Беҙ ҡапсыҡта ятмайКеше талауҙа ғәйепләнгән 38 йәшлек Үзбәкстан кешеһен тәртип һаҡсылары күптән эҙләгән. Уның Башҡортостанда йәшәү ихтималлығын иҫәпкә алып, Үзбәкстан милиционерҙары беҙгә мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсене Мәскәүҙә лә эҙләгәндәр икән. Илдең баш ҡалаһында ул кеше һатыу менән шөғөлләнгән. Республикала теркәүһеҙ йәшәгән ир төҙөлөштә эшләгән. Ошо арала уны Мәскәүгә оҙатҡандар. Тикшереү тамамланғас, төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепләнгән ирҙе тыуған иленә оҙатасаҡтар.
Бурҙың уйы – келәттәОктябрьский ҡалаһында ведомствонан тыш һаҡ пультына сауҙа киоскыһына бурҙар төшөүе тураһында уның хужаһы шылтырата. Полицейскийҙарҙың ваҡиға урынына килеп етеүе була, киосктан өс егет йүгереп сыға. Уларҙың ҡулында тоҡтарға тултырылған аҙыҡ-түлек була. Бурҙарҙың икәүһен шунда уҡ ҡулға алалар, береһе ҡасып өлгөрә. Өйрәтелгән эт енәйәтсенең эҙенә төшә һәм уны фатирының тупһаһында уҡ тоталар. Уғрылыҡҡа барғандарҙың береһе – студент, икәүһе – өлкән класс уҡыусылары.
Алдап, алты аҙым да китмәҫһең
Баш ҡаланың Орджоникидзе районы суды Өфө дәүләт нефть техник университеты студентын өс йылға иркенән мәхрүм итте. Башҡортостан Юғары суды был ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы. 20 йәшлек студент, университеттың ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алған беренсе курста уҡыусыларҙың имтихан бирә алмағандары менән бәйләнешкә инеп, ыңғай баһа ҡуйҙырыу өсөн 13 меңдән 23 мең һумға тиклем аҡса һорай. Һәр баһаның үҙ хаҡын да билдәләгән: “биш”ле – 20 мең һумдан алып һәм унан да юғарыраҡ, “өс”лө 13 мең һумға “һатылған”.
Аҡсаны алғас, “отҡор” студенттан елдәр иҫә. Былтыр февраль – март айҙарында ғына ул 156 мең һум аҡса йыйып өлгөргән. Тик аҡсаның тиҙ бөтә торған яғы ла бар. Еңел юл менән килгәненең бәрәкәте лә булмағандыр. “Отҡор” студент үҙ ҡармағына тағы бер “балыҡты” эләктермәксе була. Беренсе курс студенттары араһынан иң бай һаналған егетте табып, тағы ла имтихан ҡуйҙырырға һөйләшә. “Уҡытыусы менән килешкән ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусыларға эләктек, һин беҙҙе һатҡанһың, шуға миңә 380 мең һум бирергә тейешһең”, – тип унан аҡса талап итә башлай. Бер-ике туҡмалғас, студент уға тәүҙә алтын сынйырын, ноутбугын бирә, һуңынан аҡса ташый башлай. Тик оҙаҡҡа сыҙамай: хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. “Ярҙамсыл” студентты 20 мең һум аҡса алған ваҡытта ҡулға алалар. Алдаҡ юл менән йыйған аҡсаны ул һуңғы тиненә тиклем әрәм-шәрәм итеп өлгөргән була. Әҙәм алдап, алты аҙым да китмәҫһең, тигән халыҡ мәҡәле.
Дуҫтан бигерәк эт ҡәҙерлеӨфөлә йәшәүсе 39 йәшлек ҡатындың төрлө банктарға, дуҫ-иштәренә 540 мең һум самаһы бурысы була. Тик ханым уны ҡайтарырға ашыҡмаған. Кредиторҙар, көтә-көтә көтөк булғас, судҡа мөрәжәғәт иткән. Ләкин ул бурысын ҡайтарырға уйламаған да.
Суд приставтарына билдәле булыуынса, ҡатын тоҡомло эттәр үрсетеү менән шөғөлләнгән. Улар, оҙаҡ уйлап тормай, ике йоркшир терьеры һәм америка бульдогына арест һалған. Тиҙ арала бурыс ҡайтарылмаған осраҡта, эттәр һатыуға сығарыласаҡ тип янағас, ҡатын, йорт хайуандарын йәлләп, бирәсәген тулыһынса ҡайтарған. Ә быға тиклем аҡсаһын көткән кешеләр уға йәл булманымы икән?
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.