Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саф һыулы инештең башы
Саф һыулы инештең башы— Хуш киләһегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, фекерҙәштәр! — тип ҡаршыланы Иглин районының мәҙәниәт йортона республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ағылған бәйгеселәрҙе сағыу милли кейемдәге хужалар.

Быйылғы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан һикһәнгә яҡын тораҡ вәкилдәрен көнө буйы хакимлыҡ иткән буран да ҡурҡыта алмаған. Ана, учалылар, йылайырҙар, әбйәлилдәр, баймаҡтар ер аяғы-ер башы төбәктәрҙән конкурсты йомғаҡлау кисәһенә тәүгеләрҙән булып килеп тә еткән.
Өҫтәүенә бер кем дә байрамға буш ҡул менән килергә тырышмаған. “Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!” — тип Йылайыр һылыуҙары һәр кемде ҡаҙаныштары, күренекле шәхестәре, ауыл һөнәрмәндәре хаҡында мәғлүмәт ҡуйылған стендтар менән таныштыра. Хатта үҙҙәре етештергән тауарҙы ла алып килгән улар. Райондың Һабыр ауылы хакимиәте башлығы Фәндиҙә Ҡоҙашева әйтеүенсә, йылайырҙар “Айыҡ ауыл” конкурсын баштан уҡ ҡуш ҡуллап күтәреп алған. Былтыр Ишбулды ауылы еңеп сыҡһа, быйыл Ҡаҙырша “Халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү” номинацияһында беренсе булған.
Төпкөл ауылда ла тормошто гөрләтеп алып барыу мөмкинлегенә ҡаҙыршалар тамам ышандырҙы. Республикалағы иң боронғо мәсет тә ошо тарихҡа бай төбәктә. Пәйғәмбәрҙәр эҙен һаҡлаған изге ергә сит өлкәләрҙән юлланыусылар ифрат күп. “Этнотуризм ойоштороу уйы ла бар. Зәки Вәлиди заманында төбәгебеҙҙә булып, ауылыбыҙҙы үҙенең “Хәтирәләр”ендә телгә алған. Ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған”, — ти Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы, тыуған төйәге менән ғорурланып.
Саф һыулы инештең башыҠаҙыршалар ауылда эш юҡ тип бошоноп, ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел, хәләл көс менән мал-тыуар аҫрап, умарта тотоп, етештергәнен баҙарҙа һатып донъя көтөүгә күптән яраҡлашҡан. Иң тәмле май кемдеке? Ә иң тәмле ҡорот? Әлбиттә, ҡаҙыршаларҙыҡы! Сөнки улар аҙыҡ-түлекте етештереүҙән тыш, оҫта итеп һата ла белә, тиҙәр. 103 кеше йәшәгән ауылдың яртыһын эшкә һәләтле йәштәгеләр биләй. Ауыл Советы депутаты Ғәле Игебаевтың шәхси пилорама асып, эшҡыуарлыҡ шөғөлөнә тотоноуы донъя ҡороусы, йорт-ихатаһын төҙөкләндереүсе һәр кемгә яҡшы ярҙам да. Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға лайыҡлы өлөш индергән 11 бала атаһы, Ҡаҙырша мәсете имам-хатибы Нуретдин Игебаевтың улы булып сыҡты Ғәле ҡусты. Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡупшы аҡ быймалар ҙа уның хеҙмәт емештәре икән. “Бик үтемле тауар ауылда, 1300–1500 һумға һатырға була”, — ти эшҡыуар.
Ғөмүмән, теленән дә, ҡулынан да килгән уңған Игебаевтарҙы ауылдың маяғы тип атарға мөмкин. Герой әсә исемен лайыҡлы йөрөткән Йомабикә инәй менән Нуретдин Игебаевтарҙың бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын тантаналы шарттарҙа үткәргәндәр. Бәләкәй генә ауылдан илдең юғары наградаларына лайыҡ яҡташтары үҫеп сығыуы менән дә ғорурлана ҡаҙыршалар (Шәрифулла Тулыбаев — Ленин ордены кавалеры, Нурғәле Кадаев, Хажиәхмәт Юламанов та ордендар менән бүләкләнгән). Көйөн дә, һүҙен дә үҙҙәре сығарып, гимн булдырған ауылдаштарға “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.
Әүлиәләр төйәге беҙ,
Раҫлай пәйғәмбәр ташы.
Шул таш менән
Ҡаҙыршаның
Даны ғаләмгә ашты...
Спорт менән шөғөлләнеүсе йәштәрҙең волейбол буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуы, үҙ кубогын булдырыуы, сәләмәт тормошто һайлауы – һис һүҙһеҙ, ҡыуаныслы күренеш.
— Район хакимиәте башлығының һәр ауылға, ҙурмы ул, бәләкәйме, иғтибар биреүе, проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыуы халыҡта матур киләсәккә ышаныс, өмөт уята, — ти Фәндиҙә Ҡоҙашева. — Шундай уй килде башҡа: айыҡ тормошҡа саҡырған ошондай бәйгеләрҙе һәр биләмәлә үткәрергә була ла баһа. Мәҫәлән, “райондың айыҡ ауылы”, “айыҡ предприятиеһы”... Бик тә һөҙөмтәле булыр ине ул.
Саф һыулы инештең башыӘбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Лениза Сәғәҙиева әйтеүенсә, айыҡ тормош өсөн көрәште улар бынан 7-8 йыл элек үк башлаған. “Имен булмаған ғаиләләр, хәмер ҡоллоғонан арына алмағандар менән эш көндәлек бурысыбыҙға әүерелгән, — ти ул. — 2011 йылда республика конкурсында Ҡырҙас ауылы еңеүсе тип табылһа, быйыл рәхмәттәр һөйөнөс кисерә. Бәйге шарттарына ярашлы төрлө йөкмәткеле саралар ойоштора, халыҡ менән күҙгә-күҙ терәшеп аралаша башлағас, ысынлап та, ир-ат араһында ҡыҙмаса йөрөүселәр күҙгә күренеп кәмей төштө. Ҡатын-ҡыҙҙар советы тура юлдан тайпылған әхирәттәренә үтә аяулы, сөнки бала тәрбиәләгән әсәнең иңендә күтәргеһеҙ ауыр, яуаплы бурыс ятҡанын һәр кем белә. Ә ҡыҙҙар тыйнаҡ булһа, ир-егет тә йыйнаҡ була”.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың, оло башын кесе итеп, өйҙән-өйгә йөрөп, рәхмәттәрҙең тормош-көнкүреше, борсоған мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныуы, эскелектең милләттәштәребеҙҙе юҡҡа сығарыуына борсолоуы йәшен-ҡартын уйға һалған. Халыҡ бәләһенә, йәш быуындың киләсәгенә битараф булмаған ошондай шәхестәрҙең барлығы ла кешене яҡтыға әйҙәүсе маяҡ кеүек бит. Зәки Вәлидиҙең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Тормоштоң һәм ысынбарлыҡтың башланғысын һәм ахырын, әхлаҡ һәм киләсәк тормош мәсьәләләрен яҡшы аңлауҙан, тәжрибәле булыуҙары һөҙөмтәһендә донъяның серҙәренә төшөнгән һәм Хоҙай Тәғәләгә яҡын булған күренекле шәхестәр кеше араһында пәйғәмбәр булып танылыр”. Ошондай кимәлдәге тынғыһыҙ етәкселәре, халыҡтың уй-борсолоуҙары менән йәшәүсе абруйлы шәхестәре булған милләт ысын мәғәнәһендә ырыҫлы.
— Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләккәнен бәйгелә ҡатнашҡандан һуң бик яҡшы тойҙоҡ, — ти Учалы районының Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Ләйлә Лутова. — Был юлы “Йәштәрҙе рухи тәрбиәләү буйынса иң яҡшы ауыл” номинацияһында Ҡалуй халҡы еңеп сыҡты. Ауылыбыҙ бәйгегә гөлдәй әҙерләнде, иллегә яҡын ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле сара үткәрҙек. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А. Иванютаның беҙгә килеп, йәштәребеҙгә 60 мең һумлыҡ аппаратура бүләк итеүе генә лә ниндәй күңелле ваҡиға булды! Министрҙың һүҙендә тороп, вәғәҙәһен үтәүе йәштәр өсөн бик тә мөһим ине. Ауыл Советының финанс мөмкинлеге сикле, шуға күрә номинантҡа бирелгән бүләк — 40 мең һум аҡса беҙҙең өсөн аҙ түгел. Уны нимәгә тотонорбоҙ — әлегә әйтә алмайым, халыҡ менән кәңәшләшергә кәрәк. Беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе — Миндәк аша күпер һалыу. Зыяраттың йылға аръяғында булыуы юлды ун саҡрымға оҙайта. Үҙәккә үткән проблеманы хәл итеүҙе мөҡәддәс бурыстарымдың береһе итеп иҫәпләйем.
Саф һыулы инештең башыИглин районының мәҙәниәт һарайы залы бөгөн сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр менән шығырым тулды. “Айыҡ ауыл-2013” конкурсына йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың, министрлыҡтар вәкилдәренең ҡатнашыуы – оло мәртәбә.
— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ тарафынан ойошторолған конкурсты республика Президенты ҡуш ҡуллап ҡабул итте. Ул ғаиләләрҙә лә, халыҡ күңелендә лә киң яҡлау тапты. Республиканың 80-гә яҡын торағы ҡатнашҡан бәйгелә еңелеүселәр юҡ! Бөгөнгө уңышыбыҙ — барыбыҙҙың да дөйөм еңеүе ул, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы, ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Еңеү өсөн эште үҙеңдән башларға кәрәклеген хәҙер яҡшы беләбеҙ.
Быйылғы конкурста еңеүселәрҙе барыбыҙ ҙа иҫтә ҡалдырайыҡ: Бүздәк районының Түреш ауылы хакимиәтенә ҡараған Ҡараерек ауылы, Иглин районы Үктәй ауылы хакимиәтенең Үктәй ауылы, Әбйәлил районы Байым ауылы хакимиәтенең Рәхмәт ауылы. Уларға 200-әр мең һум күләмендә аҡса тапшырылды. Башҡа номинацияларҙа еңгән бәйгеселәр 40-ар мең һум аҡса менән бүләкләнде, төрлө ойошмаларҙың дипломдарына, рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Шуныһы хаҡ: эш бүләктә генә түгел, “Айыҡ ауыл” конкурсының статусы ла, абруйы ла юғарыраҡ һәм сағыуыраҡ булып, уға торған һайын күберәк ауыл һәм хакимиәттәрҙең ҡушылыуы, сәләмәт тормошҡа йүнәлештең көслө ағымға әүерелә барыуы һөйөндөрә.
Һәр хәлдә, беҙҙең ҡарамаҡҡа быларҙың барыһы ла саф һыулы, сылтырап аҡҡан инештең башы ғына кеүек: ең һыҙғанып эшләйһе, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәйһе, ауылдар яҙмышына йән өрөр сараларҙы барлайһы ла барлайһы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872