Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Министр мәктәбен онотманы
Министр мәктәбен онотманы
Республикабыҙҙағы иң абруйлы, ҙур тарихлы мәктәптәрҙең береһе — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат ошо көндәрҙә 90 йыллыҡ байрамын билдәләй.


Мәктәп уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы, тормошта үҙ урынын, һөнәрен табып, лайыҡлы ғүмер кисерә. Араларында күренекле яҙыусылар, шағирҙар, уҡытыусылар, табиптар, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре бар.
Мәктәптең әлеге йәш эҙәрмәндәре элекке сығарылыш уҡыусыларының тормош юлын өйрәнеү буйынса күп эш башҡара. Һөҙөмтәлә был йәһәттән "Туған мәктәп" музейында ифрат бай мәғлүмәт тупланған, өлкән быуын вәкилдәренең рәхмәт хаттары, иҫтәлектәре һаҡлана. Шуларҙың береһе — бөйөк педагог, күренекле дәүләт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың мәғариф министры йөгөн уңышлы атҡарып, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бихисап эш башҡарған Фатима Мостафинаның "Беҙҙе Тыуған ил тәрбиәләне" исемле мәҡәләһе.
Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы — Ленин исемендәге мәктәпте 1930 йылда тамамлаған "тәүге ҡарлуғас"тарҙың береһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе философия фәндәре кандидаты. Белеүебеҙсә, былтыр декабрҙә уның тыуыуына 100 йыл тулды. Биографияһына килгәндә, Фатима Мостафина Һамар губернаһының Диңгеҙбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921 йылғы ҡаты аслыҡ ваҡытында уларҙың ғаиләһе Урта Азияға сығып китә. Юлда аталары ауырып китеү сәбәпле, Ташкентҡа барып етә алмай, Төркөстанда төшөп ҡалырға мәжбүр булалар. Фатима һеңлеһе, ҡустыһы менән ундағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1926 йылда иһә уларҙы әсәһе Өфөгә алып килә. Фатима Мостафина яҡташтары Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар менән йәшәй. Ғаилә башлығы Фатима менән Әнүәрҙе В.И. Ленин исемендәге балалар йортона урынлаштырырға ярҙам итә.
Белемгә ынтылған тырыш ҡыҙ артабан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай, унан Белорет ҡалаһындағы партия мәктәбенә ебәрелә. Бер үк ваҡытта педагогия училищеһында һәм металлургия техникумында уҡыта. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы үҙен фекерле, абруйлы хеҙмәткәр итеп таныта һәм әкренләп яңынан-яңы үрҙәр яулай.
1943 йылдың февралендә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты уны мәктәптәр буйынса секретарь вазифаһына тәҡдим итә. Апрелдә иһә Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы беренсе секретарь итеп раҫлана. Ул йәштәрҙе ауыл хужалығы эшенә ылыҡтырыуҙа, Сталинград ҡалаһына ярҙам ойоштороуҙа алдан йөрөй. Шул осорҙа Фатима Мостафина етәкселегендәге комсомол ойошмаһы фронтовиктарҙың балалары өсөн дауахана асыуға өлгәшә. Учреждение кадрҙар, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Һөҙөмтәлә унда һуғыш мәлендә 337 бала һаулығын нығыта.
Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы 1944 йылдың сентябрендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы БАССР буйынса партия контроле комитеты контролеры, һуңынан Өлкә комитетының кадрҙар бүлегендә сектор мөдире итеп тәғәйенләнә. 1947 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһына уҡырға ебәрелә. Уны тамамлағас, философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Йәш ғалимә 1950 йылда ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы итеп эштә ҡалдырыла. Унан, республикаға ҡайтып, партия Өлкә комитетының фән, юғары уҡыу йорттары бүлегенә етәксе булып раҫлана, тиҙҙән мәктәптәр бүлегенә етәкселек итә башлай. Ошолай белем биреү өлкәһендә бай тәжрибә туплаған Фатима Мостафина 1955 йылда республиканың мәғариф министры итеп үрләтелә. Был урында ул 16 йыл хеҙмәт итә.
Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы етәкселек иткән осорҙа яңынан-яңы мәктәптәр, интернаттар асыла. Алтмышынсы йылдарҙа, уҡыусылар ҡырҡа артыу сәбәпле, педагогтар етмәй башлағанлыҡтан, Өфөлә Башҡорт педагогия институтына нигеҙ һалына. Педагогия училищелары асыу, булғандарын киңәйтеү йәһәтенән дә күп эш башҡарыла.
1969 йылда В.И. Ленин исемендәге балалар йорто, мәктәп-интернат итеп үҙгәртелеп, яңы бинаға күсә. Министр Стәрлетамаҡҡа юлы төшкән һайын туған белем усағына килеп, уҡыусылар, тәрбиәселәр, педагогтар менән осраша торғайны. Ғәҙел, эшлекле етәксе һәр кемде ихлас тыңлай белде, ярҙам итергә тырышты. Хәстәрлекле һәм талапсан ине ул.
Ошо урында күңелдә матур хәтирә булып уйылып ҡалған иҫтәлекле осрашыу тураһында ла әйтеп үтәйем. Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында Мәскәү композиторы Манвелян "Фатима" тигән йыр ижад иткәйне. Бер мәл мәктәп-интернатта уның авторы һәм Фатима Мостафина менән осрашыу уҙҙы. Сарала йырҙы уҡыу йортоноң данлыҡлы "Ҡыңғырау" хоры башҡарҙы. Осрашыу балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
1990 йылда белем усағында "Туған мәктәп" музейы асылды. Тантанала Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы ла ихлас ҡатнашты.
Халыҡ мәғарифында яҡты эҙ ҡалдырған легендар шәхесте, мәшһүр педагогты һәр саҡ юҡһынабыҙ, ул ҡалдырған изге эштәрҙең әһәмиәтен арттырырға тырышабыҙ.

Гәүһәр ЙОСОПОВА,
В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә