Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатирмы, музеймы?
Фатирмы, музеймы?Был өйгә килеп инеү менән үҙеңде мөғжизәле бер донъялағы кеүек хис итәһең. Ишекте асҡас та һине мәрйендәрҙән, биҙәүестәрҙән эшләнгән ҡорған ҡаршы ала. Был үҙенә күрә һаҡлаусы көс тә булып хеҙмәт итә кеүек: төрлө энергетикалы кешенең күҙе башта уҡ шунда төшә лә, матурлыҡты күреп, уйҙары ыңғай хис-тойғоға көйләнә.

Артабан аҙым һайын беҙҙе мөғжизәләр көтә. Иркен аш бүлмәһендә музейҙа ултырып сәй эскән һымаҡ булып китә. Дүрт стенаға ла зауыҡ менән төрлө ҙурлыҡтағы картиналар эленгән. Ябай ғына һүрәттәр түгел улар, ә уңған хужабикәнең ҡул эштәре. Барыһына ла егәрле Әнүзә Йомағолованың күҙ нурҙары түгелгән. Бында сигелгән өлгөләр ҙә, батик менән башҡарылғандары ла, пастель, акрил, витраж буяуҙары менән биҙәлгәндәре лә бар. Нимә генә төшөрөлмәгән: сәскәләр ҙә, натюрморттар ҙа, аттар ҙа, доғалар ҙа...
Фатирмы, музеймы?Оҫтаның бигерәк тә ынйы-мәрйен менән башҡарылған эштәре һоҡландыра. Бында ла бихисап төҫтәр генә һайланып ҡалмаған, ә ҙурлыҡтары, формалары буйынса ла төрлөләре ҡулланылған. Микромәрйәндәр менән эшләү өсөн күпме оҫталыҡ, күҙ нуры һәм таһыллыҡ талап ителгәнен хужабикә үҙе генә белә.
Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы йәшәгән фатирҙың аш бүлмәһенән лоджияға күҙ һалабыҙ. Уныһы үҙе бер айырым бүлмә кеүек: теләһәң, ултырып ашарға йә эшләргә өҫтәле бар. Шкафтар ҙа ҡуйылған. Стенала шулай уҡ картиналар эленгән. Иҙәненә балаҫтар түшәлгән. Ҡалала йәшәүсе күп кешеләрҙең фатирындағы балкон, лоджияларҙың кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һаҡлай торған урынға әйләнеүенә ғәҙәтләнеп бөткәнгә, был күренеш һоҡланыу хистәре уятмай ҡалмай, әлбиттә.
Фатирмы, музеймы?Залға уҙғас, күҙгә ташланған иң беренсе картина — Әнүзә Йомағолованың шәжәрәһе. Ул да ынйы-мәрйен менән башҡарылған. 1771 йылда тыуған Ғәбделмәжиттән башлана нәҫел ағасы. Ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләгән Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы бында ла мәғрифәтсе-мөғәллимлеген килер быуындарға тапшырып ҡалдырырға тырышҡан, һәр быуындың нимә менән кәсеп итеп йәшәгәнен һүрәттәрҙә сағылдырған. Иң тәүге ата-бабаларының береһе Ғәбделмәжит, мәҫәлән, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән, шуға уның исеме эргәһенә уҡ-һаҙаҡтар эшләнгән. 1806 йылғы Ҡолзаман бабаһы йылҡысылыҡты үҙ иткән, шуға ат һүрәте төшөрөлгән. 1826 йылғы Мөхәмәтәмин игенселек һөнәренә тотонған, уның исеме янында башаҡтарҙы күрергә мөмкин. Артабан шәжәрә 1854 йылғы Йомағолға, 1882—1954 йылдарҙа йәшәгән Сәхәүетдингә, аҙаҡ, 1926—1993 йылдарҙа, Әнүзәнең атаһы Ишдәүләткә барып ялғана. Иң өҫтә — Әнүзәнең ҡыҙы Ләйсән. Бынан тыш, һәр ата-бабанан киткән балалар ағас ботаҡтарын тәшкил итә. Шулай уҡ ҡатай башҡорттарының ағасы — артыш, ҡошо — ҡауҙы, ораны тайлаҡ икәнлеге лә яҙып ҡуйылған. Ошоларҙың барыһы ла ынйы-мәрйендәр менән эшләнгән. Шәжәрә картинаһына ҡурай ҡыҫтырып ҡуйылыуы ла ҙур символик мәғәнәгә эйә. Һәр башҡорттоң өй түрендә — уйнай беләме ул, юҡмы — мотлаҡ ҡурай торорға тейеш. Килгән ҡунаҡтарҙың береһе алып уйнап ебәреүе лә мөмкин бит әле.
Фатирмы, музеймы?Ишек төбөнән үк һине ҡаҙна тәпешкәләре түгел, ә хужабикә ҡулы менән төрлө төҫтәге ептәрҙән бәйләнгән өйҙә кейә торған аяҡ кейемдәре ҡаршылай. Йыуыныу бүлмәһендә Көмөшбикә өләсәһе сиккән боронғо етен таҫтамалы элеүле тора. Ә эргәһендә — Әнүзәнең үҙенең егерме йыл элек бәйләгән кәнәфи япмаһы. Уңған хужабикә ҡулында хатта беҙҙең йәшлек заманында сыҡҡан пластинкалар ҙа икенсе һулыш алған. Уларға ла ынйы-мәрйендән һүрәттәр эшләнеп йыуыныу бүлмәһенең ишектәренә беркетеп ҡуйылған.
Ҡайҙан килә Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙындағы бындай һөнәрмәнлек? Әлбиттә, ғаиләнән. Көмөшбикә өләсәһе ейәнсәрҙәрен бәләкәй саҡтарынан уҡ бәйләргә өйрәткән. Элегерәкке оло быуын кешеләренең йәштәрҙе, балаларҙы әҙәп-әхлаҡҡа ылыҡтырыуҙа үҙ ысулдары булған. Мәҫәлән, Әнүзә өләсәһенең бөхтәлеккә өндәгән дәрестәрен һаман да күңелендә һаҡлай. "Йыуылмаған һауыт-һаба хәйерселек теләп ултыра, сүпте түкмәһәң, шайтан ауыҙығыҙға һала", — тигән һүҙҙәренән һуң нисек эшләмәҫһең?
Әсәһе Миңзифа Оморҙаҡ ҡыҙы ла һүрәттәрҙе матур төшөргән. Мәктәптә балаларға дәрес аңлатҡанда төҫлө аҡбур менән таҡтаға төрлө һүрәттәр яһау, шулай уҡ бәйләү, сигеү кеүек эштәргә лә оҫта булған.
Фатирмы, музеймы?Хәҙер инде Әнүзә үҙенең ҡыҙы Ләйсәнгә бар белгәнен өйрәтә. Хәйер, ҡыҙы әсәһе менән бергә ултырып биш йәшенән алып ҡурсаҡтарына кейемдәр бәйләй башлай. Әнүзә лә, мауығып китеп, утыҙлаған ҡурсаҡты кейендереп, уларҙы күргәҙмәгә ҡуйып, тамашасыларҙы хайран ҡалдыра. Иң мөһиме — бер генә ҡурсаҡтың кейемендә лә бер генә биҙәк тә ҡабатланмай. Шуныһы менән дә һоҡландыра: ҡурсаҡтарҙағы кейемдәр ҙә төрлө-төрлө фасонда, уларҙы бер оҫта модельер кейендергән тиерһең. Хәҙер ул коллекцияны Әнүзә туғандарының балаларына йәки башҡаларға бүләк итеп таратып бөткән тип әйтерлек, өйөндә бер-икәү генә ҡалған.
Ҡурсаҡтарға ғына түгел, ә туй күлдәгенә тиклем бәйләп кейендергән Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы. Люрекслы ептән әҙерләнгән был ысын мәғәнәһендәге сәнғәт әҫәре тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһын да хайран ҡалдырған, ә уны кейгән кәләш үҙен батшабикә кеүек тойған. Тоймаҫлыҡмы ни: өҫтөңдә берҙән-бер данала әҙерләнгән авторлыҡ эше, эксклюзив варианттағы күлдәк булһын әле!
Ә оҫта — үҙенә һыу ингәндә кейә торған костюмға тиклем бәйләп кейеп, халыҡты һоҡландырған кеше. Бер аҙна эсендә костюм бәйләп кейеү уға бер ни тормай. Уның шул тиклем ыҫпай башҡарылған эштәренә хатта ҡайһы берәүҙәр ышанмай, бәйләү машинаһы барҙыр, тип уйлай. Үҙенә заказ менән мөрәжәғәт итеүселәргә кәүҙәһенә ярашлы ғына итеп бәйләп бирә. Уның биҙәктәре, фасондары тулыларҙың буй-һын үҙенсәлектәрен йәшерә, йоҡа кәүҙәлеләрҙе йомрораҡ итеп күрһәтеүгә эйә. Ҡыҙы Ләйсән дә әсәһе белгән бөтә һөнәрҙәрҙе лә үҙләштергән.
Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙының бер бүлмәле фатирында 55 картина иҫәпләнек. Тәҙрә төптәрендә, иҙәндә, өҫтәлдәрҙә иллегә яҡын гөл балҡып ултыра. Ерҙәге ожмахтыр был мөйөш. Күңел йылыһы, йән йылыһы, тилбер ҡулдар, күҙ нурҙары менән тултырылған ғәжәйеп бер илаһи утрау.


Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә