Гәрәй-ҡыпсаҡтар төйәк иткән хозур тәбиғәтле Ҡалыуайры ауылына килеп ингәндә, көн төшкөлөктән арыу ғына ауышҡайны инде. Иллеләп йорттан торған ауылды ҡап уртаға бүлеп Ҡалыуайры йылғаһы аға. Тауҙар ҡуйынына һыйынған бәләкәй генә төпкөл ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, башланғыс мәктәп, мәсет, бер нисә таҡта ярыу цехы, сауҙа кибеттәре булыуы тәү ҡарашҡа сәйерерәк һымаҡ тойолдо. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән хатта ҙур ғына ауылдарҙа ла мәктәптәр, китапханалар ябылғанда, бында ни мөғжизә менәндер уларҙы һаҡлап ҡала алғандар.
Ирекһеҙҙән, баштан сәмле, бөтмөр халыҡ йәшәйҙер бында тигән уй йүгереп уҙа. Йорттары ла ныҡлы күренә: шыңғырлап торған ҡарағайҙан йә һөйәндән һалынған. Күптәре семәрләп-биҙәкләп эшләнгән, сағыу төҫтәргә буяп ҡуйылған. Байтағының өй алдында төрлө техникаһы күренә. Ә инде ошо ауылдан сыҡҡан республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин ярҙамы менән төҙөлгән мәктәп бинаһы ауылдың йәме булып әллә ҡайҙан балҡып ултыра.
Халыҡтың елегенә үткән үҙгәртеп ҡороу йылдарының ауырлыҡтары ла миктәтә алмаған Ҡалыуайрыны. Бөлгөнлөккә төшкән урман хужалығы юҡҡа сыҡҡас, кешеләр баҙап ҡалмаған, заманына ҡулайлашып, үҙ проблемаһын үҙе хәл итеү йүнен тапҡан. Аҡсаның ҡайҙа ла еңел табылмауына, тырыш кешегә ауылда ла иркен, хәлле йәшәргә була икәнлегенә тиҙ төшөнә улар. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ. Шундайҙарҙың береһе — шәхси хужалығын үҫтереп киңәйтеү иҫәбенә ифрат хәлле йәшәп ятҡан, ауылының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн битараф булмаған ил ағаһы Ғилметдин Ғәрәфетдин улы Хәйҙәров.
Ауылдаштарын "яңыса" йәшәргә өйрәткән Ғилметдин ағай менән яҡындан танышыу маҡсатында уның иркен йортоноң тимер ҡапҡаһын шаҡыйбыҙ. Етмеш бишен тултырған тиһәләр ҙә, йәш сырайлы ир-уҙаман ҡаршы алды беҙҙе. Ихатаһы ҙур, йәшел төҫтәге профнастил ҡойма менән уратып алынған, таҙа итеп һепереп ҡуйылған. Урамында ҡойо, өр-яңы ике "Нива" машинаһы күренә. Ихатаның арғы башында алты мөйөшлө йорт, мунса, ҡорт баҙы, келәт, һарайҙар теҙелеп киткән. Ҡорт баҡсаһында ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйылған дадандар күренә.
Ни йомош менән йөрөүебеҙҙе белгәс, ихлас күңелдән оло йортҡа саҡырҙы.
— Эргәнән генә газ үтһә лә, беҙгә килеп етмәгән әле, — тип аҡланғандай һөйләнде хужа. — Ҡышын оло йортта йәшәмәйбеҙ, йылытыуы ауыр. Шуға былтыр ҡышлау өсөн яңы йорт бөтөрөп керҙек.
Ғилметдин ағай хәбәрен тиргән арала өҫтәлдә таралып ятҡан гәзиттәргә күҙ һалам. Район гәзите "Торатау"ҙы, "Башҡортостан"ды ла, "Йәшлек"те лә алдыралар икән.
Ағай, минең уйҙы аңлағандай, әйтә ҡуйҙы:
— Гәзит уҡырға яратабыҙ. Ғәҙәткә ингән. Апайығыҙ менән почтальонды көтөп алабыҙ. Бигерәк тә ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр оҡшай.
Һүҙҙе төп мәсьәләгә күсереп, әңгәмәне дауам итәбеҙ.
— Ғилметдин ағай, һеҙҙе ауылда хәлле, аҡсалы кеше, тиҙәр. Шул раҫмы?
Ағайыбыҙ етдиләнә төштө лә тыныс ҡына:
— Халыҡ әйткәс, раҫтыр, — тип ҡуйып, һүҙен йәнә дауам итте. — Быға һис тә аптырайһы түгел. Заман үҙгәртә кешеләрҙе. Кемдер байый, кемдер бөлә. Ғөмүмән, күҙе асыҡ, тырыш кешегә үҙ кәсебен асырға уңайлы шарттар бар хәҙер. Хөкүмәт тә ундайҙарға ярҙам итергә әҙер тора. Кәрәк икән, кредитын да бирә. Бына ҡартайып өлгөрөлдө. Йәшерәк сағым булһа, белер инем ҡар өҫтөндә нисек ҡаҙан ҡайнатырға. Дөрөҫ, хәҙер ауылда күптәр, бер-береһенән күреп, шәхси хужалығында малын, ҡош-ҡортон ишәйтә башланы. Аҡсаның тәмен белгәндәр ҡортсолоҡ кәсебенә лә ихлас тотондо. Бура бурап, таҡта ярып һатыусылар ҙа бар. Һәр кем хәленән килгәнсә тырыша. Әҙерҙе көтөп ятыусылар кәмей бара.
Әңгәмәсебеҙ, бер аҙ тын алғас, йәнә һүҙен дауам итте.
— Бына Ғәрифә апайығыҙ менән һикһәнде ҡыуалаһаҡ та, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Үҙ көсөбөҙ менән иллеләп умарта тотабыҙ. Алты атыбыҙ, һыйырыбыҙ, байтаҡ һарығыбыҙ бар. Ҡош-ҡортобоҙ ҙа етерлек. Баҡсаһын да үҫтерәбеҙ. Шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияны һатып, пенсиябыҙҙан тыш йыл да 500–600 мең һумлыҡ килем алабыҙ. Үҙебеҙгә лә етә, балаларға ла ярҙам итәбеҙ. Ҡартайған көндә ул тиклем тызырайыу нимәгә кәрәктер, тип уйлайһығыҙҙыр. Эшһеҙ бер көн дә тора алмайбыҙ. Ғәҙәткә ингән. Хеҙмәттә үткән ғүмер — алтын ғүмер, тип тиккә генә әйтмәгән бит боронғолар.
Ғилметдин ағай бынан 75 йыл элек ошо ауылда Мәрхәбә менән Ғәрәфетдин Хәйҙәровтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Һуғыш йылдары ауырлығы Хәйҙәровтар ғаиләһен (туғыҙ кеше) урап үтмәй. Ғилметдинде лә арыу ғына ҡаҡҡылап-һуҡҡылай аслыҡ, яланғаслыҡ. Бирешмәй үҫмер. Нисек тә уҡырға тырыша. Ауыл мәктәбенән һуң, Йәнырыҫҡа уҡырға бара. 8-се класты тамамлағас (артабан уҡырға дәрте булһа ла), 1954 йылда Ҡалыуайрыға ҡайтып, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә имән мискәләр эшләү өсөн сеймал етештереүсе урман хужалығы ойошмаһына эшкә инә һәм ололар рәтендә ағас юна башлай. 1957 йылда армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттә лә һынатмай ауыл егете. Курстарҙа уҡып, һөнәрен камиллаштыра. Күрше часта хеҙмәт иткән ауылдашы капитан Мөхтәр Ишмөхәмәтов та, осрашып, егетте дәртләндереп тора. 1960 йылдың ноябрендә армиянан демобилизациялана. Ҡайтҡас та, 2-се класлы шоферҙы Ҡолғона урман пунктына эшкә саҡыралар.
Ҡалыуайры урман участкаһына электр тогы биреү өсөн локомобиль ултыртыр булғас, оҙаҡ уйлап тормайҙар: техникаға әүәҫ Ғилметдинде 1963 йылда Свердловскиға машинистар әҙерләү курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡып ҡайтҡас, туғыҙ йыл машинист-моторист булып эшләй. Бер үк ваҡытта монтер һөнәрен дә үҙләштерә. Ауылға электр үткәреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Бөркөттө осоуынан, егетте эшенән таныйҙар тигәндәй, тырыш, отҡор егетте леспромхоз етәкселеге 1969 йылда Ҡалыуайры урман участкаһына өлкән мастер итеп тәғәйенләй. 1970 йылда иһә уны Пермгә урман мастерҙары әҙерләү курсына уҡырға ебәрәләр. Ошо уҡ йылда партия сафына ла ҡабул ителә.
Талпынған тауға менер, тигән боронғолар. Халыҡтың ихтирамын, ышанысын яулаған етәксе 20 йыл өлкән мастер вазифаһын тарта. Ике йыл Ҡолғона урман пунктында технорук булып эшләгәс, хаҡлы ялға сыға. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштары уны бер тапҡыр район Советына, алты тапҡыр рәттән ауыл Советына депутат итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтә. Уңыштары "Тырыш хеҙмәте өсөн", "Хеҙмәт ветераны" миҙалдары, "Социалистик ярышта еңеүсе" билгеһе, байтаҡ маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.
Тормош иптәшенән дә уңа Ғилметдин. 1963 йылда Түбәнге Ташбүкән (Ғафури районы) ауылы һылыуы Ғәрифәгә өйләнә. Бер-береһенә терәк булып, бына илле йыл инде пар күгәрсендәй йәшәй улар. Ғәрифә апай оҙаҡ йылдар икмәкханала мөдир вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сығыр алдынан клубта ла эшләп ала. Хеҙмәт ветераны.
Хәйҙәровтар ике улға, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Балалары тырыш, эш һөйөүсән булып үҫә. Рамазан менән Ринат, аталарының юлын һайлап, урмансы һөнәрен үҙ итә. Икеһе лә Башҡорт дәүләт аграр университетының урман факультетын тамамлай. Рамазан әле алты районды берләштергән Стәрлетамаҡ урман хужалығын етәкләй. Ринат ауылда йәшәй, Ҡолғона урмансылығында өлкән мастер. Шәхси хужалығын да ишәйтеп алған. "Урал" йөк автомашинаһы, бөтә тағылма ҡорамалдары менән "Беларусь" тракторы ла бар. 30-лап умарта бал ҡорто тота, 16 баш йылҡы аҫрай. Ата-әсәһенә лә ныҡлы терәк.
Ҡыҙҙарының өсөһө лә алыҫта. Зилә — Благовар районында бухгалтер, Нурия — Салауат ҡалаһында уҡытыусы, Нурсилә — шунда уҡ сауҙа хеҙмәткәре. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүен һәм хәстәрен тойоп йәшәй оло Хәйҙәровтар.
"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән халыҡ мәҡәле тап Ғилметдин ағайға ҡарата әйтелгән кеүек. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә уның. Оҫтаханаһында йорт йыһаздарын ҡойоп эшләп ҡуя, теләһә ниндәй техниканы күҙ йомоп тигәндәй һүтеп-йыя ала. Тирә-яҡҡа оҫта гармунсы, моңло йырсы тигән даны ла таралған. Бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел: дин юлын да үҙ иткән. Эргәһендәге мәсетте төҙөтөүгә лә матди ярҙам индергән кеше ул.