Ҡышҡы һыуыҡ көн. Ҡаҡса ғына үҫмер малай әсе елгә ҡаршы атлай. Хәле бик мөшкөл булһа ла бирешмәй, алға ынтыла. Дәрескә өлгөрөргә кәрәк. Уҡырға теләге көслө уның. Шулай булмаһа, үҙҙәренән ун биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Боҙаяҙ ауылындағы мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡыр инеме ни? Белем алыуҙың зарурлығын аңлай ул. Ни тиһәң дә, ғалим затынан бит! Олатаһы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, Баязит олатаһы ла уҡымышлы мулла булған, атаһы Фәрит — журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Был уй уны тағы ла рухландыра, ныҡышмаллыҡ, ғорурлыҡ, яуаплылыҡ өҫтәй.
Ағас матурлығы — тамырҙанТырышлыҡ, көслө рухлылыҡ, үткерлек Рихард Өмөтбаевтың бар ғүмер юлын биҙәй төҫлө. Һәр ваҡыт белемгә, яҡтыға ынтылып, алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, тирә-йүндәгеләрҙең уй-кисерештәрен үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр саҡ башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәүе ғүмеренең асылын билдәләй. Рихард Фәрит улына ҡарайһың да, ни тиклем аҡыл һәм рухи көс туплағанына һоҡланып ҡуяһың.
Рихардтың олатаһы, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың улы Баязит Хажи, Йомран ауылының муллаһы була. Уның ғаиләһендә Зәкиә, Мөхәммәт, Фәрит, Рабиға, Фәрзәнә исемле балалар үҫә. Фәриттең ситкә китеп уҡыу теләге көслө була, әммә атаһы Баязит ни өсөндөр быға ҡаршы килә, хатта малайҙың кейемдәрен йәшереп ҡуя. Әммә был да Фәритте туҡтатмай, бесем-ҡата ғына кейеп, өйөнән ҡасып китә. Малайҙың аяҡтарына һыуыҡ үтә, ул ҡаты сирләп, дауаханаға эләгә.
Өйөнә башҡаса ҡайтмай Фәрит. Иҫке Муса ауылында уның Ғайса, Һиҙиәтулла, Мансур, Мөхәмәтшәриф исемле ағалары йәшәгән. Ғайса ағаһының ғаиләһендә балалар булмағанлыҡтан, улар ҡатыны Мәҙхиямал менән Фәритте шатланып ҡабул итә, үҙ улдары кеүек ҡарай. Ошо ваҡыттан алып Иҫке Муса ауылында Өмөтбаевтар нәҫеле тамыр ала. Әйткәндәй, уңған, йүнсел, етеш йәшәгән Ғайса Мөхәмәтйәров һәм уның ағаһы Мөхәммәтшәриф ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән ваҡытта һөргөнгә оҙатыла.
Фәрит ваҡыт үтеү менән маҡсатына өлгәшә: Өфөләге рабфакта уҡып сыға, һуңынан Ленинградҡа китеп, юғары белем ала, инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. Шулай ҙа ул олатаһы Мөхәммәтсәлим кеүек күберәк әҙәбиәткә тартыла, “Яңы ауыл” (хәҙерге “Кызыл таң”) гәзитендә Сәйфи Ҡудаш, Ғәйнан Әмири, Ғариф Ғүмәр менән бергә эшләй.
Өфөлә йәшәһә лә, ауыл тормошо менән ҡайнарға ваҡыт таба Фәрит. Белемле, уҡымышлы егет тыуған яҡтарына ҡайтҡан саҡтарында ауыл әүҙемселәрен латин алфавиты буйынса уҡырға өйрәтергә тырыша. Фәрит тәүге белем биргән кешеләр һуңынан районда түрә, етәксе булып китә. Ул шулай уҡ Иҫке Муса эргәһендә урынлашҡан ҡурғандарҙың береһен өйрәнә. Был ҡәберлек булып сыға. Унда табылған ҡылыс, уҡ башаҡтары, эйәр өҙәңгеләре, ат һөйәктәре баш ҡала музейҙарының береһенә тапшырыла.
Фәрит Өфөлә эшләгән сағында (1932 йылда) Иҫке Муса ауылында радиоалғыс урынлаштыра, әммә ауылдаштары “шайтан эше” тип был башланғысты хупламай. Фәрит аптырағас, яҡташы Мортаза Юлдашевты Өфөләге радиостанцияға алып килә. Муса халҡы уның тауышын ишеткәс кенә, радионы ҡабул итә.
Фәрит Өмөтбаев 29 ғына йәшендә вафат була. Колхоз рәйесе менән Өфөгә китеп барғанда, әлеге Чесноковка ҡасабаһы тирәһендә аттары тулап, уларҙы ауҙарып ҡаса. Фәрит ҡасҡан аттарҙы Сиған аҡланы янында ҡыуып тота, тирләп-бешеп һыуыҡта йүгереүе үҙенекен итә, ҡаты сирләүҙән һуң ул ҡатыны Хәҙисәне, улдары Рихард менән Ришатты ҡалдырып, вафат була. Хәҙисә бар көсөн ике улын тәрбиәләүгә һала, колхозда тырышып эшләй, хеҙмәт алдынғыһы була.
— Кистәрен әсәйем атайыбыҙҙың фотоһүрәтен ҡулына алып: “Эй, Фәрит, бигерәк иртә киттең бит”, — тип илар ине лә, илап бөткәс: “Әлдә үлеп ҡотолдоң әле, һине лә төрмәләрҙән төрмәләргә йөрөтөп, башыңды серетерҙәр ине”, — тип ҡуя торғайны, — тип иҫләй ул йылдарҙы Рихард ағай.
Тормош йәме — хеҙмәттәРихард ауылда ете класты тамамлағас, Өфөләге геология-разведка техникумына уҡырға инә. Әммә аҡса булмау сәбәпле, маҡсаты тормошҡа ашмай, Боҙаяҙҙағы белем усағы менән генә хушһынырға тура килә. 1949 йылда ул ситтән тороп БДПИ-ның физика-математика факультетына уҡырға инә. 1950 йылда Иҫке Муса ауылы мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай. Бынан һуң инде мәктәп Рихард Фәрит улы өсөн тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә. Ҡырҡ йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай ул. Һөнәрен, балаларҙы, кешеләрҙе ярата, шуға ла эшендә һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшә. Мөғәллим уҡытҡан уҡыусыларҙан кем генә сыҡмай — артистар, журналистар, уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар. Шулай ҙа иң беренсе сиратта уҡыусыларында намыҫ, кешелеклелек тәрбиәләргә тырыша ул.
— Кеше кешелеге булһа ғына кеше, булмаһа — мышы, — тип халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрә уҙаман.
Ул ваҡытта уҡытыусылар — ауылда иң абруйлы кешеләр. Мәктәптә балаларға белем биреү менән бер рәттән, йәмәғәт эштәрен дә алып баралар. Рихард Фәрит улы ла бар ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. Мәктәптә уҡыта башлаған йылда уны Муса ауылының агитаторы итеп ҡуялар. “Бүләк” колхозында утыҙ йылдан ашыу пропагандист, Муса ауыл Советында лектор булып та эшләй. Бер нәмәгә лә битараф булмаған Рихард Өмөтбаев район һәм өлкә баҫмаларында даими рәүештә үҙенең мәҡәләләре менән сығыш яһарға ла ваҡыт таба.
— Күңел биреп башҡарған эш кенә өлгө була. Һөҙөмтәһеҙ хеҙмәт ул инде хеҙмәт түгел, эшләгәс, исем өсөн түгел, бар йөрәгеңде һалып эшләү зарур, — ти Рихард ағай.
Уның менән килешмәү мөмкин түгел. 1956 – 1967 йылдарҙа — завуч, 1963 – 1971 йылдарҙа мәктәп директоры йөгөн тарта уҙаман. Был дәүерҙә юғары белемле уҡытыусылар бик әҙ була. Рихард Фәрит улы уҡытыусыларҙы юғары уҡыу йорттарына ебәреп, уларҙы уҡытып сығарыуға күп көс һалған.
Рихард ағай — халҡының яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөгән, үҙ тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белгән көслө рухлы шәхес. Рихард Фәрит улын иң борсоғаны — ул халҡыбыҙ теленең, еренең, урмандарының яҙмышы. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында ул ҡоролтай йыйылыштарында, район һәм республика гәзиттәрендә йыш сығыш яһай.
— Үҙ халҡы өсөн янып йөрөгән кешене милләтселектә ғәйепләйҙәр. Минеңсә, һәр кем ниндәйҙер кимәлдә милләтсе булырға, үҙ милләтен яҡларға, һаҡларға, ҡурсаларға бурыслы. Башҡаларҙы үҙһенмәү тигәнде аңлатмай был. Башҡа кешеләрҙе хөрмәтләмәгәндәр үҙ милләтен дә хөрмәт итмәй ул. Ә үҙ милләтеңде хөрмәт итмәү — ул үҙеңде хөрмәт итмәү тигән һүҙ, — ти Рихард ағай.
Фекерҙәрен матур һүҙҙәр итеп кенә түгел, ә эшендә лә күрһәтә торған кешеләрҙән ул геройым. Республика гәзиттәренең береһендә Ҡурған өлкәһендә көн иткән милләттәштәребеҙгә башҡорт телендә китаптар етешмәй тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, Рихард Фәрит улын был борсомай ҡалмай. Ауыл халҡынан, мәктәп уҡыусыларынан, уҡытыусыларҙан китаптар йыйып, уларҙы милләттәштәребеҙгә ебәреүҙе ойоштороуы ла ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Йәшәүгә көс биргән мөхәббәт1953 йылда Иҫке Муса ауылы мәктәбенә яңы ғына институт бөткән бер төркөм уҡытыусы ҡыҙҙар ҡайта. Улар араһында Факия апай ҙа була. Шаян, үткер егет ҡыҙҙың йөрәген яулай, йәштәр уртаҡ ғаилә юлына аяҡ баҫа.
— Бер йыл ғына уҡытып китермен тигәйнем, ҡырҡ йыл эшләп ташлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, — тип йылмая Факия апай.
— Мөхәббәтем үҙе эҙләп тапты мине, — тип шаярта Рихард ағай.
Өйҙә лә, эштә лә, йәмәғәт эштәрендә лә бергә ҡайнай улар. Факия апай ҙа балалар уҡытыу менән бер рәттән агитатор, лектор, пропагандист, мәктәп директоры булып эшләй. Белем усағына етәкселек иткән осорҙа ауылда урта мәктәп асыуға өлгәшә.
Бөгөн Факия апай менән Рихард ағай — бәхетле атай-әсәй, хөрмәтле олатай-өләсәй. Бар ғүмерҙәрен мәғарифҡа, балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, әлеге ваҡытта ла бер нәмәгә лә битараф ҡалмаған уҙамандарға сәләмәтлек һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем.
Эльнара АБАКАЧЕВА.