Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҙайлы ял кәрәкме?
Күптәр көтөп алған Яңы йыл каникулы артта ҡалды. Бөтә ил халҡы ун көнгә яҡын ял итте. Ә бындай оҙаҡ ял беҙгә кәрәкме? Ошондай һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Ленария ЙӘҺҮҘИНА, хаҡлы ялда, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы:
– Беҙгә, хаҡлы ялдағыларға, ҡышҡы каникул бар ни, юҡ ни! Эшләгәндәр ял итә инде. Әлбиттә, банк, почта кеүек кәрәкле учреждениеларҙың был осорҙа бикле тороуы беҙҙең өсөн ыңғай күренеш түгел. Ә бына башы эштән сыҡмағандар өсөн ял итеп алыу, етмәһә, Яңы йыл ваҡытында, һәйбәттер.

Вәсилә ӘБДЕЛМӘНОВА, Ғафури районының «Табын» гәзите корректоры:
– Был ял көндәре кәрәк тип уйлайым. Етмәһә, балаларыбыҙҙың ҡышҡы каникулы ла ошо ваҡытҡа тура килә. Бергәләп күңелле ял итеүгә ни етә?! Күптәр аҡса етмәй, ти. Әммә бөтәһе лә үҙебеҙгә бәйле. Йыл һайын ғаиләбеҙ менән тыуған яғым Мәсетлегә бара инек, был юлы өйҙә төҙөлөш эштәре менән шөғөлләндек. Быға тиклем ваҡыт етмәй торғайны. Шуға файҙалы үтте был көндәр тип иҫәпләйем.

Алһыу СӘЛИХОВА, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса эштәр идаралығы белгесе, эске хеҙмәт өлкән лейтенанты:
– Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был көндәрҙә эшләһә лә, ялдар кәрәк тип иҫәпләйем. Әммә ҡайһы берәүҙәр байрам итеү ҡағиҙәләре хаҡында бөтөнләй онота, ахырыһы. Тап ошо осорҙа спиртлы эсемлектәрҙе саманан артыҡ ҡулланыу һөҙөмтәһендә бихисап енәйәт, тәртипһеҙлектәр ҡылына. Шуға күптәргә оҙайлы ял итеү зыян ғына килтерә тип уйлайым.

Радик ИБРАҺИМОВ, «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең травматология һәм ортопедия бүлеге етәксеһе, Салауат ҡалаһы:
– Бындай оҙайлы Яңы йыл каникулы халыҡҡа кәрәкмәй тип иҫәпләйем. Ошо ялдарҙы май айына күсерһәләр, күпкә отошло булыр ине. Күптәр ҡыш көндәрендә лә матур ял итә белә, әммә яңынан тиҙ генә эшкә күнегеп китә алмай. Конькиҙа, саңғыла шыуғандан һуң беҙгә, табиптарға, мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә. Ғөмүмән, был ялдарҙан һуң халыҡ дауаханаларға күпләп ағыла.

Мирза МУЛЛАҒОЛОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты:
– Был ялдар кәрәкмәй. Ни өсөнмө? Мәҫәлән, бизнесмендар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ял ваҡыты булһа ла эшләй. Шулай итеп, уларға аҡса еңел бирелмәй. Илдәге бөтә хеҙмәт эйәләре лә ундай түгел бит. Етештереү тармаҡтарында эшләүселәр оҙаҡ ял итһә, нимә була? Минеңсә, һүлпәнлек арта. Был яҡшы күренеш түгел. Мәҫәлән, үҙем дә оҙаҡ ял итһәм, эшемде онота башлайым. Шуға ҡул ҡаушырмай эшләргә тырышам. Был көндәрҙә үҙемә ниндәйҙер шөғөл табам. Элек Яңы йылды ҡаршылағанда оҙаҡ ял итмәнек бит. Көсөргәнешле эшләгәндә аҡса ла бар ине. Хәҙер ниңәлер быныһы, тегенеһе етмәй тип зарланыусылар күбәйҙе. Шуға оҙайлы ялдар кәрәкмәй тип уйлайым. Һәр нәмә самалы булырға тейеш.


Автор: А. НИЗАМОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә