Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшлек һәм матурлыҡ бүләк итә
Йәшлек һәм матурлыҡ бүләк итәҠатын-ҡыҙ – мөғжизәле бер сәскә. Уға тәбиғәт һәм Хоҙай тарафынан берҙәй күңел матурлығы ла, тышҡы гүзәллек тә бүләк ителгән. Һәр кемдең күркәм булғыһы килә, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙың матурлыҡҡа ынтылып йәшәүе тәбиғи.

Ҡала ерендә тышҡы матурлыҡты камиллаштырыуға килгәндә, мөмкинлектәр шул тиклем ҙур. Әммә ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың барыһы ла матурлыҡ салонына йөрөй алмай. Был яҡтан Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары күпкә бәхетле. Уларҙың хыялдары тормошҡа ашҡан: Аҡъярҙа йәш эшҡыуар кешеләргә йәшлек һәм сәләмәтлек бүләк итеүсе матурлыҡ салоны асҡан.
Һәр кемдең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа килеү юлдары төрлөсә кеүек тойолһа ла, күптәре эштә ҡыҫҡартылғас, тап ошо юлды һайлаусан. Лилиә Биксембәтованың да яҙмышы шулайыраҡ килеп сыға. Гай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Аҡъяр үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, йәш ҡыҙ ҡыҫҡартыуға эләгә.
– Нимә эшләргә, артабан ҡайҙа барырға тип тәүҙә юғалып ҡалдым, – тине Лилиә Мәжит ҡыҙы. – Кемдер халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә ҡушты. Унда миңә косметолог-массаж яһаусыға уҡырға мөмкинлеген әйттеләр. Ят һөнәргә ҡарата битараф булһам да, ризалығымды бирҙем. Өфөлә курста уҡығанда буласаҡ һөнәремә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Иң мөһиме – шәфҡәт туташы кеүек, кешеләргә сәләмәтлек һәм матурлыҡ бүләк итә алырыма ҡыуандым. Үҙемә тәжрибә туплау маҡсатында төрлө салондарҙың эше менән таныштым, Интернетта ла эҙләндем. Артабан ошо йүнәлеш буйынса Аҡъярҙа урынлашҡан “Алтынсәс” матурлыҡ салонында эш башланым. Аҙаҡ Сорғот ҡалаһында йәшәргә тура килде, унда ла яңы һөнәремә тоғро ҡалдым.
Лилиә Биксембәтова тыуған яҡтарына ҡайтҡас, үҙ эшен булдырыу хаҡында хыяллана. Нимәнән башларға тип оҙаҡ баш ватмай ул: матурлыҡ салоны асырға ҡарар итә. Ата-әсәһе, тормош иптәше Юнир ҙә уйын тормошҡа ашырыуға ҡаршы килмәй, хәлдәренән килгәнсә теләктәшлек итеп, матди ярҙам күрһәтә. Әммә башлаған эште алып китеү, клиенттар табыу, матурлыҡ салонын ысын мәғәнәһендә мөғжизә донъяһына әйләндереү еңелдән булмай, күп кенә сығым талап ителә. Бында ла юғалып ҡалмай йәш эшҡыуар. Ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Күп тә үтмәй, бизнес-планы раҫланып, артабан эшен дауам итеү маҡсатында тәғәйенләнгән 210 мең һумлыҡ субсидияны алыуға өлгәшә. Был аҡсаға бөҙрәхана, маникюр һәм косметология ҡорамалдары һатып ала. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылғас, матурлыҡ салонына эшкә заманса һәм ижади ҡараған белгестәр ҙә талап ителә. Бөгөн йәш эшҡыуарға парикмахер, маникюр һәм педикюр оҫталары кәрәк.
Йәшлек һәм матурлыҡ бүләк итә – Күптән түгел генә асылһаҡ та, клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙгә хатта төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә. Уларға уңайлы булһын өсөн алдан яҙылыу юлы менән ҡабул итә башланыҡ. Бер килгән кеше икенсе тапҡыр беҙҙең салонды урап үтергә тейеш түгел, тигән принциптан сығып эшләргә тырышам. Сөнки һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, теләктәрен үтәһәк, улар күҙ алдында тағы ла матурайып китә икән, үҙҙәренә лә, беҙгә лә күңелле. Иң мөһиме – клиенттар салондан йылмайып сығырға тейеш, – ти Лилиә Мәжит ҡыҙы.
Үҙе тырыш, үҙе һылыу эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур: бөҙрәхана асып, артабан да гүзәл заттарға матурлыҡ һәм күтәренке кәйеф бүләк итеү өсөн массаж, солярий һәм башҡа заманса хеҙмәттәр күрһәтеү, бер нисә кешегә эш урыны булдырыу, ғөмүмән, Хәйбулланың тырыш һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарын тағы ла матурыраҡ, сибәрерәк, нәзәкәтлерәк итеү тураһында хыяллана. Йүнсел эшҡыуар, хәстәрлекле әсәй, наҙлы ҡатын-ҡыҙ булып ҡала алыуында Алмас менән Юлиә исемле балаларының да, ире Юнирҙең дә, ата-әсәһенең дә, туғандарының да өлөшө ҙур.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда бер ирҙең балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә