Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйө — әкиәт иле
Өйө — әкиәт иле
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Күптәр сит ил машинаһы хаҡында хыяллана ғына. Ә был ваҡытта башҡаларҙың күҙен ҡыҙҙырып Салауат егете – үҙе тырыш, үҙе сәмле Самат Мостафин Көнбайышта етештерелгән «тимер ат»та елдерә. Тик бер мәл әллә ни була ла ҡуя шул «ат»ҡа — техника йүнләп ҡыҙмай. Баҡһаң, бер детале ватылған. Рәсәйҙә запас частар булмау сәбәпле, икенсе берәү ҡул һелтәп тә ҡуйыр ине, бәлки, әммә Самат Ҡасим улы ундайҙарҙан түгел. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, ир кеше йәнә автомобилендә елдерә башлай – боҙолған деталде, ҡырҡ ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеп, ун тапҡыр шымартып, үҙе эшләп ала ул. Ә деталь ябайҙан булмай…

Самат Мостафин Салауатта ғына түгел, тотош республикала күптәргә таныш – завод инженеры, типография, «Аҡбуҙат» милли ойошмаһы етәксеһе, урындағы ҡоролтай рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм башҡа яуаплы вазифаларҙа эшләгән осоронда хеҙмәт йомошо буйынса Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе иңләп сыҡҡан, күп тапҡыр сит илдәргә лә барған кеше. Уның исемен атаһаң: «Ә-ә-ә, теге суверенитетты яҡлаған саҡта 300 башҡортто йыйып, Өфөгә алып барған егетме?» — тип тә ебәрәләр.
Өйө — әкиәт илеЭйе, изге эштәре, тырышлығы менән арбаған ул ҡала халҡын. Ә бына уның ҡул оҫтаһы икәнлеген һирәктәр генә беләлер. Был хаҡта артыҡ һөйләргә яратмай ул. “Оҫта эше менән билдәле” тигән әйтем нәҡ Самат ағай хаҡында һымаҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның.
Әле бала сағында, тыуған яғы — Әлшәй районының Сәпәш ауылында көтөү көткән ваҡытта, Дим буйын ҡыҙырғанда уҡ ағас юнырға ярата геройым. Нисек етте, шулай ғына ултырмай ул – семәрләп-матурлап төрлө һындар эшләй. Бына шулай үҙе лә һиҙмәҫтән сәнғәткә ылығып китә.
Сәнғәт тигәндән, Мостафин мәктәп йылдарында гәзит-журналға ла яҙыша, шиғырҙар ҙа ижад итә. Күрәһең, һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле тигәндәре шулдыр.
Шулай ҙа семәрләү эшенә Самат ағай ныҡлап әрмелә хеҙмәт иткән сағында тотона. Башта стендтарҙы биҙәй, аҙаҡ «дембель альбом»дары эшләй башлай.
— Бер ваҡыт дуҫ һалдат тәре һүрәте табып алған да, миңә лә эшләп бир әле, ти. Шунан ни, бер нисә көн эсендә яһаным да бирҙем. Был хаҡта сәйәси эштәр буйынса командир урынбаҫары белеп ҡалмаһынмы – Совет осоро бит. Тетмәне теттеләр генә. Ярай әле, стендтарҙы матур итеп биҙәй белеүем арҡаһында эште ҙурға ебәрмәнеләр.
Оҫталыҡты белеп ҡалғас, «дембель альбом»дары эшләүемде һорайҙар ине. Их, ниндәй сихри көскә эйә ине бит ул шул альбомдар. Ундағы яҙыуҙар, һүрәттәр... Заман башҡа — заң башҡа, хәҙер генә ана бер-береһен телефондан фотоға төшөрәләр ҙә өйҙәренә шунда уҡ ебәрә һалалар, хат та яҙышмайҙар хатта. Ә, уйлай китһәң, күпме һәләтте аса ине шул альбомдар, — тип хәтирәләрен һүтә оҫта.
Әрменән ҡайтҡас та юныу-һыҙғылауын ташламай Самат Мостафин, инде Салауатта төпләнеп, ғаиләле булып йәшәй башлағас, көн дә хеҙмәтенән, яҡындарынан ваҡытын урлап, нимәне булһа ла биҙәй, семәрләй. Әлбиттә, ҡала шарттарында, фатирҙа ҡул эше менән булышыу анһат түгел. Шулай ҙа яратҡан шөғөлөнән айырылмай әңгәмәсем.
— Эштән ҡайтам да, арлы-бирле иткәс, юнышырға тотонам. Эргәгә балалар йыйылып китә. Эш араһында уларҙы был шөғөлдөң серҙәренә төшөндөрә, халыҡ ижады өлгөләрен күрһәтә, аҡтан ҡараны айырырға өйрәтә инем, — ти һөнәрмән оќталығының тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында.
Эш араһында балаларына тәрбиә генә биреп ҡалмай Самат Ҡасим улы, фатирын бынамын итеп биҙәп ҡуя. Ҡунаҡҡа килеүселәр: «Өйөңдө сәнғәт һарайына әйләндергәнһең», — тип һоҡлана. Хатта стеналарҙа, түбәлә — һүрәттәр, шкафтарҙа — милли рухты сағылдырған, тәбиғәткә ҡарата ихтирам уятҡан төрлө һындар.
Ауылда тыуып үќеп, ҡала мөхитендә йәшәүселәрҙең кемеһе үҙ йорто хаҡында хыялланмай икән? Самат ағай ҙа бер нисә йыл элек тормош иптәше Гөлсимә Зиләвир ҡыҙы, балалары менән бар уңайлығы булған йорт һалып сыҡҡан. Бөтә эште үҙҙәре башҡарған. Билдәле, биҙәкләү, матурлау һөнәрмәндең елкәһенә төшкән. Һоҡланып туймаќлыҡ йортта хәҙер кинәнеп ижад итә Самат ағай.
Өйө — әкиәт илеЫсынлап та, был ихатаға килеп инеү менән үҙеңде әкиәт илендәгеләй хис итәһең. Ҡайҙа ҡарама — сәскәләр (120 төр!). Йортон ғына түгел, ихатаһындағы бассейнды, ҡоймаларҙы, шашлыҡ бешереү урынын, башҡа йыһазды үҙ ҡулы менән яһаған Самат Ҡасим улы. Әйткәндәй, ижади ғына түгел, хужалыҡ эштәре лә бар геройымдың – ҡуяндары, тауыҡтары, емеш-еләк баҡсаһы. Барыһына ла өлгөрә Мостафиндар.
…Бер ваҡыт Самат ағай ҡатыны менән Стәрлетамаҡҡа сәскә орлоғо һатып алырға бара. Магазинда гүзәл зат ҙур айыу һынына күҙе төшөп, тормош иптәшенә уны һатып алырға тәҡдим итә. Ләкин Самат Ҡасим улы был тәҡдимдән баш тарта һәм үҙ ҡулдары менән шундай уҡ айыу яһап бирергә һүҙ бирә. Әйтелгән – эшләнгән. Күп тә үтмәй Мостафиндар йорто алдында ҙур айыу пәйҙә була. Яңғыҙы тормаһын тип, хужа унда ҡоштар, ҡоҙоҡ та яһап ҡуя.
— Һындарға тәүҙә тимерҙән йән өрҙөм – ағас булһа, барыбер ҙә ваҡыт үтеү менән серей башлай. Артабан цемент, гипс, елем, буяуҙар ярҙамға килде, – тип оќталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша хужа.
Шуныһына иғтибар иттем: һындар-һүрәттәр хаҡында һөйләгәндә ул йәнләнеп, күҙҙәре балҡып китә һымаҡ. Күрәһең, ижад емеше балалар яҙмышы менән берҙер.
Өйө — әкиәт илеӘйткәндәй, Самат ағайҙың һындары ҡаланың шәхси йорттары яғында таксистар өсөн үҙенә күрә бер маяҡ булып тора икән. Шул биќтәлә йәшәүселәр әлеге транспорт хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһә, тегеләре: «Һындар ҡуйылған йорттан ҡайһы яҡҡа барырға?» — тип һорай икән.
— Эштән ҡайтҡас, башты ял иттерергә кәрәк, ә ағас-тимерҙән һындар яһау, һүрәттәр төшөрөү – үҙе бер ҡыуаныс. Бер яҡтан ял да итәһең һымаҡ, шул уҡ ваҡытта хәтер, иғтибарлылыҡ та нығына. Тик оќталығыңа маһайып, бер ҡасан да танауҙы күтәрергә ярамай. Юҡһа, арабыҙҙа эскегә һабышҡан, ялҡаулығынан арына алмаған нисәмә оќта бар – шуларға ҡарап, йәнем әрней. Оќталыҡ йәшәргә көс, ынтылыш биреүсе бер күренеш булырға тейеш! — тип оҙатып ҡалды Самат Ҡасим улы.
Таланттарҙың үҙҙәре тарафынан әйтелгән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына уларҙың эштәренә ҡарап инанаһың. Самат Мостафин да нәҡ шундай…
Өйө — әкиәт иле

Рәмил МАНСУРОВ,
«Башҡортостан»дың
үҙ хәбәрсеһе.


Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә 17.09.2026 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы 17.09.2026 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин 17.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе 17.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 4

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды 17.09.2026 // Йәмғиәт

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән 16.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла 16.09.2026 // Йәмғиәт

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға ......

Тотош уҡырға 3

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 16.09.2026 // Йәмғиәт

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды 16.09.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды

Комментарий өҫтәргә