Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусының күңел емештәре
Илгизәр Ғиззәтуллиндың "Ҡанатлы һүҙҙәр" китабын ҡулға алғас, татар теленең тәрән мәғәнәле, матур яңғырашлы һүҙҙәргә ни тиклем бай булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Уның телде үҫтереүгә, бөгөнгө быуын уҡыусыһына еткереүгә һалған хеҙмәте был китап менән генә сикләнмәй әле. VIII класс өсөн татар теле дәреслектәре, республика матбуғатында баҫылған бик күп мәҡәләләре авторҙың күңел емештәре булып уҡыусыларға барып етә.

Ул 1935 йылда Татарстандағы Минзәлә районының Сулпан ауылында тыуған. Ауыр һуғыш йылдары уның тормошон да урап уҙмай: бесән сабыу, утау һәм башҡа ауыл эштәренә бик иртә өйрәнергә тура килә. Һуғыштың беренсе йылында уҡ хеҙмәткә алынған атаһы, оҙаҡ та үтмәй, "хәбәрһеҙ юғалғандар" исемлегенә инә. Әсәһенә дүрт баланы яңғыҙы ҡарап үҫтерергә тура килә.
— Атайым татар теле уҡытыусыһы булып эшләне, ә әсәйем ғәрәп, латин яҙыуын белә ине. Телгә мөхәббәт миңә уларҙан һалынғандыр. Тәүҙә Минзәләгә педагогия училищеһын тамамланым, унан һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡыным, — тип йәшлек хәтирәләре менән бүлешә Илгизәр ағай.
1962 йылда институт директоры уға ике эш урыны тәҡдим итә: береһе — Татарстандың Куйбышев районы үҙәгендә, икенсеһе — Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында. Яңы ғына диплом алған егет директорға теүәл генә ни тип яуап бирергә белмәйенсә сығып китә һәм институттың ашханаһына инә. Бында ул өҫтәл тирәләй ултырған ике кеше менән таныша. Уларҙың береһе Бәләбәйҙән була.
— Бәләбәйгә барһаң, отолмаҫһың, ундағы педагогия техникумы тирә-яҡҡа билдәле, — тип кәңәш бирә яңы танышы.
Егет иртәгәһенә үк юлға сыға, ә хеҙмәт юлы имтихан алыуҙан башлана.
— Бер урынға 7–8 кеше тура килә ине. Береһен дә кире бороп сығарғы килмәй, сөнки абитуриенттар телде яҡшы белә, бик күп шиғырҙы яттан һөйләйҙәр, яҙыусы, шағирҙарҙың биографияларын тәрән өйрәнгәндәр. Яңы ғына студенттар рәтенән сыҡҡанғамы, мин уларҙы бик яҡын күрә инем, — тип иҫкә ала Илгизәр ағай.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң ярты быуат ваҡыт уҙған Илгизәр Солтан улы бөгөн дә йәш быуында туған телгә мөхәббәт, хөрмәт тәрбиәләй. Айырыуса яҙыусыларға, шағирҙарға, төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған саралар тураһында ҡыҙыҡһынып һөйләй ул. Ғ. Ибраһимов, Ф. Кәрим, Ҡол Ғәли, М. Йәлил, Р. Ғарипов ижадына бағышланған сараларҙы, йыл һайын ойошторолған "Илһам шишмәләре" конкурсын Бәләбәй педагогия колледжын тамамлағандар һағынып иҫкә ала.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө йәштәр Интернетҡа өҫтөнлөк бирә. Әммә кеше күңеленә рухи аҙыҡ та кәрәк. Әлбиттә, тора-бара йәш быуын быны аңлар. Ә бына туған телде белмәү — икенсе мәсьәлә. Бала менән бәләкәйҙән туған телдә аралашһаң, уға ғөрөф-ғәҙәтте аңлатһаң ғына, киләсәктә ул нәҫелдең ысын дауамсыһы була, сөнки ғаиләнең традициялары, теле, йәшәү рәүеше киләсәк быуынға күсһә генә, зат-ырыу дауам итә. Балалары, ейәндәре менән туған телдә аралаша алмай етемһерәп ултырған әбей-бабайҙар айырыуса ҡыҙғаныс. Әммә милләтебеҙҙе һөйгән, уға хеҙмәт иткән йәштәр ҙә етерлек. Быны беҙҙә уҡыусы студенттарға ҡарап та әйтә алам. Тимәк, киләсәгебеҙ ышаныслы, — ти Илгизәр ағай.
Оҙаҡ йылдар тел ғилеме менән шөғөлләнгән уҡытыусының был һүҙҙәренә ышанмау мөмкин түгел.
— Уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Йәш быуын, ғөмүмән, милләтемдең киләсәге менән аралаша алыуыма бәхетлемен. Уҡыусыларымдың һәр уңышына һөйөнәм, ауырлыҡтар килеп сыҡһа, ярҙам итергә ашығам. Бөгөн республикала юғары вазифалар биләүсе бик күп шәхестәр Бәләбәй колледжын тамамлаған. Әгәр ҙә уҡыусың республика үҫеше өсөн тырышлыҡ һалып, халыҡ араһында абруй яулай икән, уҡытыусыға шунан да юғарыраҡ баһа юҡ, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны Илгизәр Ғиззәтуллин.
100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк Бәләбәй педагогия колледжы тарихында Илгизәр Солтан улы айырыуса ҙур урын алып тора, сөнки уның ошо уҡыу йорто өсөн һалған хеҙмәте бихисап.


Автор: Гөлиә ГӘРӘЕВА. Район: Бәләбәй ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә