920 – 1921 йылдарҙа БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси секретары була.
Золом (репрессия) елдәре иҫә башлағас, ғәҙәттә, башҡорттарҙы үрләтеү һылтауынан Мәскәүгә саҡыртып алалар. Уға эш биргән булалар. Мәскәүҙә Бөтөн Рәсәй сәнәғәт кооперацияһы советында өлкән консультант булып эшләй. Мәскәүгә бер саҡыртып алған кешене үҙ республикаһына ҡайтармайҙар, сөнки ул һәр саҡ золомсоларҙың күҙәтеүе аҫтында була. Мәле еткәс (бәлки, сиратылыр ҙа), төрмәгә алып баралар ҙа аталар. Бына шулай башҡорт донъяһы һыҡтаулы, һыҡраулы. Туҡран тәүбәһеләй “толерантлы шәхес тәрбиәләйек” тип әйтеү — мәғәнәһеҙлек. Туған телһеҙ халыҡ, уның лексик ҡатламдарын, стилистик төрҙәрен туған телендә өйрәнә алмаған халыҡтың күңелендә толерант тойғоһо булмай.
Ҡыуандыҡ районы Башҡортостан фәненә дүрт фән докторын бирҙе. Бына улар: Рафаэль Ғәйнитдин улы Аҙнағолов — педагогия фәндәре докторы, Райхана Вәлиулла ҡыҙы Ҡунаҡова (Бләүтамаҡ ауылынан) — химия фәндәре докторы, профессор, Фәнис Мансур улы Раянов (Ҡыуандыҡ ҡалаһынан) — юридик фәндәр докторы, профессор, Ғәфүр Ғөбәй улы Сәлихов (Буранғол ауылынан) — философия фәндәре докторы, профессор. Фән өлкәһендә быларҙан тыш та Ҡыуандыҡ районынан сыҡҡан ғалимдар булырға тейеш. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, Ғәбибйән Сәлихйән улы Рамаҙанов (Үрге Наҙарғол, йәғни Баш Бүре ауылынан) — техник фәндәр кандидаты. Ғалимдарҙың барыһы ла һөҙөмтәле эшләй, төрлө йүнәлештә монографиялар яҙа. Башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүҙә лә Ҡыуандыҡ башҡорттары ситтә тороп ҡалмай. Мәҫәлән, Ҡыуандыҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаева — торғаны Һаҡмар һандуғасы. Рәйлә — Башҡортостандың халыҡ артисы. Уның репертуарында сит ил, урыҫ, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ оҙон көйҙәре күңелдәрҙе елкендерә, тетрәндерә.
Журналистика өлкәһендә лә ҡыуандыҡтар һынатмай. Мәҫәлән, Мәргән Әхмәт улы Мырҙабәков (Сабаҡлы ауылынан) заманында “Советская Россия” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Хәҙер Өфөлә йәшәй, республика гәзиттәрендә проблемалы мәҡәләләре күренә, китаптар яҙа.
Сәсәндәрһеҙ, шағирҙарһыҙ, сапсыған аттай, ажғырып йырлап тороусы ир-егеттәрһеҙ башҡорт донъяһының бер мөйөшө китек булыр ине. Ошоно иҫәпкә алып, “Ҡыуандыҡ энциклопедияһы” күренекле шағир, прозаик, сәхнә әҫәрҙәре ижад итеүсе Тойғон (Риф Тойғонов); вокалсы, музыкант, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әмир Вәлиулла улы Тойғонов; Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Бәҙри улы Туҡтағолов тураһында ла тулы мәғлүмәт бирә.
“Ҡыуандыҡ энциклопедияһы”на инмәгән байтаҡ исемдәр ҙә бар. Мәҫәлән, Исламғолова Ынйыҡай Әхмәт ҡыҙы (Сабаҡлы ауылынан) — педагогия фәндәре кандидаты, башланғыс кластар өсөн төҙөлгән урыҫ теле дәреслектәренең авторҙашы, байтаҡ методик әсбаптарҙы төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашты. Дауытов Риф (Бләүтамаҡта йәшәй) — шиғырҙар китабы авторы, уның байтаҡ шиғри циклдары әленән-әле “Ағиҙел” журналында донъя күрә килә. Бләүтамаҡтан Яхъя сәсәнде лә был китапта күрге килгәйне. Уның йырҙары магнитофон таҫмаһында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор фондында һаҡланырға тейеш. Рәсәй конкурстарында Ырымбурҙың данын күтәреүсе Фәтих Ҡаҙаҡҡолов (ҡурайсы), Шәйхи Ғөбәйҙуллин (йырсы, ҡурайсы, скрипкасы, гармунсы), Сәйәф Туҡтағолов (скрипкасы) кеүек халыҡ сәнғәтенең ынйылары ла китапта урын алһа, уларҙы белгәндәрҙең, иҫләгәндәрҙең күңелдәре моңға тулышыр ине.
Шуны ла әйтергә кәрәк: энциклопедияла ҡайһы бер географик атамалар (Ҡыуандыҡ, Үрге Үтәғол, Түбәнге Үтәғол һәм башҡалар) дөрөҫ аңлатылмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ғалимдар өсөн “Ҡыуандыҡ энциклопедияһы” бик тә файҙалы, фәһемле ғилми сығанаҡ булыр тип ышанғы килә.
Ҡыуандыҡ тип аталған башҡорт донъяһы оло Башҡортостан донъяһына күпме шәхес биргән. Ана шуныһы ҡыуаныслы.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.