Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһам йоҡоно ҡасыра
Илһам йоҡоно ҡасыра
Бөтә ғүмерен һынлы сәнғәткә арнап, балаларға матурлыҡты күрергә өйрәткән оҫта, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се сәнғәт мәктәбе, Ижевск сәнғәт колледжы филиалының дизайн факультеты педагогы, Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы Салауат Мансур улы Мәхмүтов тураһында бәйән иткем килә.


Мин уның менән тиҫтә йыл самаһы таныш. Беҙҙең осрашып танышыуҙа ҡыҙым Гөлназ "ғәйепле" тиһәң дә була. Һүрәт төшөрөү буйынса ҡыҙымдың уҡытыусыһы ине Салауат Мансур улы. Шунан башланды инде беҙҙең мажаралар. Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Салауат Мансур улының уҡытыу методикаһы бөтөнләй башҡаса — талапсанлыҡ, тырышлыҡ, тәртиплелек, тәүәккәллеккә нигеҙләнгән, тормошҡа тәрән фәлсәфәүи ҡараш, мәғәнәле идеялар менән һуғарылған ижади дәрестәре ярҙамында Гөлназ сәнғәт мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Гүзәл тәбиғәтле Ғафури районының Үтәк ауылында 1958 йылда донъяға килә буласаҡ рәссам. Малайға бер йәш тулғанда, ауылды ҡалдырып, Стәрлетамаҡтағы Строймаш ҡасабаһына күсенеп китә Мәхмүтовтар ғаиләһе. Артабан бала сағы ошо ҡала менән бәйле була.
1967 йылда яңы ғына асылған сәнғәт мәктәбенә килә ул. Владимир Александрович Курбатов етәкләгән класта уҡырға насип була. Илһам йоҡоно ҡасыра, тиҙәр. Ысынлап та, үҫмер Салауат бик күп көс талап иткән ауыр шөғөлгә ваҡытын да, сәләмәтлеген дә йәлләмәй. Иң ҙур хыялы — Ленинградтағы В. Серов исемендәге сәнғәт училищеһына уҡырға инеү. Надежда Васильевна менән Владимир Александрович Курбатовтар ҙа уға ҙур өмөт бағлай, талантын күреп, оло юлға фатиха биреп оҙата.
Хыялында йөрөткән Ленинград ҡалаһын күреү һәм унда уҡыу бәхете тейә уға. Стәрлетамаҡ — Ленинград юлынан "осҡан" һағыныу хаттары — береһе лә эҙһеҙ ҡалмай. Ҡулына диплом алып, тыуған яғына ашҡынып ҡайта Салауат. Бына инде 30 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙмышына үҙенең тос өлөшөн индерә, уға тоғро хеҙмәт итә. Һәләтле балаларға һынлы сәнғәткә юл асырға көсөн йәлләмәй, арымай-талмай эшләй ҙә эшләй. Студенттары хәҙер үҙҙәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдә лә талантлы рәссам булараҡ таныла, күптәре мәктәптәрҙә, институттарҙа оҫталыҡ дәрестәре бирә, дизайнер булып эшләй. Улар остазына йыш шылтыратып тора, байрамдарҙа ҡотларға онотмай. Алмашсылары булғанда уҡытыусы үҙен ифрат ышаныслы тоя.
Салауат Мәхмүтовтың шәхси күргәҙмәләр ойошторорға ваҡыты етмәй, уҡытыу, методик эштәр бөтөн иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Шулай ҙа уның акварель менән яҙылған ижад емештәре Нестеров исемендәге республика сәнғәт музейының филиалдарында, Ҡурған, Петрозаводск ҡалаларындағы картина галереяларында ла һаҡлана. Ҡаланан ҡалаға күсеп йөрөй эштәр. Киндер, ҡәләм, акварель ярҙамында тыуҙырылған "Йылайыр", "Мораҙым тарлауығы" картиналары, Ғәбдөк, Байназар ауылдары һәм кешеләре, тирә-яҡ мөхит күренештәре, башҡа бик күп рәсемдәр каталогтарҙы, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙе биҙәй.
Ижадсы һирәк булһа ла Үтәккә ҡайтырға ашҡына. Унда туғандары йәшәй. Һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ шәхестәргә бай Ғафури ере уның талантлы рәссам булып үҫеүенә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Әле бына йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Үтәк ауылының ғорурлығы булған Зәки Мәхмүтовты ла (Салауаттың атаһы менән бер туғандар) килтереп ҡушһаң, был нәҫелдән яҡын киләсәктә тағы йырсылар һәм рәссамдар сығасағын көт тә тор! Шуға ла һөйөү менән һуғарылған күп картиналары ата-әсәһенә, ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәренә, ауылдаштарына, туғандарына, тыуған яҡ инештәренә, болондарына бағышланған да инде.
"Үткәндәрҙе һағынып, бөгөнгөгә шөкөр итеп йәшәйем", — ти 55 йәшлек рәссам. Эйе, бөгөн уҡытыусы һөнәре абруйлы булып иҫәпләнмәгән, "аҡсалы"ға өҫтөнлөк бирелгән заманда бер нигә лә ҡарамай ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған кешеләргә ихлас рәхмәт әйтеп, алдарында баш эйге килә.


Автор: Рузалия ҒӘЛИЕВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә