Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талантлы атайҙар — беҙҙә
Умарта күсе кеүек гөжләп, мәж килеп торған ижади коллективтың тормошо башҡаларҙан әллә ни айырылмаған да кеүек. Әммә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай.

Гәзит сығарыу эшенән башҡа кемдең башында ниндәй уй, егетлек, ижади асыштар, яңы сюжеттар, һәммәбеҙҙе тетрәндерерлек шиғри юлдар, идеялар ҡайнауын кем генә белһен! Дәрт-дарман өҫтәүсе, ижад ғазабын татырға ирек биреүсе гәзитебеҙҙә заманында ниндәй күренекле шәхестәр эшләмәгән дә әҙәбиәт күгендә яҡты эҙҙәрен ҡалдырмаған, тип йыш ҡына хәтергә төшөрөүсәнбеҙ. Әле лә татыу коллективыбыҙҙа аҫылташ бөртөктәренең йымылдашыуына, ижади аҙымдары көндән-көн баҙыҡлана барған ҡәләмдәштәрҙең яңынан-яңы хеҙмәт емештәренә, төп эштәренән тыш, китап тиклем китап сығарыуҙарына һөйөнәбеҙ ҙә, аптырайбыҙ ҙа, көнләшәбеҙ ҙә...
Һеҙҙе бөгөн, Йылҡы йылына аяҡ баҫыр алдынан, осло ҡәләмдәре менән халыҡ күңеленә юл һалыусы ижадташтарыбыҙҙың бер нисәһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Бармаҡтар ҙа тигеҙ түгел, әҙәм балаһын да Хоҙай шулай төрлө холоҡ-фиғелле итеп юҡҡа ғына яратмағандыр. Әммә егеттәрҙе берләштергән йәнә бер оло вазифа бар: улар — икешәр, өсәр, бишәр бала тәрбиәләп үҫтергән талантлы, даланлы атайҙар.
Ғаилә тормошо ижадтарында кәртә түгелме? Ҡәләмдәштәребеҙҙең ғаилә тормошо ла, ижадтары һымаҡ, ҡайнап торған ҡаҙан кеүектер, моғайын. Күҙ һалайыҡ әле, булмаһа.

* * *

l Салауат Әбүзәров — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Дүрт шиғыр йыйынтығы ("Еремә йыр", "Ыҙғыш алмаһы", "Туғыҙынсы тулҡын", "Йыһан емеше") авторы. "Хыялый", "Әсир" тигән пьесалары республика драма әҫәрҙәре конкурсында беренсе урынды яуланы. Спектаклдәре Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла, Ырымбурҙа ла ҡуйыла.
Салауат Нәзир улынан: "Бына тигән бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләйһегеҙ, ә ниңә улар өсөн бер шиғыр ҙа ижад итмәнегеҙ?" — тип һорауыбыҙға шағир үҙе лә албырғап ҡалды: "Ысынлап та..." Яҙыр әле ул, булдырыр.
l Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ураҙғоловтың әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары ла, ғаилә тормошондағы тәжрибәһе лә мул. Әҙәби "багажы"ла һәлмәк: "Тамуҡ юлы", "Бормалы яҙмыштар" китаптары, "Аслыҡ" романы менән уҡыусыларға бик яҡшы таныш. "Күркәм юбилейыңа әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ниндәй ижади "күстәнәсең" менән һөйөндөрмәксеһең?" — тип һорауыбыҙға яҙыусының ыңғай яуабын алдыҡ. Рәлис Ришат улы, повестар һәм хикәйәләр китабын әҙерләп, йәһәтерәк нәшриәткә тапшырыу уйы менән йөрөй икән.
l Венер Исхаҡовтың тәүге юморескалар китабы ("Таяҡ") 2009 йылда донъя күрҙе. Ә быйыл кескәйҙәрҙе "Шоколад ниңә асыуланды?" тигән китабы менән һөйөндөрҙө. Ҡәләмдәшебеҙҙең әҫәрҙәре "героиняларын" — ҡурсаҡтай кейенгән ҡыҙҙарын көн дә мәктәпкә машинала елдертеп кенә илтеп ҡуйыуын, кисен етәкләп эшкә алып килеүен күреп, беҙ ҙә бәхетле атайҙың хәстәрлегенә хайран ҡалабыҙ.
l Илдар Аҡъюлов — Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. 2007 йылда "Юйылмаҫ эҙ" тип аталған хикәйәләр китабы донъя күрҙе. "Гөлбостан иленә сәйәхәт" тупланмаһы баҫмаға әҙерләп бирелгән.
— Һис тә өлгөрөп булмай, — тип зарланды ул. — Балалар менән рәхәтләнеп аралашырға ла, ижадҡа ныҡлап тотонорға ла әлегә форсат етеңкерәмәй.
Эйе шул, эштәр ҡолас еткеһеҙ, өйҙө лә төҙөп бөтәһе бар, атайҙарға арыҫлан булмай сара юҡ.
l Журналистар союзы ағзаһы Даян Мәжитов эшкә килеп инеү менән гәзиттә хикәйәләрен бер-бер артлы баҫтырып таң ҡалдырҙы. Баш мөхәррир урынбаҫары йөгөн ауырһынмай ғына тартыусы егәрле егетебеҙҙән: "Ижади эшкә ҡул һелтәп ҡуйҙыңмы әллә, ҡасан китабыңды әҙерләйһең?" — тип ныҡышҡас: "Бына өйҙө һалып бөтәм дә, кредитты ҡаплайым да... Эштән ҡайтһаң, йә ишек ҡуяһы, йә ҡойма тотаһы, йә ер ҡаҙыйһы була. Баш тулы мауыҡтырғыс сюжеттар өйөрөлә, геройҙар — эргә-тирә тулы", — тип ижад даръяһына сумырға вәғәҙә бирҙе ул.

Яҡшыға юрайыҡ!
Тыуып килгән Йылҡы йылы ҡәләмдәштәребеҙгә нимә бүләк итә? Барыһынан да элек — эш! Төптән егелеп, ат һымаҡ тиргә батып эшләйәсәк улар. Хәҙерге заманда быныһы ла бәхет. Һәр кемгә үҙе тураһында уйлау, сәләмәтлеген ҡайғыртыу зарур, сәйәсәт менән шөғөлләнеү, спортҡа ылығыу һеҙҙең өсөн файҙалы булыр, тип иҫкәртә Йондоҙнамә. Һүҙ ҙә юҡ, тулҡынланыуҙар ҙа, борсолоуҙар ҙа булыр, әммә барыһы ла яҡшы тамамланасаҡ. Аждаһаларҙы (Рәлис Ураҙғолов) шаулап-гөрләп торған, күңелле йыл көтә. Әммә һаҡ булыу зыян итмәҫ. Диңгеҙ кеүек ҡоторонған тормошта еңеп сығыу өсөн зирәклек тә, аҡыл да талап ителә.
Ҡуйҙар өсөн (Салауат Әбүзәров менән Венер Исхаҡов) йыл ифрат шәп килә! Уларға борсолаһы урын да юҡ, донъя түңәрәк, эш көйлө, әҫәрҙәр үҙенән-үҙе тыуып ҡына тора...
Маймылдарға (Даян Мәжитов) әйләнгән һайын майлы ҡалъя эләгеп кенә торасаҡ, имеш. Хатта бик төшөмлө эш тәҡдим итеүҙәре лә ихтимал икән... Яҙыу-һыҙыуҙы ҡалдырып, ҡәләмдәшебеҙ беҙҙе ташлап китмәгәйе.
Ә бына Сусҡаларға (Илдар Аҡъюлов) Йылҡы йылында ойошҡан, берҙәм, йыйнаҡ булыу бик мөһим, тип киҫәтә Йондоҙнамә. Тәртиптең уңышҡа алып килеүен бер кем дә инҡар итә алмаҫ, теләктәрҙе бары яҡшыға юрайыҡ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 28.12.2013, 16:48
    Матур яҙылған. Йылылыҡ бөркөлөп тора. Рәхмәт, Динә һылыу.

Комментарий өҫтәргә