Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Беҙ ҡапсыҡта ятмай

Кеше талауҙа ғәйепләнгән 38 йәшлек Үзбәкстан кешеһен тәртип һаҡсылары күптән эҙләгән. Уның Башҡортостанда йәшәү ихтималлығын иҫәпкә алып, Үзбәкстан милиционерҙары беҙгә мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсене Мәскәүҙә лә эҙләгәндәр икән. Илдең баш ҡалаһында ул кеше һатыу менән шөғөлләнгән. Республикала теркәүһеҙ йәшәгән ир төҙөлөштә эшләгән. Ошо арала уны Мәскәүгә оҙатҡандар. Тикшереү тамамланғас, төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепләнгән ирҙе тыуған иленә оҙатасаҡтар.

Бурҙың уйы – келәттә

Октябрьский ҡалаһында ведомствонан тыш һаҡ пультына сауҙа киоскыһына бурҙар төшөүе тураһында уның хужаһы шылтырата. Полицейскийҙарҙың ваҡиға урынына килеп етеүе була, киосктан өс егет йүгереп сыға. Уларҙың ҡулында тоҡтарға тултырылған аҙыҡ-түлек була. Бурҙарҙың икәүһен шунда уҡ ҡулға алалар, береһе ҡасып өлгөрә. Өйрәтелгән эт енәйәтсенең эҙенә төшә һәм уны фатирының тупһаһында уҡ тоталар. Уғрылыҡҡа барғандарҙың береһе – студент, икәүһе – өлкән класс уҡыусылары.
Алдап, алты аҙым да китмәҫһең
Баш ҡаланың Орджоникидзе районы суды Өфө дәүләт нефть техник университеты студентын өс йылға иркенән мәхрүм итте. Башҡортостан Юғары суды был ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы. 20 йәшлек студент, университеттың ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алған беренсе курста уҡыусыларҙың имтихан бирә алмағандары менән бәйләнешкә инеп, ыңғай баһа ҡуйҙырыу өсөн 13 меңдән 23 мең һумға тиклем аҡса һорай. Һәр баһаның үҙ хаҡын да билдәләгән: “биш”ле – 20 мең һумдан алып һәм унан да юғарыраҡ, “өс”лө 13 мең һумға “һатылған”.
Аҡсаны алғас, “отҡор” студенттан елдәр иҫә. Былтыр февраль – март айҙарында ғына ул 156 мең һум аҡса йыйып өлгөргән. Тик аҡсаның тиҙ бөтә торған яғы ла бар. Еңел юл менән килгәненең бәрәкәте лә булмағандыр. “Отҡор” студент үҙ ҡармағына тағы бер “балыҡты” эләктермәксе була. Беренсе курс студенттары араһынан иң бай һаналған егетте табып, тағы ла имтихан ҡуйҙырырға һөйләшә. “Уҡытыусы менән килешкән ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусыларға эләктек, һин беҙҙе һатҡанһың, шуға миңә 380 мең һум бирергә тейешһең”, – тип унан аҡса талап итә башлай. Бер-ике туҡмалғас, студент уға тәүҙә алтын сынйырын, ноутбугын бирә, һуңынан аҡса ташый башлай. Тик оҙаҡҡа сыҙамай: хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. “Ярҙамсыл” студентты 20 мең һум аҡса алған ваҡытта ҡулға алалар. Алдаҡ юл менән йыйған аҡсаны ул һуңғы тиненә тиклем әрәм-шәрәм итеп өлгөргән була. Әҙәм алдап, алты аҙым да китмәҫһең, тигән халыҡ мәҡәле.

Дуҫтан бигерәк эт ҡәҙерле

Өфөлә йәшәүсе 39 йәшлек ҡатындың төрлө банктарға, дуҫ-иштәренә 540 мең һум самаһы бурысы була. Тик ханым уны ҡайтарырға ашыҡмаған. Кредиторҙар, көтә-көтә көтөк булғас, судҡа мөрәжәғәт иткән. Ләкин ул бурысын ҡайтарырға уйламаған да.
Суд приставтарына билдәле булыуынса, ҡатын тоҡомло эттәр үрсетеү менән шөғөлләнгән. Улар, оҙаҡ уйлап тормай, ике йоркшир терьеры һәм америка бульдогына арест һалған. Тиҙ арала бурыс ҡайтарылмаған осраҡта, эттәр һатыуға сығарыласаҡ тип янағас, ҡатын, йорт хайуандарын йәлләп, бирәсәген тулыһынса ҡайтарған. Ә быға тиклем аҡсаһын көткән кешеләр уға йәл булманымы икән?
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә