Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иң бай әсәйДонъяла бер-береһенә һәр яҡлап тура килгән парҙар була. Уларҙың тормош юлы мәңге яңғыраусы, моңло йырҙы хәтерләтә. Хәфиҙә Рамаҙан ҡыҙы менән Зәйнетдин Ильяс улы Балтаевтарҙың да яҙмышы шундай матур көй кеүек ине. Тик аяуһыҙ ваҡыт ҡына ошо моңдо юғалта төштө: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнетдин Ильяс улының вафатына байтаҡ йылдар булды инде.
Һәйкәлдәр тереләргә ҡала, тигәндәй, тәбиғи, һүҙебеҙ күберәк Хәфиҙә Рамаҙан ҡыҙы тураһында барасаҡ.
Былтыр уны 85 йәше тулыу уңайынан ҡотлау өсөн Красноусол ауылында ҙур ғаиләлә үҫкән ун бер баланың етәүһе һәм ҡырҡтан ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре, туған-тыумасаһы йыйылғайны. Тантанаға килеп етә алмағандар өләсәләренә телеграмма ебәргән. Һөйөклө әсәләрен кеҫә телефоны аша ла ҡотлаусылар булды. Был кисәлә юбилярға ҡарата күрһәтелгән ихтирам, һөйөү тойғоларын һөйләп бөтөрөрлөк түгел...
Хәфиҙәнең үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Яңы ғына VI класты яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙҙы Бәйҙәк Тамаҡ участкаһына Красноусол быяла заводы өсөн урман ҡырҡырға ебәрәләр. Утын әҙерләүҙә башлыса ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында, аслы-туҡлы тигәндәй, 1945 йылдың көҙөнәсә эшләргә тура килә. Бәләкәйҙән хеҙмәттә сыныҡҡан ҡыҙ үҙенең нормаһын арттырып үтәй. Шуға күрә уға икмәкте лә тәүлегенә 500 урынына 800 грамм бирәләр. Шул йылдарҙағы хеҙмәте өсөн Хәфиҙә Рамаҙан ҡыҙы “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Ҡауарҙыға килен булып төшә. Ул ваҡытта боронғо башҡорт йолалары онотолмаған була әле. Киленде сит ауылдан әйттереү уның нәҫел-нәсәбен белешеп, ҡыҙ тураһында мәғлүмәт йыйғас ҡына тамамланған. Фронтовик Зәйнетдин дә ошо йоланы тота. Ҡыҙҙы күреп һөйләшкәс, уның ата-әсәһе, нәҫеле тураһында белешкәс, яусы ебәрә. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡшата. Хәфиҙәнең әсәһе Миңлегөл апай ҙа уларға фатихаһын бирә.
Зәйнетдин Ильяс улы Балтаевтың биографияһы үҙенсәлекле. Уның ысын исем-шәрифе — Зәйнетдин Саҙретдин улы Кейекбаев. Әйткәндәй, уның үҙ атаһы Саҙретдин Кейекбаев — мәшһүр ғалим Жәлил Кейекбаевтың ике туған ағаһы. Ул Зәйнетдин сабый ғына ваҡытта вафат була. Үҫмер үгәй атаһы тәрбиәһендә, уның күмәк балалары араһында үҫкән. Үҙаллы тормош юлына баҫып, атай булырға йыйынғанда, туғандары:
— Зәйнетдин, һиңә үҙ фамилияңа күсергә кәрәк, балаларыңдың яҙмышын уйла, — тип иҫенә төшөрә. Ир уларға былай тип яуаплай:
— Мин Ильяс атайымды бер кемгә лә алмаштырмайым, сөнки күмәк бала араһында үгәй малай икәнемде тоймай үҫтем. Хатта уның миңә айырыуса иғтибарлы булыуын, яратыуын һиҙә инем. Мин уның изге рухына хыянат итә алмайым.
Зәйнетдин фронттан ҡайтып, Хәфиҙәгә өйләнгәс, күп тә үтмәй, үгәй атаһы вафат була. Йәш ғаиләгә етем ҡалған туғандарын аяҡҡа баҫтырыу бурысы өҫтәлә. Улар икеләтә тырышлыҡ менән эшкә егелә. Йорт хужаһы тәүҙә — бригадир, ә һуңынан 30 йыл буйы комбайнер була. Хәфиҙә колхозда төрлө эш башҡара: иген ура, бесән саба, һыйыр һауа. Апайыбыҙ көнөнә 30 сутый игенде ураҡ менән урып көлтәгә һалған, ә бесәнде берәр гектар сапҡан. Был күрһәткес — ир-ат өсөн дә рекорд! Бригадир Ғәбит Насиров:
— Егеттәр, Сәйетбабаға рейд яһап, Хәфиҙә һымаҡ бер нисә уңғанды алып ҡайтһағыҙ, колхозыбыҙ бөтә Башҡортостанда иң алдынғыһы булыр, — тип юҡҡа ғына шаяртмағандыр. Эшһөйәрлек, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек күркәм сифаттар Хәфиҙә апайға әсәһенән күскәндер. Миңлегөл апай яңғыҙы дәһшәтле һуғыш йылдарында алты балаһын аслыҡтан ҡурсалап алып ҡалған.
Ошондай уңған ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың ялҡаулыҡҡа хаҡы ла юҡтыр. Балтаевтар тормошоноң иң фәһемле яғы шунда: улар, шул тиклем ҙур хужалыҡта эшләп, иң алдынғы колхозсы булыу өҫтөнә ун ике баланы (һигеҙ ҡыҙ, дүрт ир бала) өлгөлө тәрбиәләп үҫтерҙе. Хәфиҙә апай Герой әсә исемен лайыҡлы йөрөтә.
Бөгөн дә ул тормош иптәшенә сикһеҙ рәхмәтле. “Беҙ уның менән 48 йыл бергә йәшәү дәүерендә бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡараш та ташламаныҡ. Зәйнетдин бөтә сабыйҙарыбыҙҙың яҡты донъяға килеүен ҙур ҡыуаныс менән көтөп алды”, — ти әсә.
Хәҙер оло ғаиләнең вариҫтары тураһында әйтеп үтәйек. Ун ике балаһының ун бере — иҫән-һау. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәйсә исемле ҡыҙҙары Өфөләге медицина училищеһында уҡып йөрөгәндә — 22 йәшендә генә ауыр операциянан һуң вафат була.
Донъяға икенсе бала булып тыуған ҡыҙҙары Миңсара, Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлап, 40 йыл ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә бағышланы. Тормош иптәше Рәзиф Шәрипов менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Миңзилә лә, 35 йыл мәғариф өлкәһендә эшләп, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ҡадир Дилмөхәмәтов менән биш ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының бишеһе лә Красноусол гимназия-интернатын көмөш миҙалға тамамланы. Бөгөн төрлө тармаҡта уңышлы хеҙмәт итәләр, белем алалар.
Хәфиҙә апайҙың өсөнсө ҡыҙы Ғәйшә — хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар Өфө шырпы фабрикаһында алдынғы эшсе булды, фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәне. Әле ул ғаиләһе, әсәһе менән Красноусолда йәшәй. Хәҙисәләре — банк хеҙмәткәре, Фәимәләре 25 йыл инде “Красноусол” курортында эшләй. Мәрзиә — заводта инженер. Төпсөк ҡыҙҙары Гөлсиә — медицина хеҙмәткәре, өлкән улдары Миңнулла — хеҙмәт ветераны.
Ғиндуллалары оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында етәксе урындарҙа эшләне. Ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Ул — шәхси эшҡыуар, төҙөлөш менән шөғөлләнә. Төпсөк улдары Булат ата-әсә нигеҙен ҡоротмай донъя көтә.
Зәйнетдин Ильяс улы менән Хәфиҙә Рамаҙан ҡыҙының ҡулға-ҡул тотоноп, 48 йыл бергә йәшәүе батырлыҡҡа тиң. Балалары менән ейәндәре араһынан һәләтле, талантлы шәхестәр үҫеп сыҡты.
Ошо күркәм нәҫелдән урта мәктәпте миҙалға тамамлаусылар ғына ла алты кешегә етте, уҡыу йорттарын бишәүһе ҡыҙыл дипломға тамамланы. Атай-әсәй өсөн ниндәй ҙур ҡыуаныс! Араларында ике фән кандидаты ла бар.
Хәфиҙә апай үҙен донъялағы иң бәхетле әсә, иң бай өләсәйҙәрҙең береһе тип иҫәпләй. Бөгөн ул мул, иркен тормошта, балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй. Яңы ғына, тыл ветераны булараҡ, бер миллион һумлыҡ торлаҡ сертификатына эйә булды.
Герой әсәнең һөйөнөсө сикһеҙ. Ул вариҫтарының халыҡҡа, илгә яҡшы хеҙмәт итеүендә һәм уңыштарында үҙенең дә өлөшө барлығын тойоп ҡыуана.
Таһир ЛАТИПОВ.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә