Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эштән байрам яһап...
Эштән байрам яһап...Был көндәрҙә ауыл халҡы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап-тәрбиәләүгә йәй айҙарында һалған бигүк еңел булмаған хеҙмәтенең емештәрен барлай. Быуындан быуынға күсеп, күп ерҙәрҙә әле лә һаҡланып ҡалған йола буйынса, “Ҡаҙ өмәһе” үткәреү унда ҡатнашыусыларға ғына түгел, бар халыҡ өсөн матур байрамға әйләнә.

...Тирә-яҡты наҡыҫ ҡына нурҙарына солғап, башланаһы көндөң аяҙ буласағын белгертеп ауыл эргәһендәге тау һырттары артынан ҡояш ҡалҡыуға Рида менән Әнфир Хасфатуллиндар ихатаһына парлашып та, берәм-һәрәм дә күрше-күләне, туған-тыумасаһы йыйыла башланы. Ни өсөн саҡырылғандарын белгәнгә күрә, барыһының да күңеле күтәренке, шаярып-көлөшөп алалар, бер-береһенә төрткөлө һүҙҙәр ысҡындыралар. Үҙҙәрен әйҙүкләп, йылы һүҙҙәр менән ҡаршылаған хужаларҙың күҙҙәренә тура ҡарап, уларҙы күккә сөйөп маҡтаусылар ҙа юҡ түгел. Хасфатуллиндар иһә ҡәнәғәт төҫ менән йылмайып ҡына ҡуя. Маҡталырға ла, ҡыуанырға ла урын бар шул уларға: етмеш баштан артыҡ ҡаҙ һуялар бөгөн.
Бер аҙ гәпләшеп, ил һәм донъяның төрлө тарафтарындағы хәл-ваҡиғаларҙы барлағас, ауылдағы һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашҡас, ҡатын-ҡыҙ күршеләге клубҡа ҡаҙ йолҡорға урын әҙерләргә китте, ә үткер бысаҡ менән “ҡоралланған” ир-егет ҡаҙҙарҙы сала башланы. Кемеһелер ҡурала уларҙы тотоп, тәпәйҙәрен бәйләп килтереп тора, икенселәре һуйылғандарын ҡайнар һыу менән бешекләп, йөнөн йолҡор өсөн ҡатын-ҡыҙға илтеп тапшыра.
Хужаларҙың ҡоҙаһы Инзил Ғәзетдинов гармунында бер-ике шаян көй уйнап өмәселәрҙе әҙерәк дәртләндерҙе лә, мөһим эш менән мәшғүл ир-аттың йырларға әллә ни теләге юҡлығын шәйләп, йөн йолҡҡан ҡатын-ҡыҙ янына инеп китте. Бында уны, әлбиттә, үҙ итеп, шау-гөр килеп ҡаршыланылар. Тиҙҙән клубтан, бер-береһен алмаштырып, боронғо һәм заманса башҡорт, татар, удмурт һәм урыҫ йырҙары, күңелле таҡмаҡтар ишетелде: өмәселәр сиратлап үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, улар тынып ҡалғанда гармунына ҡушылып Инзил үҙе лә йыр һуҙҙы.
Был арала хужа өйөндә ҡыҙған оло мейестә ике ҡоҙағый тиргә батып тәбикмәк бешерҙе. Тиҙҙән барыһы ла уны ауыҙ итергә өҫтәл артына йыйылды. Тәмле сәйҙән һуң ҡатын-ҡыҙ гармун моңо аҫтында йола буйынса ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә аҫып, Гәрәй йылғаһындағы быуаға йыуып-сайҡарға төштө. Бар эштәрҙе лә көн яҡтыһында уңышлы теүәлләп, байрам төҫө алған уртаҡ хеҙмәттән оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисергән өмәселәр, кисен ут алынғас, ҡаҙ бәлешен тәмләп ҡарарға йыйылды.
– Ошондай дөйөм саралар беҙҙә йыш үтә, – тип ғорурлыҡ менән һөйләне, ҡаҙ йолҡоусылар янында булып сыҡҡас, Ямаҙы ауыл хакимиәте башлығы Гүзәл Талипова. – Күп көс талап иткән эште бергәләп башҡарыу тиҙ һәм еңел бит. Ауылдың иң абруйлы ғаиләләренең береһе булған, өс бала үҫтергән эшһөйәр Хасфатуллиндарға барыһы ла теләп ярҙамға килде.
– Был ғәҙәт тә, “Ҡаҙ өмәһе” кеүек күркәм йола ла һәр халыҡта борондан килә, – тип һүҙгә ҡушылды район удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Юрис Сәитов. – Андреевка халҡы ла уны онотмай. Хужаларҙың ризалығы һәм ихтыяры, клуб мөдире Гүзәлиә Ғөбәеваның тырышлығы менән өмә йырлы-моңло байрамға әйләнде.
Донъялар насар, эш юҡ тип зарланып ултырмай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, йыл әйләнәһенә тир түгеүсе тырыш ауыл кешеһе дөйөм хеҙмәтенә лә байрам төҫө бирә белә икән – был һәр яҡтан тик маҡтауға лайыҡ.


Автор: Игнат ШӘЙХЕТДИНОВ. Район: Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә