Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтәбеҙ һине, һандуғас!
Көҙ — моңһоу мәл. Һиҙелмәй ҙә үтеп киткән йәмле йәйгә ҡул болғайһы ғына ҡала. Тирә-яҡҡа баҡһам, ҡайындарым һарыға һабышҡан, миләш-баландар тәлгәштәрен ҡыҙылға манып, уттай янып ултыра, зәңгәр күктән торналарҙың йөрәк өҙгөс тауыштары ишетелә. Һаубуллашалар... Кәйефте төшөрөп, "бәшмәк ямғыры" быҫҡаҡлай. Күңелгә үтеп оялап өлгөргән моңһоулыҡты дуҫтарым менән осрашыу шатлығы ла баҫа алмай. Ярай әле, ҡышты уҙғарһаҡ, яҙ килә, тимәк, тирә-яҡ йәнә йәшеллеккә күмелә. Көҙҙөң һалҡын иртәләрендә, өшөткөс елдәрендә шул өмөт кешеләрҙең күңелен йылыталыр.
Ә ағастар башҡа япраҡ ярмаһа? Алмағастар ҡабат сәскәгә бөрөләнмәһә? Урман шауын, ҡоштар тауышын ишетергә зарыҡҡан миҙгелдәрҙә яҙ килеп тә, ҡояштың йылы нурҙары ағастарҙы уята алмаһа, ни эшләрбеҙ? Уҙған йыл беҙҙең баҡса артында өй төҙөргә урын бүлделәр. Йәш кенә ғаилә эште шунда үҫеп ултырған талды киҫеүҙән башланы. Яҙын һандуғас һайраманы беҙҙең урамда. Ҡунырға тал тапмаған, күрәһең. Яңы ҡалҡып сыҡҡан өйҙәр янында ағастар бәләкәй генә әлегә. Яҡшы-яҡшы сортлы алмағас, груша, сейә, сливаларҙы тамыр алдыра, үҫтерә алмай интегәбеҙ.
Буласаҡ күршеләребеҙ тал ағасын киҫкән саҡта әсәйем үҙенең бала сағындағы ваҡиғаларҙы хәтерләне. Уның олатаһы Тимерғәле урмансы булған. Тыуған еребеҙҙең тәбиғәтен биш бармағы кеүек белгән ул. Ҡайҙа ағас киҫергә ярай, ҡайҙа — ултыртырға... Халыҡҡа был эштәрҙе башҡарыу өсөн урындар бүлеп, күрһәтеп биргән. Ағас киҫкән урындарҙы таҙартыуҙы талап иткән. Рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыуҙан яҡташтарын тыйған. Үҙе бик ҡырыҫ холоҡло, ҡыйыу булған. Урманда йыртҡыстар күбәйеп китһә, һунарға сыҡҡан. Олатайымдың ауыл халҡының мал-тыуарына хәүеф янаған саҡтарҙа ҙур-ҙур бүреләр атып алыуы тураһында мәҡәләләр яҙғандар. Был гәзиттәр ғаилә архивында һаҡлана, тип һөйләне әсәйем.
Тимерғәле олатайыбыҙ һөнәрен бик яратҡан, күрәһең, урманды һаҡлау кәрәклеген, был изге эшкә ынтылыуҙы алты балаһының да күңеленә һалған. Кесе улы Зиннәтнур — минең олатайым. Әсәйемә бәләкәй саҡтан тәбиғәтте һаҡларға, уға һоҡланырға өйрәтеп үҫтергән. Үҙе лә бик талапсан кеше. Алмағастары менән дан тотҡан баҡсасы, эшенең ысын оҫтаһы ул. Яҙ төн йоҡламай ҡырауҙан һаҡлаған, йәй һыу һибеп, ашлама индереп, ҡоротҡостарҙан ҡурсалап, емештәре тулышҡас, ботаҡтар күтәрһен өсөн терәү ҡуйып алған уңышын — ҡыҙарып бешкән алмаларын, тағы ла бик күп төрлө емештәрҙе беҙгә, ейәндәренә, күрше-күлән, туған-тыумасаға тарата. Үҙе был эшенән бик ҡәнәғәт — алма өләшкәндә йөҙө яҡтырып, күҙҙәре балҡып китә.
— Беҙ тыуып үҫкән нигеҙҙә Тимерғәле олатайыбыҙ ултыртҡан баҡса бар ине. Ул ваҡытта емеш ағастарын бик һирәк кеше үҫтерә, үҫентеләр һата торған баҙарҙар юҡ ине. Урмансы олатайыбыҙ мин сабый саҡта уҡ мәрхүм булған, хәтерләмәйем үҙен. Әммә атай беҙҙә уға һәм уның ғүмерлек хеҙмәтенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләне. Был хөрмәт хисе башта — тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау ғәҙәтенә, үҫә-үҫә тормошобоҙҙоң мәғәнәһенә әүерелде. Әле лә бер сыбыҡты өҙөргә лә ҡулым бармай, — ти әсәйем. Ысынлап та, уның ағас ботағын һындырғанын бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ. Яҙын артып ҡалған помидор, сәскә, кәбеҫтә үҫентеләрен ташлай алмай ыҙалана: кемдәргә генә таратып, ҡайҙарға ғына ултыртып бөтмәй!
Әсәйем VIII класта уҡығанда, уларға ҡарағай, шыршы тубырсығы йыйырға ҡушалар. Ҡышҡы көндә саңғы кейеп бер төркөм дуҫтар урманға китә. Ауылдан яҡында ылыҫлы ағас тапмайҙар. "Ташлы тау" тип аталған урынға елдерәләр.
— Минең бер ҙә унда алып барғым килмәй дуҫтарымды. Йәш ағастар өсөн ҡурҡмайым, уларҙы һаҡларлыҡ көсөм бар, яҡлайым, тиһәм, һүҙем үтә. Тик ғаилә менән ултыртҡан ағаслыҡ тирәһендәге еләкле йылға, сейәле тау итәге, аҡ ҡайындар, бейек ҡарағайҙар ҙа "беҙҙеке"нә әйләнеп бөткән бит. Бесән ваҡытында арып-талып уларҙың күләгәһенә килеп ятабыҙ. Шунда сәй эсәбеҙ. Еләк, бәшмәк йыйырға ла "үҙебеҙҙең урман"ға киләбеҙ. Малайҙар мине тыңламаны. "Урмансы үҙе мәктәпкә тубырсыҡ йыйырға ҡушҡан. Беҙ һындырғандан ағас бөтәме әллә? Ярышта еңергә кәрәк! Ана, етенселәр кисә ун тоҡ тубырсыҡ йыйып тапшырған!" — тип ауыҙымды яптылар ҙа ҡарағайға үрмәләп менеп тә киттеләр.
Киске эңер төшкәндә тоҡтарыбыҙ тулғайны инде. Һауа һалҡынайғас, тирләп-бешкән арҡалар сымырлай башлағас, ауыр тоҡтарҙы аҫып, ҡайтырға йүнәлдек. Бейек ҡарағай янында һындырылған ботаҡтар өйөлөп ҡалды. Йәйгә сығып йәш урманды барып күргәнсе шул йәшел өйөм күҙ алдымдан китмәне. Атайым күрһә, мин һындырғанды белһә, нисек уның йөҙөнә күтәрелеп ҡарармын тип көйҙөм, — был хәл тураһында ул тулҡынланып һөйләй.
Әсәйем үҙен тәбиғәттең бер өлөшө итеп тоя, тереклекте ярата, уға мөкиббән ғашиҡ! Унан йәшәргә көс ала! Шуға күңеле лә нескә уның. Һандуғас һайрамай ҡалғанын да һиҙә, ҡоштар теҙелеп йылы яҡҡа киткәндә лә күҙҙәренә йәш тула. Бик күп нәмәне күрергә өйрәтте әсәйемдең бала саҡ хәтирәләре.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тыуған төйәгебеҙҙе йәмләү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса күп эш башҡарҙыҡ. Уҡытыусылар, район етәкселәре ҡушҡанды тыңлап, бөтә сараларҙа ҡатнаштыҡ. Мәктәп ихатаһын гел таҙа тоттоҡ, сәскә түтәлдәрен тәрбиәләнек. Һабантуй майҙанын йыйыштырҙыҡ. Төрлө ойошмаларҙа эшләгән ағай-апайҙар унда ҡарағай, йүкә ағастары ултыртты, аллеяны кәртәләп алды. Киләсәктә был урын йәш әсәләр, балалар саф һауа һулап йөрөр, ял паркы булыр. Урмандарға ла ағас ултырттылар, булғандарының рәт араһын таҙарттылар. Райондың үҙәк майҙанына, мәҙәниәт һарайы алдына ҡалалағыса матур итеп сәскә түтәле эшләп ҡуйҙылар. Тирә-яҡта тәртип булһа, урамдарҙан уҙып йөрөүе рәхәт бит!
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын республикала 37 миллион тонна сәнәғәт ҡалдығы барлыҡҡа килә. Был ҡалдыҡтар йылдар, хатта быуаттар буйына тарҡалмай: ҡағыҙ — ярты йылдан алып ике йылға тиклем, консерва банкаһы — 90 йыл, полиэтилен пакеттар биш йылдан алып ике быуатҡа тиклем, пластик һауыт — дүрт быуат буйына, быяла мең йылдан алып миллион йылға хәтлем тарҡалмай ятырға мөмкин. Ниндәй мираҫ ҡалдырабыҙ килер быуындарға?!
Иң тәүҙә кеше күңеле мөхитен "сүп-сарҙан" — вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан, тәртипһеҙлектән, ҡараңғылыҡтан, яман хистәрҙән арындырырға кәрәк. Беҙ — тәбиғәт балалары, әммә унан көндән-көн ситләшәбеҙ. Үҙе ултырған ботаҡты үҙе киҫкән йүләр кешеләрбеҙ!
Көҙ моңһоулығы йәмһеҙ түгел. Әйҙә, япраҡтар өҙөлһөн, сәскәләр һулыһын, болон-ҡырҙар йоҡоға талһын, ҡоштар йылы яҡҡа осһон. Тик яҙҙарҙа кире әйләнеп ҡайтыр, ҡабаттан япраҡ ярыр, сәскә атыр — тәбиғәтемде уятып, күңелемде йырлатыр өсөн. Кисә әсәйем менән алмағас баҡсабыҙға тал ултырттыҡ. "Тиҙ үҫә ул! Бер-ике йылдан тал япраҡтары араһына ҡасып һандуғас һайрар!" — тип йәш сыбыҡтың төбөнә һыу ҡойҙо әсәйем. Беҙ көтәбеҙ һине, һандуғас!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20