Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына өндәмә
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына өндәмә“Һәр заманда әҙәмде әҙәм итеп, йәмғиәтте ырыҫлы йәшәткән, тотороҡло иткән бер алтын терәк бар. Кешелеклелек, әхлаҡ, әҙәп ул. Ваҡыт уҙа килә кеше тормошо, рухиәте сәйәси ваҡиғалар, иҡтисади, ижтимағи сәбәптәр арҡаһында үҙгәрә.
Ил, ер-һыуҙың һаҡланыуы, ҡурсаланыуы, уның әхлаҡи, рухи йөҙө, ҡото өсөн фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн нығыраҡ борсолоуы ғәжәп түгел. Уның ген, ҡан хәтеренә һалынған, йөрәгенә уйылған бурыс һәм теләк ул. Илде, тимәк, үҙен үҙе һаҡлау, яҡлау тигән хәҡиҡәт ҡатын-ҡыҙҙың булмышына быуаттар төпкөлөндә һалынған. Шуға күрә башҡорт ҡатын-ҡыҙы кеше асылын, тыуған ер-һыуын ҡурсыр өсөн дә үтә яуаплы”.
Филология фәндәре докторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВАНЫҢ ҡатын-ҡыҙға шундай оло бурыстарҙы йөкмәтеүе урынлы кеүек. Әммә тауҙай ҙур, үтә яуаплы эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн аҫыл зат үҙе ниндәй булырға, нимәгә ынтылып йәшәргә тейеш һуң? Ошо йәһәттән ғалимәнең нәсихәттәрен иғтибар менән өйрәнергә, фекер алышырға саҡырабыҙ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына өндәмә

1 Үҙ милләте вәкиләһенә көнсөллөк, ошаҡ, нахаҡ һүҙ йөрөткән һәр бер ҡатын халҡы алдында телмәр тоторға, өгөт өйрәтергә лайыҡ булмаҫ.
2 Үҙ балаһының атаһын яманлаған ҡатын киләсәккә таш ырғытыусы булып һаналыр. Етәксе йәки рәсми органдарҙа һөйләүе лә, эше лә ихлас һәм кәрәкле һаналмаҫ, яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ. Ил алдында хаҡы түбән булыр.
3 Үҙ милләте вәкиленең боҙоҡ юлда булғанын белеп тә тел, өгөт, ҡул ярҙамын күрһәтмәй, ә яманатын күбәйтеп йөрөгән ҡатын үҙ халҡының данын төшөрөүсе кәм кеше булыр.
4 Хәмер эскән ҡатындың йә ирҙең эше лә, кеше хаҡы ла, даны ла, һүҙе лә харам. Ил алдында аҡланыр өсөн берҙән-бер юлы тәүбәгә килеү булыр. Аллаһы бар тәүбәне ҡабул итә. Ул бар, Бер һәм Бөйөк!
5 Башҡорт халҡының теле, мәҙәниәте, моңо, йола итәғәтенә янаған һәр бер ҡурҡыныс, әхлаҡи боҙоҡлоҡҡа ҡаршы көсөнән килгән эшкә ынтылмаған битараф кеше маңҡорт булыр һәм үҙе лә көсһөҙ, өмөтһөҙ, бушаҡ рухлы быуын үҫтерер. Шуға үҙе ҡол, иләү эсендәге һоро ҡорт булыр.
6 Яҡшы ҡатын ир хаҡын күтәрер, яманы уны төшөрөр. Ана заты атай затының бәҫен, ырыҫын, данын күтәрһә, үҙе лә күтәрелер. Ана заты атай затының бәҫен, ырыҫын кәметһә, үҙе кәм булыр һәм балаһынан түбәнһетеү күрер.
7 Милләттең миллилеген, ныҡлығын төҙөр халыҡты, күптәр араһында бер итеп таныта алыр егәрле эш башында милләт әсәһе — башҡорт бейсәһе торор һәм бер әйтеп, берәгәйле эшләп, артынан илде эйәртер. Был ҡатын Аллаһ ярҙамын алыр!
8 ХХI быуатта кешелекте рухи көрсөктән ҡотҡарыусы — ҡатын заты. Уның дәрте, көсө, ғәййәр гражданлыҡ тоғролоғо милләттең һәр бер ҡатламын эйәртер һәм йәшәү дәүерен оҙайтыр. Ҡатын заты битараф булмаҫ!
9 Миллилек рухы көслө һәм юғары булған һайын интернационаллек (милләттәрҙе ихтирам итеү) выжданы ла юғары була. Шуға күрә үҙ милләтен яратыу һәм һөйөү аша ғына кеше алдынғы фекерле, күп өмөттәрҙе бер итеп, һөйөүсе һәм ҙурлаусы булып үҫешер.
10 Халыҡ булғас, халыҡ-ара бәйләнештәр һәм мөнәсәбәттәр була. Халыҡ булмаһа, бер төрлө ҡәүемдәр бер-береһенә ҡаршы баҫа. Милләттәрҙең төрлөлөгөн һаҡлау, тимәк, Ер йөҙөндә йәшәүҙе һаҡлау — Ҡатын бурысы. Милләт милли булғанда ғына милләт-ара татыулыҡ, килешеү була ала. Намыҫлы граждан ығы-зығы, кәмһетеүгә юл ҡуймаҫ — әгәр үҙе кәм күңелле булмаһа. Башҡорт ҡатыны — илдә татыулыҡ һаҡлаусы төп зат!
11 Дәүере быуаттарға һуҙылған әҙәп, әхлаҡ, иман, намыҫ ҡиммәттәрен һаҡлау хәҙерге заманда — ХХI быуатта фәҡәт миллилекте һаҡлау менән бер ул. Башҡорт ҡатыны үҙе намыҫлы булғанда, иләүе лә намыҫлы булыр. Ир-Ата-Ул ырыҫын күтәрер.
12 Башҡортто тарихта, ваҡытта һәм арауыҡта, Ерендә һаҡлап ҡалыр рухи ҡаҙаныш ул — Ҡатын! Был сифаттарҙы ла тормошта алдынғы итеп раҫлау ҡатын-ҡыҙҙың аҫыл өлөшө һәм бурысы булып тора.
13 Башҡорт — Уралда йәшәүсе һәр халыҡтың ғүмерен, илен, киләсәген имен итеүсе илаһи миссия үтәүсе һайлам халыҡ. Ул ҡорбан да, әйҙәүсе лә, изге әүлиә лә, баһалы батыр ҙа, тәбиғәт балаһы ла. Үҙе күргән ҡот осҡос бәлә-яфалары ғәжәп тәбиғәт ҡосағында йәшәүенә хаҡ булып түләнде. Башҡорт барҙа, башҡа халыҡтар ҙа буласаҡ, дуҫ һәм татыу йәшәйәсәк бөйөк Уралда. Был — тормош законы. Матур, яҡты осорға аяҡ баҫыр ул, әгәр үҙ миссияһын сабыр һәм аҡыл менән үтәһә. Башҡорт ҡатыны оло йөрәкле, киң күңелле, тәрән аҡыллы һәм ҡаһарман рухлы булһын!
14 Һәр заман яу-дауында еңеү һәм уңыш өсөн ҡорбан кәрәк. Бына улар: ялҡаулыҡ, битарафлыҡ, тарҡаулыҡ, көнсөллөк, ошаҡ, ҡурҡаҡлыҡ. Киләсәк юлығыҙ асылһын — ҡалдырайыҡ уларҙы үткәнгә.
15 Өҙлөкһөҙ күндәмлекте, йомшаҡ холоҡто маҡтау — иң ҙур мәғәнәһеҙлек, кәмселек. Түбән көнкүреш шарттарына ризалыҡ белдереү билдәһе, ҡол психологияһы ул. Меҫкен булмайыҡ!
16 Башҡорт булыу шарты — һәр саҡ рухи үҫештә булыу һәм һынауҙар үтеү. Илһөйәрлек, тормошто яратыу, яҡшылыҡты идеология кимәлендә ҡиммәтле итеү — тарихи дәүерҙә халыҡты туплай алырҙай изге аманат көстәр.
Беҙҙе бар иткән — Ил,
Беҙҙе бар иткән — Тел,
Беҙҙе буласаҡ иткән — Ер,
Барыһын буласаҡ итеүсе — Башҡорт милләте!
Милләт әсәһе бул, Башҡорт ҡатыны!
Ҡырғын көсө ни тиклем яман булған һайын, тыуым, аң көсө ишәйә башҡорттоң. Ҡатын заты был диалектиканы тәғлимәт һәм бурыс итеп алһын!
17Бала өсөн Тел, Атай, Инәй, Милләт, Тыуған ил, Ер-Һыу, Һауа — Тәңре биргән һайлап алынмай торған бүләктәр. Был аманаттарҙы балаларыбыҙ изге итеп ҡабул ҡылһын һәм ҡәҙер итһен. Кеше булыр өсөн бүтән юл юҡ. Үҙ теленән биҙгән кеше үҙ Аллаһынан биҙгән булыр. Үҙ балаһына телгә һөйөү эсермәгән әсә — ят бауыр ул. Тел — кеше булыу билдәһе.
Ырыуыбыҙ — Башҡорт!
Ораныбыҙ — Ҡот!
Ағасыбыҙ — Бала!
Тамғабыҙ — Ҡусҡар!
Ҡошобоҙ — Тупланыу!
Маҡсатыбыҙ — Башҡортостаныбыҙҙы, Рәсәй илен нығытыу булһын!
Изге теләгебеҙ тормошҡа ашһын, һүҙебеҙ хаҡ, юлыбыҙ аҡ, рухыбыҙ ныҡ булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә