Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һай, был серле донъя!..
Һай, был серле донъя!..1996 йылда баҫылған “Ғүмер артында — ғүмер” тигән китабымда сихырлы урын, башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр, йән серҙәре тураһында ла яҙғайным. Тормошта, кеше ғүмерендә, яҙмышында, ғөмүмән, донъяла әҙәм ышанмаҫлыҡ һәм аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәле күренештәр йыш күҙәтелә. Тәбиғи ҡанундарға һыймаған һымаҡ тойолған ғәжәп хәлдәргә бәғзеләр ышанмаһа ла, әкиәт тиһә лә, улар әүәл-әүәлдән донъяла булған һәм хәҙер ҙә бар.

Әйтәйек, “йыһан тормошо”, “поле тормошо” кешенең меңәр саҡрым аралыҡта психик йоғонто яһай алыуы, биологик ҡеүәтенең төрлө хәлдәрҙе асыҡлау, сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлектәренә эйәлеге... Шулай ҙа беҙҙең дәүерҙә Ерҙә йәшәгән кешеләр әлегә башҡа һыймаҫлыҡ серле күренештәрҙе аңларлыҡ һәм аңлатырлыҡ аң кимәленә күтәрелмәгән. Ә донъя серҙәре, йомаҡ-табышмаҡтары бик күп. Яңы ғына Уралыбыҙ бөрйәндәрҙе лә хайран итте.
Бөрйән районының “Таң” гәзите хәбәрсеһе Таңһылыу Баһауетдинова “Киске Өфө” гәзитендә “Монармы? Параллель донъямы?” тигән мәҡәләһендә мөғжизәле күренеште күҙәтеүҙәре тураһында яҙып сыҡҡайны: “Егеттәр ымлаған яҡҡа ҡараһам... Бәй, офоҡта бер ҡара шәүлә күренә... Аңғарғансы, ул икенсе ҡиәфәткә инде, юҡҡа сыҡты. Уның ҡарауы, шул тирәлә бер аҡлан барлыҡҡа килде. Күп тә тормай, йәнә юғалды... Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһе яғында, Аҡбейек тауҙары өҫтөндә, тотош ҡала хасил булды. 5-әр, 9-ар ҡатлы йорттар теҙелгән, урамдар... Офоҡта ниндәйҙер һындар барлыҡҡа килә, үҙгәрә һымаҡ. Офоҡ буйлап... эшелонлы поезд китеп бара. Уны ҡараш менән оҙатып ебәрҙек. Күҙ алдында ҙур асыҡ ялан барлыҡҡа килде. Ялан уртаһында ике кеше лә торған һымаҡ... Поезд барып туҡтап, кешеләрен төшөрҙө. Шунан Ан-2 һымаҡ ике ҡанатлы самолет килеп төштө... Нимә булды был: миражмы, параллель донъямы? Һорауҙар бихисап. Яуап юҡ”.
Һис шикһеҙ, Ерҙә йәшәгән ҡәҙимге кешеләр төштәрендә генә күрер, өндәрендә төшөнә алмаҫ иҫ киткес серле күренеш! Бындай шаҡ ҡатырлыҡ хәлдәр элек тә күҙәтелгән, юлъяҙмаларҙа, әҙәби әҫәрҙәрҙә тасуирланған. Мәҫәлән, Гоголь дьягы Фома Григорьевич “сихырлы урын” тураһында шулай тигән: “Унда бейеп тә, һөрөп тә булмай, унан хазина ла ала алмайһың, унда ғәжәп, иҫ китерлек нәмәләр күҙгә күренә һәм бында бер нәмә лә үҫмәй, әгәр үҫә икән, ни икәнен дә айыра алмаҫһың, шайтан ғына белһен!” Әлбиттә, Гоголь дьягы әйткән бындай ғәҙәттән тыш урындарҙы заманыбыҙ ғалимдары “геопатоген зоналар”, йәғни йыһан энергияһы көслө урындар тип атай. Мәгәр, әйтәйек, Ғәрәп ҡомлоҡтарында илгиҙәрҙәр хайран булған ғәжәйеп сағымдарҙың, Бөрйәндә ҡәрҙәштәребеҙ ғәжәп ҡылған күренештәрҙең асылы, моғайын, башҡасараҡтыр.
Халҡыбыҙ ижадын хәтергә төшөрәйек. “Ҡуңыр иленә, тупрағына ҡайтып киткән мал-тыуарын эҙләп, армыт-армыт Урал һырттарына, монар тартҡан арҡаларға ҡарап, йырлап барғанда ошондай тылсымлы хәл-күренешкә тап була: “Йөрәк-бауырҙы өҙгөләрлек, тән тамырҙарын тетрәтерлек ҡурай тауышы ишетелде. Ул көйлө тауыш та, йыр ҙа, моң да ялбыр ҡайын сатаһынан сыға, ти. Шул моңға ҡушылып, ҡаршылағы арҡа яғынан ер һелкетеп баҫҡан тояҡ тауышы, Урал өҫтөндә алыҫ-алыҫтарға бығаса ишетелмәгән бер ауаз таралды, ти:
Балҡып ҡына ятҡан был тауҙар,
Ҡалҡып ҡына ятҡан был тауҙар —
Ырыуымдың ул бит төйәге,
Ил-йортомдоң ул бит терәге.
Тауыш яңғырауына әйләнеп ҡараһа, ҡаршылағы арҡа өҫтөнән аҡбуҙатҡа атланған, ҡулына ҡылыс тотҡан, буй-һыны болоттан ашҡан батырҙың Уралтауға табан барыуын күрә. Урал батырҙың рухылыр был. Уның йәне үлемһеҙ. Ул хәҙер ҙә дошман еремә аяҡ баҫмаһын, халҡымды таламаһын, тарҡатмаһын тип ҡурғап, һағауыллап йөрөй, тиҙәр ине, раҫ икән, тип, ата-олаталарының һөйләүҙәрен хәтерләп, батыр һынын күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡала”.
Ошо хикәйәләүгә күпме аҡыл, уй-фекер, мәғәнә, фәлсәфә, беҙ төшөнөп етмәгән, юғары ҡөҙрәт тыуҙырған хәл һыйған: тәбиғәт, йыһан, кеше, тереклек бәйләнеше һәм аһәңдәшлеге; йәнтөйәк, ил-йорт ҡәҙере; йән-рух үлемһеҙлеге... Таңдысаның “Урал батырҙың рухылыр был. Уның йәне үлемһеҙ!” — тип, ата-олаталарының ҡарһүҙен, аманатын хәтерләүе ғәжәп күренешкә аңлатма һымаҡ ҡабул ителә. Күрәһегеҙ, ул йән-рухҡа бәйле. Спиритизм (рух) фәлсәфәһе буйынса кешенең ғүмере үлем менән бөтмәй, мәрхүмдәрҙең тәндәренән ваҡытлыса айырылған ҡайһы бер йәндәр ерҙә матди донъяла йәшәүселәр менән аралашыуы ла ихтимал. Йәнә күҙ алдына килтергеһеҙ, әҙәм ышанмаҫлыҡ аралыҡҡа китергә, йәйелергә мөмкин. Бәғзе бер бик һәләтле кешеләрҙең йәненең йыһанда, йондоҙҙар араһында сәйәхәт итеү тылсым-ҡөҙрәте бар. Мәҫәлән, Нострадамус рух, йән ҡөҙрәте ярҙамында киләсәккә сәфәр ҡылған, мең йылдар аша кешелекте нимә көткәнен белеү һәләтенә эйә булған. Үҙәк телевидение күрһәткән “Экстрасенстар алышы” тапшырыуында ғәйәт ҡөҙрәтле күрәҙәселәрҙең рухтар менән бәйләнешкә инеүе һәм аралашыуы һәр кемде инандыра ала. Ошондай һәләткә эйәлек беҙҙең рухи мираҫыбыҙҙа ла күҙаллана. Башҡорт ҡәүеменең тормош-көнкүрешен сағылдырған “Ҡуҙыйкүрпәс” эпосында (Беляев версияһы) Мәскәй ҡарсыҡ Ҡуҙыйкүрпәскә серле таҡтанан үҙенең һәм нәҫеленең яҙмышын, киләсәген күрһәтә: ғәжәп һөйкөмлө һылыу ҡыҙҙы — әлмисаҡта әйттерелгән Маянһылыуҙы, унан тыуасаҡ Барлыбай батырҙы, артында баҫып торған тимер күлдәкле ете улын, уларҙан таралған Бөрйән, Үҫәргән, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡара Ҡыпсаҡ, Бошмаҫ, Түңгәүер ырыуҙарын; нәҫелдәренең яуға әҙерләнеүен, Аҡ хандың хакимлығы аҫтында йәшәйәсәктәрен, уға буйһоноуҙан ҡотолорға ынтылыуҙарын, Ҡараһаҡал, ҡурҡыу белмәҫ Аҡай, ажарлы Килмәк, ғәйрәтле Батырша батырҙары, Әбей батша заманында баш күтәргән быуындарын, йәҙрә атҡыс ҡорал-көбәктәрҙе; ырыуҙарға ырыҫ килер мәлде, ҡалаларҙы, торлаҡтарҙы, ҡунаҡханаларҙы; аллаһы-табыш, дине-алдыҡ, ҡанундары — тышҡы ҡиәфәттәрендә генә, ә выжданда түгелдәрҙе; дан сығарып танылғандарҙы...
Бер уйлаһаң, ғәжәп бит!.. Был осраҡта игелекле Мәскәй әбей киләсәгебеҙҙе күрһәткән һәм һөйләгән һымаҡ, бар тәбиғәт һил булып ҡалған сыуаҡ көндө Уралдың Аҡбейек тауҙары өҫтөндә Ҡояш һәм Күк сағымында Бөрйәндең киләсәге йәйғорҙай сағылғандай... Ошо айҡанлы йәнә башҡа фекерҙәр, уйҙар менән дә уртаҡлашайыҡ.
2005 йылда Мәскәүҙә Андрей Низовский менән Николай Непомнящий тигән авторҙарҙың “100 ҙур сер” исемле китабы донъя күрҙе. Ошо йыйынтыҡтағы “Параллель донъялар” мәҡәләһендә яҙыуҙарынса, серле, аңлайышһыҙ хәл-ваҡиғалар фәндең офоғонан ситтә ҡала. Мәгәр, ҡыуанысҡа күрә, күп илдәрҙә әлегә аңлашылмаған ғәҙәттән тыш ғилләләр өйрәнелә, параллель донъялар барлығы фаразына тартылған тикшеренеүселәр арта. Был фараздың төп фекере — Ғаләмдә бер үк ваҡытта бер нисә параллель донъя бар, һәм уларҙың байтағы менән бәйләнешкә инә алабыҙ. Бәйләнештең һәм аралашыуҙың ябай ысулы — йоҡо, төш.
Йоҡола мәғлүмәт биреү һәм ҡабул итеү тиҙлеге өндәгенән күп тапҡырға тиҙ: һигеҙ сәғәтлек йоҡо мәлендә беҙ тормошобоҙҙоң аҙна-айҙарын кисереп өлгөрәбеҙ, бер минутында иһә эске ҡарашыбыҙҙан күп сериялы фильм үтеүе ихтимал. Төштә беҙ тирә-яҡ мөхиттәге образдарҙы ғына түгел, көндәлек тормош менән бәйләнмәгән, бер нәмәгә лә оҡшамаған мажараларҙы, хикмәттәрҙе лә күрәбеҙ. Улар ҡайҙан килә? Ундайҙы, ошоға оҡшашты ысынбарлыҡта күрергә мөмкинме?
Был һорауҙар тикшеренеүселәр тарафынан шулай асыҡлана. Икһеҙ-сикһеҙ Ғаләм бөтмәҫ-төкәнмәҫ кескенә атомдарҙан тора. Ҙур эске энергияға эйә атомдар әҙәм күҙенә күренмәй, ә фәҡәт молекулаларға берләшеп, материя һәм беҙҙе солғаған матди донъяны бар итеп кенә кәүҙәләнеш таба. Атомдар күренмәгәнгә генә уларҙың барлығын инҡар итеп булмай, улар өҙлөкһөҙ рәүештә тирбәлеүле хәрәкәттәр яһай. Тирбәлештәр төрлө йышлыҡта, тиҙлектә һәм киңлектә, аралыҡта була. Асылда ошо төрлөлөк арҡаһында беҙ барбыҙ, йәшәйбеҙ.
Әгәр төш тиҙлеге менән тирбәлә башлаһаҡ, был осраҡта ситтән бағыусы беҙҙе шәйләмәҫ ине, сөнки кешенең күреү һәм тойоу органдары бындай тиҙлектәге хәрәкәтте абайлай алмай. Ниндәйҙер ысул, әмәл менән тәнебеҙ радиотулҡындар тиҙлегенә эйә булһа, “һә” тигәнсә Ер шарын урап сығып, ҡәҙимге урынға ҡайтыр инек. Бынан аңлашылалыр, ғәмәлдәге донъянан байтаҡҡа йәһәтерәк хәрәкәт итеүсе параллель донъяны күрмәйбеҙ, сөнки беҙҙең иҫ-ҡуш, аң, тойоу быны һиҙмәй, аңғармай. Фәҡәт төпкөл аң ғына быға һәләтле, һәм ул гипноз, йоҡо, төш мәлендә генә баҙыҡлана.
Йыш ҡына беҙ иҫләй алмай аптыраған хәлдәр, күренештәр һәм башҡалар параллель донъялар киҫешкән нөктәләрҙән тип фаразлана. Хәҙергә төшөнмәгән, аңламаған сәбәптәр, асылдар һөҙөмтәһендә төрлө тиҙлектәге донъялар, уларҙың күренештәре менән ниндәйҙер асылыу, инеү урындары — “ишектәр” аша “портал” ғилләле тап булышыу, осрашыу осраҡтары күҙәтелә. Тикшеренеүселәрҙең ошо фекерҙәре 2013 йылдың 24 ноябрендә Бөрйән төйәгендәге хикмәтле күренешкә лә ниндәйҙер кимәлдә аңлатмалыр, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872