Һуңғы йылдарҙа ҡала һәм район үҙенең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса яңы дәүергә аяҡ баҫты. Халыҡ хужалығы тармаҡтарының һәр яҡлап үҫеше, республика етәкселеге тарафынан даими ярҙам күрһәтелеүе һөҙөмтәһендә Баймаҡ күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостанда алдынғы урындарҙы биләй. Ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейын байрам итеү уңайынан Башҡортостан Республикаһы Президентының махсус Указы ҡабул ителеүе лә күпте һөйләй. Бай тарихы, көслө ҡеүәтле, арҙаҡлы шәхестәре, иҫ киткес таланттары менән дан тотҡан төбәк күркәм сараны ниндәй уңыш һәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылай, ниндәй уй-пландар менән йәшәй? Ошо хаҡта белер өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Илшат Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт иттек. Илшат Хәмит улы беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– 2011 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын ойоштороу һәм үткәреү тураһындағы Указы беҙҙең төбәккә ысын мәғәнәһендә яңы һулыш бирҙе. Юбилейҙы лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды: яңы объекттар сафҡа инде, ҡала урамдарына асфальт түшәлде, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тулыһынса реконструкцияланды, саңғы базаһы төҙөлдө. Ҡаланың төп предприятиеһы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” акционерҙар йәмғиәте лә – 100 йыллығын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа предприятие табышлы эшләй: быйыл 515 миллион һумлыҡ тауар етештергән.
Ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының тотороҡло үҫеше, Башҡортостан етәкселегенең даими хәстәрлеге һәм дәүләт ярҙамы Баймаҡтың бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә яңыса күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә. Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса ваҡытлы программаһы, республика адреслы инвестиция программалары ярҙамында күп эштәрҙе тормошҡа ашырҙыҡ, яңы проекттарға нигеҙ һалдыҡ.
Бигерәк тә ҡалала торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Быйыл ғына Баймаҡта ике күп фатирлы торлаҡ йорт, икешәр фатирлы биш өй төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Әле тағы ла бишәү һалына. Шулай уҡ “Социаль торлаҡ төҙөлөшө” фонды саралары иҫәбенә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм етем балалар өсөн 24 фатирлы ике торлаҡ йорт күтәрелә. Авария хәлендәге иҫке өйҙәрҙән яңыларына күсереү планға ярашлы алып барыла, тиҙҙән 168 кеше ҡыйыҡлы буласаҡ. Көҙ көнө йәштәр күп йәшәгән биҫтәлә 220 урынға иҫәпләнгән заманса балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асһа, әле 150 урынлыҡ йәнә бер учреждениены төҙөү эштәре башланды. Ҡала урамдарындағы юлдарҙы төҙөкләндереү һәм асфальтлау өсөн 19,2 миллион һум аҡса тотондоҡ. Чекмарев, Почта, Кооператив һәм Әлибаев урамдары күҙгә күренеп үҙгәрҙе тиергә мөмкин.
Көньяҡ биҫтәһенә һыу, газ үткәргестәр, электр линиялары һуҙыу өсөн 30 миллион һум аҡса бүленде. Ҡаланың ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелеүен барыһы ла күрә. Атап әйткәндә, Үҙәк ҡала майҙанын, Никах һарайын, Салауат Юлаев исемендәге ял паркын реконструкциялау һәм саңғы базаһын төҙөү эштәре тамамланды. Юбилей объекттары исемлегенә индерелгән Салауат Юлаев исемендәге проспектты яңыртыу, ҡала быуаһы буйын төҙөкләндереү, Ҡуянтау ауылында ипподром төҙөү эштәре киләһе йылда дауам ителәсәк.
Тарихҡа бәйле урындар, ҡала үҫешенә өлөш индергән шәхестәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Баймаҡта йәшәп һәм эшләп киткән билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҡәбере тәртипкә килтерелде, Леонид Азанов бюсы төҙөкләндерелде. Азанов урамындағы сауҙагәр Кабановтың йорто археологик музей итеп реставрацияланды.
Шулай ҙа мин ҡаланың тарихы туранан-тура уның халҡына бәйле тип әйтер инем. Баймаҡ тураһында һүҙ алып барғанда, иң тәүҙә уның алтын йыуыусыларын, заводсыларҙы, эшселәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Баймаҡтар – көслө, ныҡлы рухлы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр. Төҙөүселәрҙе ҡаланың йөҙө тип әйтергә мөмкин. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр – рухы. Сит яҡтарҙан эшкә килгән кешеләр бында бөтөнләйгә төпләнеп кенә ҡалмай, хатта уны үҙенең тыуған яғы тип иҫәпләй. Беҙҙең ҡала һәм районыбыҙҙа иҫ киткес ҡунаҡсыл, изге күңелле, алсаҡ һәм йомарт халыҡ йәшәй.
Сер түгел, киләсәктә Баймаҡ заманса архитектураһы, үҫешкән социаль инфраструктураһы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итерлек ҡала буласаҡ. Бөгөн уны үҫтереү буйынса алып барылған ғәйәт ҙур эш ошондай фекерҙе ҡыйыу әйтергә нигеҙ бирә. Әлбиттә, башҡарылғанда ғына туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ: ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү, районда туризмды үҫтереү, Хоҡуҡ йорто төҙөлөшөн тамамлау кеүек бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш алып барыла. Иң төп маҡсатыбыҙ – Баймаҡта йәшәгән халыҡ өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу, уны күркәм, матур һәм таҙа ҡала итеү. Ә кешеләр быға лайыҡлы.
Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылау һәм ошо йүнәлештәге Башҡортостан Президентының махсус Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында төҙөлөш һәм реконструкция эштәре өсөн республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум аҡса бүленгән.
Юбилей алдынан ҡала һәм район тураһында 640 битлек энциклопедия донъя күргән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” исемле шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителгән.
Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы тарафынан “Баймаҡ – төҫлө металдар һәм яҡты уй-ниәттәр ҡалаһы” исемле фильм төшөрөлгән.
Тарих төпкөлөнә күҙ һалғандаl Таналыҡ – Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананикольск һәм Преображенск баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән сығарыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйында алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Уның хужалары Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы була.
l Таналыҡ – Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән – Таналыҡ волосының үҙәге була. 1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән район ҡарамағындағы ҡала статусын ала.
l Баймаҡ тарихта иң беренсе 1866 йылғы яҙмаларҙа телгә алына. Ул саҡта ауылда 23 йорт булған, 131 кеше йәшәгән. Таналыҡ йылғаһы буйында алтын, руда ятҡылығы тапҡанға тиклем ул әллә ни үҙгәреш кисермәгән. 1880 йылда Баймаҡ ауылы янында руда эшкәртеү фабрикаһы, 1912 – 1913 йылдарҙа баҡыр иретеү заводы һалына.
l Совет власы урынлашҡас, уның тәүге рәйесе итеп Леонид Александрович Азанов һайлана.Ҡала халҡы уның иҫтәлеген бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай, майҙандарҙың береһендә уға һәйкәл ҡуйылған.
l Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡтан бер меңдән ашыу кеше оҙатыла, шуларҙың яртыһы һуғыш яланында ятып ҡала.