Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Былай йәшәргә ярамай!
Былай йәшәргә ярамай!
Пенсия йәшен арттырыуҙың ҡулай түгеллеген Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы етәкселәре лә таный. Ысынлап та, беҙҙә әлегә ғүмер оҙайлығы алдынғы илдәрҙәге күрһәткестән байтаҡҡа ҡалыша.

Билдәле иҡтисадсы, Дәүләт Думаһы депутаты Оксана Дмитриева әйтеүенсә, пенсияға сығыу йәшен арттырыу хаҡында тейешле демографик йәки социаль шарттар тыумай тороп, һүҙ ҡуҙғатыу ҙа мөмкин түгел. Беренсенән, Рәсәйҙә ғүмер оҙайлылығы бик түбән, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында сир һәм үлем күрһәткестәре юғары. Өҫтәүенә хеҙмәт баҙары өлкәндәрҙе ҡабул итеүгә әҙер түгел. Эшкә урынлашыу мәсьәләһе былай ҙа ҡырҡыу тора.
Көнбайыш илдәрендә өлкәндәр пенсияға рәсәйҙәргә ҡарағанда һуңыраҡ сыға. Әммә был илдәрҙә кешеләрҙең сәләмәтлеге беҙҙәгенән яҡшыраҡ, улар күпкә оҙағыраҡ йәшәй. Мәҫәлән, 2013 йылда Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлылығы 66,5 йәш тәшкил итте (ир-аттыҡы — 60,1, ҡатын-ҡыҙҙыҡы — 73,2). Был күрһәткес буйынса Рәсәй донъяла — 129-сы урында. Сағыштырыу өсөн: Японияла — уртаса 82, Франция һәм Сингапурҙа ла шул сама, АҠШ-та 78,5 йыл ғүмер итәләр. Беҙ хатта БДБ илдәренән дә ҡалышабыҙ. Һуңғы ярты быуат эсендә илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҡартлыҡ сиге әллә ни үҙгәреш кисермәһә лә, ул ир-атта дүрт йылға ҡәҙәр түбәнәйҙе. 58 йәшлек ирҙәр физик яҡтан 70 йәшлек япондар һәм 64 йәшлек поляктар менән типә-тиң. Ә 68 йәшлек аҫыл зат вәкилдәре 75 йәшлек япон һәм 70 йәшлек поляк ҡатын-ҡыҙҙары менән ярыша ала.
Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлылығын 2018 йылға 74 йәшкә тиклем еткереү ҡарала. Әммә был программаны тормошҡа ашырыуға зарарлы ғәҙәттәр аяҡ сала, тип иҫәпләй эксперттар. Ир-аттың 60 проценты тәмәке тарта, һәр кеше иҫәбенә йылына 12 литр самаһы спиртлы эсемлек тура килә. Бындай шарттарҙа пенсияға сығыу йәшен арттырыу — аҡылһыҙлыҡ. Рәсәйҙәрҙең күбеһе пенсионер статусына барып етә алмаясаҡ.
Ни өсөн беҙ насар йәшәйбеҙ, ваҡытынан алда ҡартаябыҙ, донъянан иртәрәк китәбеҙ? Сәбәптәр ифрат күп, кемдер медицинаны халыҡ сәләмәтлегенә иғтибарһыҙлығында, эште берҙәм ойоштора белмәүендә, дауаханаларҙың ҡыҫҡартылыуында, белемле кадрҙарҙың аҙлығында ғәйепләр, бәғзеләр илдәге тәрән үҙгәрештәрҙең халыҡ файҙаһына булмауында күрер... Бәхәсләшергә урын юҡ, әммә беҙ үҙебеҙ сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлар өсөн күпме көс, тырышлыҡ һалабыҙ һуң? Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡыл да ҡыбырҙатмайбыҙ икән.
Уйлап ҡына ҡарағыҙ: рәсәйҙәрҙең 60 проценты туҡланыу режимын һанға һуҡмай, 80 проценты иртәнге гимнастика менән шөғөлләнмәй, 70 проценты даими рәүештә алкоголле эсемлектәр менән мауыға, ә һәр дүртенсе кеше көнөнә 11-ҙән 20-гә тиклем һәм унан да күберәк сигарет көйрәтә.
Тормош сифатын һаулыҡ өлкәһенә туҡтауһыҙ аҡса бүлеү менән генә яҡшыртыу мөмкин булмауын күреп торабыҙ. Һәр кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплылығы үтә мөһим. Ғәжәп хәл: миллионлаған кеше һаулығын һаҡлау, оҙағыраҡ йәшәү өсөн нимәлер эшләү хаҡында уйлап та ҡарамай.
Ә хәлдәр аяныслы: яҡты донъяны ташлап китеүсе һәр дүртенсе кеше пенсия йәшенә барып етә алмай. 2012 йылда үлгән 1,9 миллион кешенең ярты миллионы эшкә һәләтле йәштә булған. Уларҙың күбеһе ваҡытында һаулығын хәстәрләһә, сирҙе еңә алыр ине. Йөрәк-ҡан тамырҙары (эшкә һәләтле йәштәге 150 меңдән ашыу кеше ошо сирҙең ҡорбаны), онкология (70 мең), тын алыу һәм аҙыҡ эшкәртеү ағзалары ауырыуҙары күпселекте тәшкил итә.
Белгестәр баһалауынса, вафат булғандарҙың күпселеге ябай ғына дүрт ҡағиҙәне үтәгәндә әле лә имен-аман йәшәп ятыр ине. Барыбыҙға ла яҡшы билдәле был талаптарҙы һанап үтәйек: спиртлы эсемлектәрҙе самалы ҡулланыу, тәмәке тартыуҙы ташлау, рациональ туҡланыу һәм көн һайын 15 минутлыҡ зарядка яһау. Сығым, көс, ваҡыт талап иткән шөғөл түгел береһе лә! Был юлдарҙы уҡыусының ҡаршылыҡлы фекерен дә күҙ алдына килтерәбеҙ: йәнәһе, күп ҡурҡыттығыҙ инде, бер тамсы никотиндың көсө, тәмәке төтөнөнән бәхетһеҙ аттың да һәләк булыу ихтималлығы хаҡында яҡшы беләбеҙ. Йә тағы ниндәй көләмәстәр уйлап сығарырһығыҙ, тип маңлай йыйырған бәғзеләр барлығы ла билдәле. Зарарлы ғәҙәттәрҙең ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы ғәмәл икәнлеген бар халыҡ белә, әммә һаман да сәләмәтлектәренә төкөрөп ҡарауын дауам итә.
Үрҙә әйтелгән анкета һорауҙарына һәр төбәктә 16 меңгә яҡын кеше яуап биргән. Иң мөһим һығымта: респонденттарҙың яртыһынан күбеһе “артабан бөгөнгөләй йәшәргә ярамай” тигән фекергә килгән.
Кеше һаман да һаулыҡтың бөртөкләп, ҡәҙерләп йыйылған байлыҡ икәнлеген аңлай алмай ҡаңғыра кеүек. Юғары килемле, яҡшы шарттарҙа йәшәүсе рәсәйҙәр ҙә физкультура менән шөғөлләнеүгә битараф. Яуап биреүселәрҙең ҡап яртыһы ваҡыт юҡлыҡҡа, 46 проценты теләк булмауға, ялҡаулыҡҡа һылтана. Һәр тин аҡсаны иҫәпләп тотоусылар “сәләмәтлегем насар булыу сәбәпле, физкультура менән шөғөлләнмәйем” тип яуаплаған.
Тайвань ғалимдарының 12 йыл дауамында алып барған күҙәтеүҙәре ҡыҙыҡлы. Дүрт төркөм төрлө оҙайлыҡтағы физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгән, ә бишенсеһе унан бөтөнләй баш тартҡан. Һөҙөмтә халыҡты шаҡ ҡатырған: көнөнә 15 минутлыҡ күнегеү сир хәүефен 14 процентҡа кәметә һәм ғүмер оҙайлылығын өс йылға арттыра тигән һығымта яһалған. Шуға өҫтәп йәнә 15 минут зарядка яһау хәүефте нығыраҡ кәметәсәк, тип раҫлай ғалимдар. Әгәр ҙә физкультура өсөн көнөнә 15 минутыбыҙҙы йәлләмәһәк, илдә 260 мең ғүмерҙе һаҡлап ҡалыр инек тигән һүҙ.
Йәйәү йөрөүҙең сәләмәтлек өсөн үтә файҙалы икәнен танылған кардиохирург, академик Лео Бокерия ла раҫлай. Әммә беҙ, ғәҙәттәгесә, һәр етди кәңәште көлкөгә борорға әҙербеҙ, уйынға һабыштырырға ғына торабыҙ. Физкультура менән шөғөлләнмәгән рәсәйҙәрҙең 29,6 проценты – йөрәк сирҙәренә, 27,9 проценты остеохондрозға дусар булыуы ла мәғлүм. Быныһы һис тә көлкө түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә