Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төпкөлдән төшкән килен
Төпкөлдән төшкән киленЯңы йыл шыршыһындағы уйынсыҡтарҙың бәйләнгән ҡул эштәренән генә торғанын күргәнегеҙ бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Ә бына Федоровка районындағы Батыр ауылында йәшәүсе Бағаевтар ғаиләһендә шундай шыршы бар. Ундағы бөтә ҡар бөртөктәре ап-аҡ йөндән бәйләнеп, йәшел ботаҡтарға ҡунған.

Хужабикә Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының ҡулы теймәгән нәмә юҡ йортта. Тотош бер бүлмә оҫта башҡарған эштәр менән биҙәлгән. Диван матур биҙәкле япма менән көпләнгән. Кәнәфиҙәргә лә ҡул эштәре ҡунған, уларға хатта ултырырға ҡыймай тораһың, һоҡланыуҙан күҙҙәр ҡамаша. Стенала бәйләнгән картиналар. Эйе-эйе, сигелгән түгел, ә бәйләнгән. Ошо көндәрҙә генә "Ете ҡыҙ" картинаһын тамамлап, район күргәҙмәһендә барлыҡ тамашасыны хайран итеп ҡайтты Хәлисә ханым.
Бер бүлмә ҡул эштәренән биҙәлгән тип әйтеүем бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки йорттағы бар нәмә күҙ нурҙары, күңел йылыһы менән башҡарылған.
Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы була, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы менән Миҙхәт Миңнәхмәт улы Бағаевтарға һоҡланмаған кеше юҡ. Ауылда беренселәрҙән бөтә уңайлыҡтары эстә эшләнгән йорт һалып кереп башҡаларға өлгө күрһәттеләр. Хәҙер башҡаланып сыҡҡан йәштәр ҙә, уңғандарға эйәреп, ошондай йорттар һала башланы.
Ике ҡатлы өйҙәге ҡорғандар, ултырғыс япмалары, мендәр тыштары, балаҫтар — барыһы ла хужабикәнең зауығы менән тегелгән, биҙәлгән, сигелгән.
Оҫталарҙың ҡул эштәре менән танышҡанда йыш ҡына: "Тағы нимәләр эшләй беләһегеҙ?" — тип һорау ғәжәп тә түгел кеүек. Ә бына Хәлисә Шаһыбал ҡыҙынан: "Һеҙ нимә эшләй белмәйһегеҙ ул?" — тип һорау урынлы һымаҡ.
Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған алты ҡыҙҙың барыһы ла ҡул эшенә маһир булып үҫә. Батырға килен булып төшкән Хәлисә ауыл халҡын алсаҡлығы, илгәҙәклеге һәм уңғанлығы менән хайран ҡалдыра. Уны төпкөлдән төшкән килен тип йөрөтәләр. Ҡатын-ҡыҙҙарға матур, килешле күлдәктәр тегеп ҡыуандыра. Кәләштәр туй күлдәге тегеп биреүен һорап килә. Йәш килендәр алъяпҡысҡа заказ бирә. Мәктәп балаларының сәхнә кейемдәренә мохтажлыҡ кисереүен күреп, Хәлисә ханым ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҙе ғүмер буйы ошо ауыл мәктәбендә уҡытып, 35 йыл хеҙмәт стажы менән бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, атҡаҙанған уҡытыусы, хеҙмәт ветераны йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. 30 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Почет грамоталарына лайыҡ Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы бөгөн дә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ Бағаевтарҙың йортона алып киләләр. Бында халҡыбыҙҙың боронғо шифалы эсемлеге буҙа һәр саҡ әҙер, табын йәмләп татлы бауырһаҡтар ултырыр.
Батыр ауылындағы Бағаевтар атайымдың әсәһе Мәрхәбә өләсәйем яғынан нәҫел булараҡ, бында үҙемдең дә булғаным бар. Ә инде улыбыҙ үҫә төшкәс, үҙебеҙҙең ауылда бик яҡын туғандар ҡалмағас, йәйгеһен Батырға Бағаевтарға ҡунаҡҡа ебәрҙек. Ауыл ризыҡтары менән һыйланып, ҡулынан килгәнсә өй эштәрендә ярҙамлашып, Ашҡаҙарҙа һыу инеп, ҡарайып, ит ҡунып ҡайтҡан бишенсе класты тамамлаған Азамат үҙе өсөн шундай асыш яһаған.
— Беләһеңме, әсәй, Бағаевтар ни өсөн бай йәшәй? — тип һораны ул.
— Ни өсөн һуң?
— Сөнки улар иртән тора ла көн буйына барыһы ла эшләй ҙә эшләй.
Бер нәмә лә тырышлыҡһыҙ барлыҡҡа килмәгәнен Бағаевтар ғаиләһендә балалары ана шулай кескәй саҡтарынан уҡ белеп үҫә.
— Беҙ бәләкәй ваҡытта, әллә атай-әсәй бөтөнләй йоҡламаймы икән, тип уйлай торғайныҡ, — ти ҡыҙҙары Зөлфиә. — Сөнки уяныуыбыҙға әсәйебеҙ мөғжизәләр әҙерләп ҡуя: йә тегелгән матур күлдәк, йә пальто, йә бәйләнгән кофта, башлыҡтар көтә ине. Һеңлем Гүзәл, ҡустым Айбулатты башҡаларҙа булмаған кейемдәр кейҙереп үҫтерҙе. Яңы йыл костюмдарыбыҙ шундай үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора, бүтәндәрҙекенә оҡшамауы менән йәлеп итә һәм һәр ваҡыт беренсе урынға лайыҡ була ине.
Бағаевтар ике миҙгелде — йәйҙе һәм ҡышты — айырыуса ярата. Йәйен хужабикә донъяларын йәмләп мең төрлө сәскәләр үҫтерә, хатта мал өйөн (уны һарай тип әйтергә тел дә әйләнмәй) ап-аҡҡа буяп, тыш яҡтан төрлө төҫтәге сәскәләрҙән йәйғор эшләп ҡуя. Ә хужа күпләп умарта тота, ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Өфөлә йәшәүсе өс балаларының ғаиләләрен файҙалы ризыҡтар менән һыйлай, ә артып ҡалғанын Мәләүез баҙарына алып бара. Уңған хужабикә һөт, май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ, ҡорот, ҡаҙылыҡ, ҡош ите, йәшелсә тейәп үҙе машинала елдерә. Машина тигәндән, тәүге тәгәрмәсле техниканы ла иренең әсәһе — Рәхимә ҡәйнәһе менән бергә шәл бәйләп, һатып шуның аҡсаһына йүнләйҙәр. Йәш саҡтарында "Урал" мотоциклы менән хатта Ырымбурға тиклем картуф һатырға йөрөйҙәр. Йорт ҡуяндары тоталар, мамыҡ кәзәләре үрсетәләр.
Йәйҙең йәмле көндәрендә ауылдағы оло инәйҙәрҙе, күрше-күләнде машиналарына ултыртып, йәш саҡтарында ҡыҙырып йөрөгән ялан-ҡырҙарын күрһәтеп алып ҡайталар, бер юлы шифалы үләндәр ҙә, еләк-емеш тә йыялар.
Көҙгө мәшәҡәттәр тамамланып, ҡыш еткәс инде ҡул эштәренә сират етә. Оҙон төндәрҙә, йәйҙе һағынып, Хәлисә мәңге шиңмәй торған гөлдәр бәйләй, иптәше Миҙхәт рамдар әҙерләй, икәүләп бына тигән картина һәм сираттағы биҙәк менән өйҙәрен тағы ла матурлап ебәрәләр. Ырғаҡ — Хәлисәнең иң яратҡан ҡоралы, уның менән нимәләр генә бәйләмәй.
— Яңыраҡ ҡайтһаҡ, беҙҙе тағы бер сюрприз ҡаршыланы, — ти Зөлфиә. — Иҙәндән түшәмгә тиклем ҙур булып үҫкән гөл тирәләй әсәйебеҙ "күл" яһаған, шунда 12 аҡҡош "йөҙөп" йөрөй. Оригамиҙы үҙләштереп, һәр беребеҙгә — балаларына, ейәндәре, ейәнсәренә — тәғәйенләп аҡҡоштар яһаған.
Ата-әсәнең уңғанлығы, әлбиттә, балаларына ла күскән. Ике ҡыҙҙары Зөлфиә менән Гүзәлдең дә белмәгән һөнәре юҡ. Улдары Айбулат атаһынан күп эшкә өйрәнгән. Улар хаҡында һөйләй башлаһаң, һәр береһе тураһында мәҡәлә яҙырға мөмкин.
Бағаевтар ғаиләһендә бик матур бер йола ғәҙәткә ингән: ҡатын-ҡыҙҙарға түңәрәк тыуған көндәре уңайынан теген машинаһы бүләк итәләр. Шәп бит! Хужабикәгә бик кәрәкле нәмә.
Хәлисә ханымдың бүләктәрен иһә ауылдағы өлкән йәштәге бабай-инәйҙәр ҙә алып ҡыуанып тора. Бабайҙарға үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән түбәтәйҙәр, инәйҙәргә, апай-еңгәйҙәргә мосолман байрамдарында, никахтарҙа ябына торған яулыҡтар тегеп бирә. Был яулыҡтар ябай ғына түгел, ә өсмөйөшлө итеп яһалған, ебәк йәки башҡа йоҡа, бер төҫтәге туҡыманан эшләнеп, сәсте ҡаплап, маңлайға төшөп торған ере тәңкәләр һәм сәйлән-мәрйендәр менән биҙәлгән. Уны ябынып сәхнәлә сығыш яһарға ла, туй мәжлесендә ултырырға ла була.
...Тиҙҙән тағы Яңы йыл байрамы етә. Бағаевтарҙың өйө ейәндәре — Сыңғыҙ, Баязит, Зәлифә, Бәхтийәр, Даниярҙың (ниндәй матур башҡорт исемдәре!) күңелле тауыштары менән туласаҡ. Олатай менән өләсәй донъяһында улар — иң көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Өләсәйҙәре ғәзиздәренә бүләкте күптән әҙерләп ҡуйған инде. Бәйләнгән уйынсыҡтар — Буратино, ташбаҡа, эт... әллә нисә төрлө көләкәстәр — бәләкәстәрҙе көтә.


Автор: З. МӘҺӘҘИЕВА. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә