Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кемдер, ниһайәт, тиер, кемгәлер етмәй ҙә ҡалғандыр — нисек кенә булмаһын, Яңы йыл байрамдары тамамланды, һәм эшкә сыҡтыҡ. Быйыл инде һигеҙенсе тапҡыр бөтә ил халҡы ун көн дауамында Яңы йылды байрам итә. Ҡыш уртаһындағы оҙайлы ялға беҙҙең халыҡ ниндәй мөнәсәбәттә икән?

Рәшиҙә МӘХМҮТОВА, завод эшсеһе, Өфө ҡалаһы:
— Ялҡытты! Нисек үткәреп ебәрергә белмәй аҙапландым. Телевизорҙы күрге лә килмәй, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөп тә арыным. Аҙнанан ашыу өйҙә ятып күп ашала, эшкә, тышҡа бик сыҡмағас хәрәкәт кәмей. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кеҫәгә лә һуға. Балаларҙың киноға, кафеға йөрөгөһө килә, ә байрам осоронда уларҙың хаҡтары күтәрелә, аҙыҡ-түлеккә лә тап ошо ваҡытта артыусан. Ғинуарҙың яртыһын тиерлек өйҙә үткәргәс, эш хаҡы ла бик ҙур булмаҫ, ахырыһы.

Тимур ЮЛГИЛДИН, Өфө ҡалаһының 1-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәре:
— Күптәр был осорҙа ял итһә лә, беҙгә — янғын һүндереүселәргә — бик ҡыҙыу мәл. Инде икенсе аҙна Өфөнән сығып китеп булмай, алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамдар осорона янғындарҙың күп өлөшө тура килә. Сәбәбе — кешеләрҙең артыҡ бәйһеҙләнеүендә, иғтибарын юғалтыуҙа. Мунса-сауналар яна, эскән кешеләр ҡабыҙылған тәмәке менән йоҡлап китеп йорттарына ут ҡаба, икенселәр пиротехник әйберҙәрҙе дөрөҫ файҙаланмай. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйылғы Яңы йыл ялдарында янғындар әҙерәк булды, шулай ҙа эшһеҙ ултырманыҡ.

Ришат ИСЛАМҒОЛОВ, эшсе, Ишембай районы:
— Был ял көндәренең бер өлөшөн май айына, Еңеү йәки 1 Май байрамы осорона күсерһәләр, ҡайһылай отошло булыр ине. Исмаһам, бер-ике көн артығыраҡ ял иткән арала баҡсамда эштәремде түңәрәкләй торор инем. Йәй көнө бөтөнләй ял әҙ, шунда күсерһәләр, вәт булыр ине файҙаһы! Ә ҡыш уртаһында өйҙә тик ятыуҙан бер фәтүә лә күрмәйем. Беҙҙең халыҡҡа артыҡ ял итеү зыянға ғына бит ул. Нарколог, травматолог һәм башҡа табиптарға эш кенә арта. Ауылыбыҙҙа ун көн эсендә дүрт кеше вафат булды... Сама белмәйбеҙ шул.

Альбина КҮСКИЛДИНА, банк хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы:
— Ял көндәре, байрамдар ни тиклем күберәк, шунса яҡшыраҡ, тип иҫәпләйем. Ун көн — был бит ярты отпускка тиң тиерлек! Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит кенә. Үҙем, мәҫәлән, ошо осорҙа берәй сит илгә йәки ҡалаға барып ял итеүҙе хуп күрәм. 2 ғинуарҙа Мысырға осҡайныҡ, 9-ы әйләнеп тә ҡайттыҡ. Отпуск та сарыф ителмәне, эҫе ҡояш аҫтында ҡыҙынып күңел дә күтәрелде. Был көндәрҙе шатланып көтөп алам. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең артыҡ ял кәрәкмәй, кеше күпләп ҡырыла, бәлә-ҡаза арта тигәненә яуабым шул: яуаплы булығыҙ һәм сама белегеҙ!

Ильяс МОРАТОВ, эшҡыуар, Салауат ҡалаһы:
— Кемгә нисектер, әммә минең өсөн был бик тә “емешле” осор. Магазин менән кафе тотам. Яңы йыл алдынан һәм унан һуң сауҙа йәнле бара, аҙыҡ-түлек, эсемлектәр бөтәһенә лә кәрәк. Ә кафеға нимә эшләргә белмәй йонсоған йәштәр күп килә. Тәбиғи, байрам ваҡытында магазинда ла, кафела ла хаҡтар юғарыраҡ була. Шулай булғас, байрамдар ваҡытында беҙгә ял юҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә